Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Фатир менән файҙаланыуҙа яңы ҡағиҙәләр: 1 марттан нимәләр үҙгәрә

2022 йылдың 1 мартынан Рәсәйҙә торлаҡ биналар менән файҙаланыуҙың яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инә. Был документ Торлаҡ кодексына өҫтәмәләр һәм аңлатмалар индерә. Әлеге ҡағиҙәләр 2006 йылдан ғәмәлдә булып килә. Ошо ваҡыт арауығында нимәлер үҙгәрҙе, нимәлер иҫкерҙе, шуға күрә документты бөгөнгө көн талабына яраҡлаштырҙылар. Яңылыҡтар менән таныштырып үтәбеҙ.

Фатир менән файҙаланыуҙа яңы ҡағиҙәләр: 1 марттан нимәләр үҙгәрә
Фатир менән файҙаланыуҙа яңы ҡағиҙәләр: 1 марттан нимәләр үҙгәрә

Иң мөһиме – шуны белергә кәрәк: төп асыл үҙгәрмәне. Үҙегеҙ нисек теләйһегеҙ – шулай эшләгеҙ, тик баш-ҡаларға ҡамасауламағыҙ, планировканы үҙгәртмәгеҙ, төп терәк конструкцияларға теймәгеҙ (йорттоң емерелеүе ихтимал), ваҡытында ремонт эшләгеҙ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгеҙ. Документта милекселәр өсөн бер ниндәй ҙә яңы штраф төрҙәре юҡ! Асылда был яңылыҡты фатир хужалары өсөн федераль закондарға һылтанмалар менән эшләнгән иҫкәрмә тип әйтергә мөмкин. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы төплө аңлатма бирҙе: барыһы ла тиерлек элеккесә ҡала.
Әммә бер яңылыҡ киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә арыу уҡ шау-шыу тыуҙырып алды: балкондарҙы һәм лоджияларҙы рөхсәтһеҙ көпләү өсөн яуаплылыҡ. Балконын үҙ белдеге менән көпләгән кешеләргә штраф һалынасаҡ, уны кире элекке торошона ҡайтарырға мәжбүр итәсәктәр, тигән мәғлүмәттәр ҙә булды.
Был улай түгел! Ҡайһы саҡта документта бер төрлө яҙыла, ә кешеләр икенсе төрлө аңлай һәм, белгестәрҙән аңлатма алып та тормайынса, дөрөҫлөккә тап килмәгән хәбәр тарата. Мәҫәлән, балконда тәмәке тартырға ярамай, бының өсөн 5 мең һум штраф һаласаҡтар, тип ҡурҡытҡайнылар. Йәки икенсе бер уйҙырма: баҡса биләмәһендә үҫкән бәпембә өсөн штраф ҡарала (был осраҡта ла һүҙ бөтөнләй икенсе нәмә тураһында бара ине). Хәҙер бер-береңә күсергән һәр һум өсөн яуап тоторға тура киләсәк тигән ялған хәбәр ҙә таралып алғайны.
Яңы документта, элек балкондарҙы көпләргә рөхсәт ителде, ә 1 марттан һуң ярамай, штраф һалынасаҡ, тигән юлдар юҡ. Бындай ҡағиҙә 2006 йылдан ғәмәлдә булды һәм 2022 йылдың мартынан һуң да үҙ көсөндә ҡала.
Ҡағиҙә һәм талаптарҙың төп асылын ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, түбәндәгесә:
- Әгәр балкон көпләнмәгән булһа һәм уны көпләргә теләһәгеҙ, урындағы хакимиәттән рөхсәт алырға кәрәк.
- Быға тиклем көплө булған балкондың тәҙрәһен алмаштырырға ярай.
- Күп фатирлы йорттоң балконындағы яңы пластик тәҙрәләр ҡағиҙәне боҙмай һәм бының өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт һорау кәрәкмәй.
Яңы ҡағиҙәләрҙә 20 йыл элек көпләнгән балкондарҙы тәүге торошона ҡайтарыу тураһында бер һүҙ ҙә әйтелмәй. Шуға күрә балконығыҙҙы көпләгән булһағыҙ, был реконструкция бер кемгә лә ҡамасауламаһа, дөйөм йорттоң конструкцияһына зыян килтермәһә һәм техник йәһәттән төҙөк булһа – бер нимәне лә үҙгәртеү талап ителмәй, әйҙә, тора бирһен. Һеҙ законды боҙмайһығыҙ!
Ниндәй штрафтар
Тап балконды көпләгән өсөн штраф булманы, юҡ һәм булмаясаҡ та. Бары тик күп фатирлы йортта законһыҙ рәүештә бүлмәләрҙе, йәғни планировканы үҙгәрткән өсөн штрафтар ҡаралған (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 7.21-се статьяһы):
- ябай кешеләр өсөн – 2000-дән 2500 һумға тиклем;
- юридик шәхестәр өсөн – 40 меңдән 50 мең һумға тиклем.
Әммә был да яңылыҡ түгел, элек-электән фатирҙы үҙ белдегең менән үҙгәртергә яраманы, бының өсөн рөхсәт алыу мотлаҡ. Мәҫәлән, берәй кеше
ҙур ремонт башлай һәм стенаны емереп, кухня менән балконды бергә ҡуша. Был планировканы үҙгәртеү тип атала һәм уның өсөн хакимиәттән рөхсәт алыу мотлаҡ. Бәлки, башта был хаҡта белеүсе лә булмаҫ, бер, ике, ун йыл үтер, әммә бер көн килеп, әлеге хәл асыҡланыуы ихтимал (мәҫәлән, фатирҙы һатҡанда йәки күршеләрҙең ялыуы буйынса тикшереү мәлендә). Был осраҡта, беренсенән, фатир хужаһы штраф түләйәсәк, икенсенән, барыһын да элекке торошҡа ҡайтарырға йәки үҙгәреште рәсми рәүештә теркәргә тура киләсәк.

ӘЙТКӘНДӘЙ,
Хосусилаштырылмаған фатирҙа, йәғни социаль яллау буйынса йәшәүселәр өсөн бер яңылыҡ бар: хәҙер һеҙ фатирҙағы төҙөк булмаған сантехника йәки башҡа ҡорамал хаҡында наймға биреүсегә (муниципалитет хакимиәтенә) әйтә алаһығыҙ. Элекке ҡағиҙәләргә ярашлы, быға тиклем тик “ихтыяж булғанда” ғына мөрәжәғәт итергә мөмкин ине. Бынан тыш, хәҙер яллауға алыусылар хакимиәт, дәүләт контроле органдары вәкилдәрен фатирҙың техник һәм санитар торошон ҡарау өсөн индерергә бурыслы. Милекселәргә был ҡағиҙә ҡағылмай.

БЕЛЕП ҠУЙЫҒЫҘ
Быйыл Рәсәйҙә торлаҡ хужаларына ҡағылышлы бер нисә закон үҙгәреш кисерҙе. Бына уларҙың иң мөһимдәре:
- Ике һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләр күсемһеҙ торлаҡ милкен һатҡанда, уға күпме хужа булыуына ҡарамаҫтан, физик шәхестәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) түләмәй. Был ташлама менән ҡулланыу өсөн киләһе йылдың 30 апреленә тиклем майҙаны ҙурыраҡ булған торлаҡ һатып алырға кәрәк. Ғаилә ағзаларының башҡа торлағы булмауы шарт.
- Күсемһеҙ милек һатып алғанда һалым килеме алыу өсөн 3-НДФЛ декларацияһы тултырыу талап ителмәй. Бының өсөн һалым органының сайтында һалым түләүсенең шәхси кабинетына инеп, килемгә хоҡуғың хаҡында ғариза ҡалдырыу ҙа етә. Әгәр бығаса ҡулланмаған өлөшөгөҙ ҡалған булһа, һалым органы барлыҡ мәғлүмәтте тикшерәсәк һәм тейешле килемде күсерәсәк. Был алым быйылдан ғәмәлгә инде һәм өлөшләтә 2021 йылда алынған килемдәргә ҡағыла.
- Коммуналь түләүҙәр өсөн субсидия алыу ябайлаштырылды. Хәҙер был ярҙам төрө менән ҡулланған ғаиләләргә коммуналь түләүҙәр буйынса бурыстың булмауы тураһында белешмәләр йыйырға кәрәкмәй. Социаль хеҙмәттәр уларҙы үҙ аллы башҡара. Һуңғы өс йылдың суд ҡарары булған бурыстары ғына иҫәпкә алына. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был субсидияға коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымы дөйөм килеменең 22 процентынан күберәк тәшкил иткән ғаиләләр, шулай уҡ ҡайһы бер льготалы категориялар дәғүә итә ала.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:Лариса Михалькова