Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
28 Декабрь 2021, 11:00

Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы: Башҡортостанға ҡағылышлы мөһим мәлдәр

Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың йыллыҡ матбуғат конференцияһы үтте. Беҙ был сараның иң ҡыҙыҡлы һәм мөһим урындарын тупланыҡ, ә Башҡортостан Башлығы һәм Хөкүмәт ағзалары конференцияла күтәрелгән һорауҙар буйынса беҙҙә хәлдәрҙең нисек тороуы хаҡында фекерен белдерҙе.

Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы: Башҡортостанға ҡағылышлы мөһим мәлдәр
Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы: Башҡортостанға ҡағылышлы мөһим мәлдәр

Коронавирус тураһында
Яңы штамдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә проблемалар һәм халыҡтың иммунитеты түбән булған урындарҙа барлыҡҡа килә. Шуға күрә мин вакциналарҙы берҙәм ҡабул итеү һәм уларҙы донъяға таратыу яҡлымын.
Яңынан йоҡторорға ла мөмкин. Вакцина яһатҡандарҙың 3-4 проценты ауырый. Вакцина эшләтеп, дауаханаға эләгеүселәр бер нисә тапҡырға аҙыраҡ.
Минең был хаҡта әйткәнем бар инде: совет осоронда халыҡтан һорап та торманылар, «шап» итеп яһанылар ҙа шуның менән бөттө.
Максим Забелин, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры:
– Республика халҡының беҙгә, медицина хеҙмәткәрҙәренә, ышанысы арта барыуын күрәбеҙ. Бөгөнгә ике миллионға яҡын кеше вакцина яһатҡан, был – республиканың 18 йәштән өлкәнерәк халҡының 64 проценты, тигән һүҙ. Коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн тағы аҙ ғына ынтылыш яһарға кәрәк, әле ваҡыт бар. Ул саҡта, әгәр була ҡалһа, яңы тулҡынға, «Омикрон» штамына әҙер буласаҡбыҙ. Нисек кенә булмаһын, беҙгә вакцина яһатыуҙы дауам итергә кәрәк.

Торлаҡ төҙөлөшө тураһында
Төҙөлөштә күрһәткестәр бик яҡшы, хатта рекордлы – 90 миллион квадрат метр. Рәсәйҙең яңы тарихында бындай һөҙөмтәгә тәүге тапҡыр өлгәштек.
Егор Родин, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы:
– 11 ай һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 2,6 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Был, 2020 йыл менән сағыштырғанда, 25 процентҡа күберәк. Әлеге күрһәткес буйынса Рәсәйҙә – алтынсы, Волга буйы федераль округында беренсе урындабыҙ.

Уңыш хаҡында
Һауа торошо шарттары арҡаһында иген культуралары буйынса уңыш былтырғынан бер аҙ аҙыраҡ: 133,5 урынына – 123 (миллион тонна). Әммә был насар күрһәткес түгел. Ул үҙебеҙҙе тәьмин итеүгә лә, экспорт мөмкинлеген һаҡлауға ла етә.
Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры:
– 2021 йылғы миҙгел Башҡортостан аграрийҙары өсөн ҡатмарлы ғына булды. Быйыл һуңғы йылдарҙа булмағанса ҡоролоҡ хөкөм һөрҙө. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан аграрий-ҙары йыйып алған продукция күләме насарҙан түгел. Республиканың аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тулыһынса тәьмин итәбеҙ. Ауыл хужалығы продукциялары буйынса экспорт планын да үтәнек. Беҙҙең күҙаллауҙарға ярашлы, был күрһәткес 2024 йылға 200 миллион долларға етергә тейеш ине, әлеге ваҡытта, йәғни 2021 йылға ҡарата уҡ, 300 миллион долларҙы үтеп киттек.

Эшһеҙлек тураһында
Беҙ ҡуйған маҡсат эшһеҙлек буйынса пандемияға тиклемге күрһәткестәргә ҡайтыу ине. Хәҙер ул хатта түбәнерәк тә. Пандемияға тиклем был күрһәткес 4,6-4,7 процент булһа, бөгөн – 4,3 процент.
Ленара Иванова, Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры:
– Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы алымына ярашлы, бөгөн беҙҙең республикала эшһеҙлек кимәле иң түбән тарихи минимумды – 3,8 процентты тәшкил итә. Йыл аҙағына ул яҡынса 4 процент тирәһе булыр, тип күҙаллайбыҙ, сөнки йыл һайын ошо миҙгелгә хас аҙ ғына үҫеш булып ала. Шуға күрә беҙ ҙә, тотош Рәсәйҙәге кеүек, пандемияға тиклемге күрһәткескә кире ҡайтып ҡына ҡалманыҡ, ә уны яҡшыртыуға ла өлгәштек.

Мәғарифҡа һәм һаулыҡ
һаҡлауға сығымдар хаҡында
2022 йылдың бюджеты социаль йүнәлешле – был өлкәләргә дүрт триллион һум аҡса планлаштырылған. Бында төбәктәрҙең сығымдары иҫәпкә алынмаған.
Лира Иғтисамова, Башҡортостан Республикаһының финанс министры:
– Үткән аҙнала депутаттар киләһе йылдың бюджетын раҫланы. Бюджет сығымдарының дөйөм күләме – 267 миллиард һумдан ашыу, шуның 75 проценты һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль әүҙем сәйәсәт, мәҙәниәт, физик тәрбиә һәм спорт өлкәләренә йүнәлтелә. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә – 97 миллиард, мәғарифҡа 62 миллиард һумдан ашыу бүленә. 2022 йылда федераль бюджеттан көтөлгән финанс ярҙамы 77 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, шуның 47 миллиарды халыҡты социаль яҡлауға йүнәлтелә.

ИҢ МӨҺИМ ҺОРАУ

Республика халҡы өсөн мөһим булған һорауҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина бирҙе. Ул 2024 йылда билдәләнәсәк Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығына әҙерлек сараларын финанслау тураһында һораны.
«Өфө – һоҡланғыс урын, һис шикһеҙ, Волга буйында иң яҡшыларҙың береһе. Өфө һәр ваҡыт Рәсәйҙә ислам донъяһы үҙәгенең береһе булды һәм шулай булып ҡала», – тине Владимир Путин.
Баш ҡалабыҙҙың юбилейына ҡағылышлы һорауға яуап биреп, Президент республика етәкселеге менән нимәләрҙең өҫтөнлөклө булыуын асыҡлаясағы, кәрәкһә, булған ресурстарҙы ҡайтанан ҡарау мөмкинлеге тураһында белдерҙе һәм «Өфө үҙенең юбилейына матур итеп, юғары кимәлдә әҙерләнә алырға тейеш, ул быға лайыҡлы. Әгәр кәрәкһә, өҫтәмә аҡса тураһында уйларға ла мөмкин. Быны республикалағы коллегалар менән бергә хәл итәсәкбеҙ», – тине Владимир Путин һәм тантанаға мотлаҡ килергә тырышасағы хаҡында әйтте.
– Быйыл августа Президент килгәндә, проекттарыбыҙға ярҙам күр- һәтеү мәсьәләһен ҡараныҡ. Президент ҡарарҙарҙы тиҙ ҡабул итә. Беҙ 2024 йылда асыласаҡ Көрәш һарайы төҙөлөшөнә тотонабыҙ, әле үк федераль бюджеттан финанслау – 1,1 миллиард һум бар. Исемлеккә индерелгән һәр объект буйынса ярҙам буласаҡ. Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте ярҙамы менән Өфөнөң 450 йыллығын лайыҡлы ҡаршы алырыбыҙға ышанам, – тип билдәләне матбуғат кәңәшмәһенән һуң республика Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: kremlin.ru

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:Лариса Михалькова