Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
20 Декабрь 2021, 15:05

Башҡортостанда мотлаҡ вакцинациялау тураһында нимә белергә

Был аҙнала, 18 декабрҙә, республиканың баш санитар табибы Анна Казактың ҡайһы бер категорияға ҡараған граждандарҙы коронавирусҡа ҡаршы мотлаҡ вакцинациялау тураһында ҡарары ғәмәлгә инә.

Башҡортостанда мотлаҡ вакцинациялау тураһында нимә белергә
Башҡортостанда мотлаҡ вакцинациялау тураһында нимә белергә

Белеүебеҙсә, дәүләт ҡарамағындағы һәм шәхси предприятиеларҙағы хеҙмәткәрҙәрҙең кәм тигәндә 80 проценты вакцина яһатҡан булырға тейеш. Талап барыһына ла түгел, ә сир йоҡтороу хәүефе ҙур булған һөнәр эйәләренә һәм граждандар төркөмөнә ҡағыла. Улар:
- 60 йәштән ололар;
- социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында йәшәүселәр;
- ирекмәндәр;
- вахта ысулы менән эшләүселәр;
- чиновниктар;
- производство практикаһы үтеүсе 18 йәштән өлкән студенттар. Уҡып йөрөгәндәр өсөн талап мотлаҡ түгел.

Шулай уҡ түбәндәге тармаҡтар хеҙмәткәрҙәре:
- медицина, фармацевтика һәм шифахана-һауыҡтырыу ойошмалары;
- мәғариф, шул иҫәптән өҫтәмә белем биреү учреждениелары;
- социаль яҡлау;
- күп функциялы үҙәктәр;
- транспорт һәм транспорт хеҙмәтләндереүе;
- таможня;
- енәйәт-башҡарма система учреждениелары;
- сауҙа һәм хеҙмәттәр күрһәтеү (матурлыҡ салондары, бөҙрәханалар, кер йыуыу, химик таҙартыу, йәмәғәт туҡланыу үҙәктәре, ателье, банктар, почта, пенсия тәьминәте, мәшғүллек, энергетика, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, музейҙар, театрҙар, концерт залдары, китапханалар, күргәҙмәләр һәм башҡа төрлө мәҙәниәт учреждениелары, цирк, зоопарк, ял итеү һәм күңел асыу урындары, балаларҙың уйын бүлмәләре, курьер, һаҡ ойошмалары, автосервис, клининг һәм ритуаль хеҙмәттәр, дарыуханалар, ветеринар ойошмалар).
30 декабргә тиклем прививканың икенсе компонентын:
- сәнәғәт;
- төҙөлөш;
- ауыл хужалығы тармаҡтары хеҙмәткәрҙәре яһатырға тейеш.
Ҡалған 20 процент – ул медицина йәһәтенән тыйыуы булған кешеләр, декрет ялындағы әсәйҙәр, оҙайлы командировкала, уҡыуҙа булыусылар. Әгәр хеҙмәткәр медицина йәһәтенән тыйыу булыу сәбәпле, прививка яһата алмай икән, ситтән тороп эшләү алымына күсергә тейеш. Физик йәки техник йәһәттән быны эшләп булмай икән, кеше эштән ситләтелә, әммә предприятие уға мәжбүри рәүештә туҡтаған осраҡтағыса эш хаҡының (окладтың) өстән ике өлөшөн түләй.

Вакцина яһатмаһаң, нимә була?
18 декабрҙән эш биреүсе прививка яһатмаған хеҙмәткәрҙәрҙе хеҙмәт хаҡын һаҡламайынса эштән ситләтеүгә хоҡуҡлы ғына түгел, ә был талапты мотлаҡ үтәргә тейеш. Әммә кеше тулыһынса эштән ебәрелмәй, әгәр прививка яһатһа, хеҙмәтенә кире ҡайта ала. Эшләмәгән осор өсөн хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Талаптарҙың үтәлешен Роспотребнадзор идаралығы тикшерәсәк. Тикшереү мәлендә коллективта вакцина яһатыусыларҙың нисбәте 80 проценттан кәмерәк булыуы асыҡланһа, шәхси эшҡыуарға – 150 мең һумғаса, юридик шәхестәргә 500 мең һум штраф һалыу йәки эшмәкәрлекте туҡтатыу ҡаралған.

Мотлаҡ вакцинация законлымы?
Кешегә үҙ ризалығынан тыш прививка яһарға ярамай. Әммә илдең йәки төбәктең баш санитар табибы «эпидемиологик күрһәткестәргә ярашлы профилактик прививкалар яһатыу тураһында» ҡарар ҡабул итә икән, етәксе вакцинаһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙе эштән ситләштереп, эш хаҡы түләмәҫкә хоҡуҡлы. Был хаҡта РФ Хеҙмәт кодексының 76-сы статьяһында һәм «Инфекцион сирҙәрҙе иммунопрофилактикалау тураһында» Федераль закондың (2021 йылдың 2 июлендә мөхәррирләнде) 10-сы статьяһында әйтелә. Әммә ул коронавирусҡа бәйле яңылыҡ түгел! Бындай ҡағиҙә күптән ҡабул ителгән, әйтәйек, ул киҙеүгә ҡаршы прививкаға ла ҡағылды. Ул ваҡытта ла ризаһыҙ кешеләр булғайны. Мәҫәлән, Норильск ҡалаһында йәшәгән бер ҡатын 2013 йылда ошо мәсьәлә буйынса Конституцион судҡа тиклем барып етте. Суд «Мотлаҡ вакцинация законлы. Теләмәһәгеҙ – эшләтмәгеҙ, әммә ошо сәбәпле башҡалар зыян күрергә тейеш түгел», тип яуап бирҙе. Тулыраҡ РФ Конституция судының 2013 йылдың 21 ноябрендәге 1867-О һанлы аңлатмаһында уҡый алаһығыҙ.

Ни өсөн Башлыҡтың Указында ҡултамға юҡ?
Ысынлап та, төбәк Башлығының Указы тексында ҡултамға юҡ, әммә закон буйынса ул кәрәкмәй ҙә. Ни өсөнмө? РФ Конституцияһына ярашлы, кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарына, иркенә һәм бурыстарына ҡағылышлы барлыҡ закондар, шулай уҡ норматив акттар дөйөм халыҡ иғтибарына сығарылырға, йәғни рәсми рәүештә баҫылырға тейеш.
Һәр төбәк рәсми документтарҙы баҫыуға ҡағылышлы үҙ ҡағиҙәләрен булдырған. Башҡортостанда барлыҡ документтар npa.bashkortostan.ru сайтына һалына. Документтың был сайтта урынлаштырылыуы үҙе үк уның ҡултамға ҡуйылып, ғәмәлгә инеүе һәм юридик көскә эйә булыуы тураһында һөйләй. Был хаҡта БР Президентының 1996 йылдың 26 сентябрендәге УП-629-сы Указында әйтелә (2015 йылдың 10 мартында мөхәррирләнде). Документтың Башлыҡ тарафынан ҡул ҡуйылған ҡағыҙ нөсхәһе канцелярия архивында һаҡлана. Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәтенең указдары һәм ҡарарҙары ла рәсми рәүештә publication.pravo.gov.ru сайтында баҫыла.
Ә бына баш санитар табиптың ҡарарҙары мисәт һәм ҡултамға менән баҫыла. Федераль ведомство етәкселеге тап шулай ҡарар иткән һәм был – уның иркендә.

КӨНҮҘӘК ҺОРАУ
Вакцинациянан һуң ике көн ял тейешме?
Быны табиптар тәҡдим итә, әммә эш биреүсе уны мотлаҡ үтәргә бурыслы түгел. Прививка яһатҡан хеҙмәткәрҙәрҙе нисек дәртләндереүҙе предприятие етәкселеге үҙ аллы хәл итә. Ҡайһы бер урындарҙа премия бирәләр, икенселәр отпускыға өҫтәмә көн ҡушыуҙы хуп күрә. Былар барыһы ла ойошманың эске документтарына ярашлы көйләнә.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Ни өсөн даими ревакцинация кәрәк?
Вакцинация ике төрҙә – ғәҙәти һәм ашығыс була. Ғәҙәти – ул, мәҫәлән, йылына бер тапҡыр киҙеүгә йәки өс йылға бер мәртәбә энцефалитҡа ҡаршы прививка яһатыу. Ә инде эпидемия шарттарында ярты йылға бер тапҡыр ашығыс вакцинация үткәрелә. Ревакцинация өсөн илебеҙҙә теркәлгән вакциналарҙың ҡайһыһын да ҡулланырға ярай. Эпидемия баҫылыу менән был сиргә ҡаршы прививкалар ҙа ғәҙәтигә әйләнеп, йылына бер тапҡыр яһаласаҡ.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:Лариса Михалькова