Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
26 Ноябрь 2021, 15:30

Аяҡ аҫтында боҙ сатнай. Боҙло һыуға төшөп киткән кешене нисек ҡотҡарырға

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ноябрь боҙоноң ниндәй хәүеф менән янауы һәм бәлә-ҡазаны иҫкәртеү тураһында һөйләйбеҙ.

Аяҡ аҫтында боҙ сатнай.  Боҙло һыуға төшөп киткән кешене нисек ҡотҡарырға
Аяҡ аҫтында боҙ сатнай. Боҙло һыуға төшөп киткән кешене нисек ҡотҡарырға

Һыуыҡтар башланыу менән кешеләр ҡышҡы ял сараларына иғтибар- ҙы арттырҙы. Был төрлө хәл-ваҡиғаларға бәйле мәғлүмәттәрҙән дә асыҡ күренә. Тәүге аҙна дауамында ғына ҡотҡарыусылар биш тапҡыр балыҡсыларға ярҙамға барған.
Павловка һыуһаҡлағысында балыҡсыларҙың моторлы кәмәһе һүнгән. Улар оҙаҡ ваҡыт ел һәм ағым ыңғайына хәрәкәт итергә мәжбүр булған. Ошондайыраҡ хәл Дүртөйлө районында Ағиҙел йылғаһында ла булған. 35 йәшлек ир кәмә менән арғы яҡ ярға сыға, әммә моторға бәйле проблема арҡаһында кире ҡайта алмай. Юлды ҡыҫҡартырға теләп, быуа аша сыҡмаҡсы була, әммә боҙ уны күтәрмәй һәм ул һыуыҡ һыуға сума. Ярай әле, был хәлде бер ҡатын күреп ҡалып, ҡотҡарыусыларҙы саҡырып өлгөрә. Салауат районында ла бер ир Йүрүҙән йылғаһына төшөп китә, уға ла ҡотҡарыусылар ярҙам иткән.
Йыл һайын көҙгө боҙ арҡаһында тиҫтәләрсә кешенең ғүмере өҙөлә. Кемдәр улар? Ҡыш миҙгелен көтөп ала алмайынса, йоҡа боҙ өҫтөндә балыҡ тотоусылар. Миңә бер нимә лә булмай тип, йылға йәки быуа аша ҡыҫҡараҡ юл һайлаусылар. Шулай уҡ иҫеректәр. Алкоголь үҙ-үҙеңде һаҡлау тойғоһон кәметә, реакциялар тот-ҡарлана һәм кеше ғәҙәттән тыш хәлдә етеҙ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алмай. Һәм, үкенескә ҡаршы, ололар иғтибарынан ситтә ҡалған, һыуыҡ һыуҙың ни тиклем хәүефле булыуын аңлап етмәгән балалар.
Йылға һәм күлдәр боҙ менән ҡапланды. Тәү ҡарамаҡҡа, ул ҡалын һәм хәүефһеҙ булып тойола, әммә был дөрөҫ түгел. Ысынбарлыҡта әле боҙҙоң ҡалынлығы 2-3 сантиметр, ә йәйәү атлаған кешегә хәүефһеҙ булһын өсөн 7 сантиметр булыуы кәрәк. Каток эшләү өсөн – 12 сантиметр, йылға аша сығыуҙы ойоштороуға – 15, машинаны күтәрһен өсөн 30 сантиметр булыуы зарур.
Ныҡлы һәм тотороҡло һалҡындар башланмайынса боҙ нығынмай. Ул хатта бәләкәй генә ауырлыҡты ла күтәрә алмауы ихтимал. Көндөҙ, ҡояш нурҙары аҫтында, ул ныҡлығын тағы ла нығыраҡ юғалта һәм ҙур хәүеф сығанағына әйләнә.
Иң хәүефһеҙе – үтә күренмәле, йәшкелт йәки зәңгәрһыу төҫтәге боҙ. Әгәр ул буръяҡ, һоро, тишекле булһа – ҡурҡыныс. Ундай боҙ сатнамайынса ғына ыуалып төшөүе ихтимал. Ҡар менән ҡапланған йылға йәки күл өҫтө лә – хәүеф сығанағы, сөнки ҡар иреү урындарҙы йәшерә һәм боҙ ҡатламының ҡалынайыуын әкренәйтә.

Һыуыҡ һыуға төшөп киткән осраҡта, нимә эшләргә?
Киҫкен хәрәкәттәр яһамағыҙ, тигеҙ тын алығыҙ, баш менән суммаҫ өсөн ҡулдарығыҙҙы ян-яҡҡа йәйеп, боҙ ситенә тотонорға тырышығыҙ. Боҙ аҫтына китеү – айырыуса хәүефле, сөнки ағым һеҙҙе мәкенән алыҫ алып китеүе бар.
Боҙҙо ватмаҫҡа тырышып, түшегеҙ менән шыуып менегеҙ. Боҙ ситенә ярты кәүҙәгеҙ менән ятҡас, тәүҙә бер аяғығыҙҙы, һуңынан икенсеһен ҡал-ҡытығыҙ. Әгәр боҙ һеҙҙе күтәрһә, ипләп кенә ярға табан шыуышығыҙ (тороп баҫырға, йүгерергә ярамай!). Үҙегеҙ атлап килгән яҡҡа хәрәкәт итегеҙ, сөнки ул тәңгәлдә боҙҙоң һеҙҙе күтәргәнен беләһегеҙ.

Әгәр варианттар булмаһа...
Шулай ҙа булыуы бар: һыу ятҡылығы аша үтергә кәрәк, сөнки башҡа юл юҡ. Нимә эшләргә?
- Был осраҡта алдан һалынған һуҡмаҡ аша үтеү хәүефһеҙерәк.
- Томан төшкәндә, ҡар, ямғыр яуғанда һәм ҡараңғы мәлдә боҙ аша йөрөмәгеҙ. Көтөп тороу яҡшыраҡ.
- Боҙҙоң ныҡлығын аяҡ менән тибеп тикшереп ҡарамағыҙ.
- Ҡыш башында һыу ятҡылығының урта тирәһе айырыуса хәүефле, яҙға табан – яр ситтәре, һыу ағыҙыу торбалары эргәһе, күпер аҫтары.
- Боҙҙоң бер өлөшөндә күмәк кеше йыйылмағыҙ. Ара өс-дүрт метр булыр-ға тейеш.

Бәләгә тарыусыға нисек ярҙам итергә?
Әгәр күмәк булһағыҙ, берегеҙ шунда уҡ ҡотҡарыу һәм ашығыс ярҙам хеҙмәтен саҡырһын. Быны бушлай 112 һандары буйынса эшләргә мөмкин. Икенсе кеше оҙон таяҡ, таҡта, һай- ғау йәки арҡан тапһын. Был осраҡта шарф, ҡайыш йәки башҡа кейемде бер-береһенә бәйләргә лә мөмкин. Ҡазаға тарыусыға ҡысҡырып, хәҙер ярҙам итәсәгегеҙ хаҡында әйтегеҙ, был уға көс һәм ышаныс өҫтәйәсәк.
Һыу уйымына бик һаҡ рәүештә яҡынлағыҙ, ҡулдарығыҙҙы ситкә йәйегеҙ, таяныу майҙанын киңәйтеү өсөн аяҡ аҫтына саңғы, фанер йәки таҡта киҫәге һалығыҙ. Өс-дүрт метр ара ҡалғас, һайғау, таҡта йәки арҡанды һуҙығыҙ.
Батыусыға ҡул биреү – хәүефле, сөнки һыу уйымына яҡынлау менән боҙға төшкән ауырлыҡ артасаҡ һәм үҙегеҙ ҙә һыуға сумыуығыҙ ихтимал. Бәләгә тарыусыны һаҡ ҡына һөйрәп сығарығыҙ һәм икәүләп ярға табан шыуышығыҙ.
Ярҙа, мөмкинлеккә ҡарап, батыусыға ҡоро кейем кейҙерегеҙ, парник эффекты булдырыу өсөн полиэтилен-ға урағыҙ. Ә иң яҡшыһы – уны йылы урынға алып барыу.

Әгәр автомобилегеҙ һыу эсендә ҡалһа
Машина бата башлау менән, тәҙрәне асып, сығырға тырышығыҙ. Ишектәрҙе асырға кәңәш ителмәй, сөнки ул саҡта техника һыу төбөнә тиҙерәк китәсәк. Машинанан сығыр алдынан ҡалын кейемдәрегеҙҙе сисегеҙ, бер нисә тапҡыр тәрән итеп тын алығыҙ.
Тәү сиратта балаларҙы ҡотҡарырға кәрәк. Баланы арҡаһы менән үҙегеҙгә ҡыҫып тотоғоҙ, бармағығыҙ менән танауын, ауыҙын ябығыҙ һәм өҫкә табан йөҙөгөҙ.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Кеше ике градусҡа тиклемге температуралағы һыуҙа – 10 минут, ике градустан түбән осраҡта биш минут була ала. Ошо ваҡыт эсендә уны ҡотҡарырға мөмкин.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:Лариса Михалькова