Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
22 Ноябрь 2021, 09:55

Башҡортостанда анализдарҙы яңы алымда эшләйәсәктәр. Был хаҡта нимәләр белергә кәрәк

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауыл ерендә йәшәгән кешеләр өсөн анализдар тапшырыуҙы ябайлаштыр-ған бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Ошоға бәйле мөһим һәм кәрәкле яңылыҡтар менән таныштырабыҙ.

Башҡортостанда анализдарҙы яңы алымда  эшләйәсәктәр. Был хаҡта нимәләр белергә кәрәк
Башҡортостанда анализдарҙы яңы алымда эшләйәсәктәр. Был хаҡта нимәләр белергә кәрәк

Башҡортостанда медицина анализдарын алыу һәм тикшереүҙе ойоштороу алымы тулыһынса үҙгәреш кисерҙе. Хәҙер анализды дауаханала йәки поликлиникала ҡул көсө менән түгел, ә үҙәкләштерелгән алымда, тиҙ һәм теүәл заманса аппараттарҙа эшләйәсәктәр. Улар республиканың ҙур лабораторияларына һатып алынды. Был башланғыстың ыңғай яҡтарын барлайыҡ.

1. Ҡайҙалыр барыу мотлаҡ түгел
Иң мөһиме – шуны белергә кәрәк: махсус рәүештә ҡайҙалыр барырға кәрәкмәй. Бығаса ҡан йәки башҡа төрлө анализ бирергә үҙең теркәлгән поликлиникаға йөрөгән кеүек, артабан да шунда мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ. Әлегәсә урындарҙа иң ябай анализдар ғына алынды. Әгәр табип ниндәйҙер ҡатмарлыраҡ анализ тапшырыу, мәҫәлән, антиесемдәр йәки гормондарҙы тикшереү зарурлығын билдәләһә, район үҙәгенә йәки яҡындағы ҙурыраҡ ҡалаға, хатта Өфөгә барырға кәрәк ине. Ә инде айырыуса ҡатмарлы осраҡтарҙа, әйтәйек, һирәк осраған генетик тест эшләргә йәки иммунногистохимик анализдар тапшырырға кәрәкһә, Мәскәүгә барырға һәм шунда һөҙөмтәләрҙе көтөргә тура килде.
Хәҙер хәл үҙгәрҙе. Табип анализдар тапшырырға ҡушһа, үҙегеҙ теркәлгән поликлиникаға йәки фельдшер-акушерлыҡ пунктына бараһығыҙ һәм ҡан тапшыраһығыҙ. Пробирканың уникаль штрих-коды була. Лаборант шул кодты сканер аша үткәреп, номерҙың һеҙҙеке булыуын теркәй. Артабан пробирканы яҡындағы лабораторияға алып баралар. Белгес пробиркаларҙы аппаратҡа урынлаштыра һәм ҡорамал барлыҡ анализдарҙы үҙе эшләй. Артабан һәр код тағы берҙе сканерлана һәм һөҙөмтәләр берҙәм мәғлүмәт базаһына һалына. Был алым сифатлы һәм хәүефһеҙ. Машина анализдарҙы бутамай, иҫәпләүҙә яңылышмай һәм «сәй өсөн тәнәфестәргә» туҡтамай. Йәғни кеше факторы, хата ебәреү ихтималлығы бөтөнләй юҡ тиерлек. Һәм ундай аппараттар күп тә кәрәкмәй, бөтә республикаға бер нисәү булһа – етә.

2. Хәҙер анализдар күберәк эшләнә һәм улар бушлай!
Яңы ҡорамал арҡаһында дәүләт клиникаларында тикшереү мөмкин булған анализдар исемлеге ун тапҡыр-ға (!!!) артты: 40-тан 440-ҡа тиклем. Уларҙың күп өлөшө дәүләт гарантиялары программаһына инә, йәғни тулыһынса бушлай эшләнә. Тәү сиратта был сирҙе диагностикалауға бәйле анализдарға ҡағыла. Хәҙер райондағы табип бығаса эшләү мөмкин булмаған анализға йүнәлтмә бирә ала, ә уның хаҡын тулыһынса дәүләт ҡаплай.
Иҫкәрмә булараҡ, бындай мөмкинлек аллергия реакцияларын диагностикалауға, аутоиммун анализдар-ға, енси юл менән йоҡҡан инфекцияларға тест үтеүгә һәм башҡа ҡайһы бер осраҡтарға ҡағылмай.
Яңы ҡорамалдар анализдарҙың сифатын күпкә яҡшыртҡан, ә уларға бәйле сығымдар кәмегән. Йәғни хәҙер шул уҡ аҡсаға күберәк анализ эшләргә һәм шәхси клиникаларҙың сифатына тиңләшергә мөмкинлек тыуҙы.

3. Бөтә нӘмә электрон вариантта, шуға күрә юғалмаясаҡ
Тағы бер мөһим яңылыҡ – берҙәм мәғлүмәт базаһы. Хәҙер сиратта тороп анализ һөҙөмтәләрен алырға, ҡағыҙҙы һаҡларға, уны картаға беркетергә, башҡа белгестәргә күрһәтеү өсөн алып барырға кәрәкмәй. Былар барыһы ла үткән заманда ҡалды. Анализдарҙың һәм тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәләре берҙәм мәғлүмәт базаһына һалына һәм, мөрәжәғәт иткән осраҡта, уларҙы республиканың һәм илдең һәр табибы ҡарай ала.
Аңлайышлы булһын өсөн миҫал килтереп үтәйек. Мәҫәлән, Вәсил Сибай ҡалаһында йәшәй. Табип уға анализ бирергә ҡушҡан. Әлегәсә Вәсилгә бының өсөн Өфөгә барырға, ҡайҙандыр фатир табып йоҡларға, киләһе көнөнә анализдарҙы барып алып, кире ҡайтырға тура килер ине. Ә хәҙер Вәсил үҙе теркәлгән поликлиникаға бара, ҡан тапшыра, киләһе көнгә табипҡа мөрәжәғәт итә – һөҙөмтә компьютерҙа күренеп торасаҡ.
Әйткәндәй, һөҙөмтәләрҙе үҙ аллы ла ҡарап була. Бының өсөн телефонығыҙға «Табипҡа» («К врачу») тигән бушлай ҡушымтаны күсереп алығыҙ йәки «Берҙәм медицина порталы» сайтына инегеҙ һәм теркәү үтегеҙ. Бының өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә раҫлан-ған иҫәп яҙмаһының булыуы зарур. Сайтта табиптың эш сәғәттәре менән танышырға, күренеү йәки вакцина яһатыу өсөн яҙылырға, ә «Медкарта» бүлегендә тапшырған анализдарҙың һөҙөмтәләрен ҡарарға мөмкин. Һынап ҡарағыҙ, был – бик уңайлы алым.

4. Анализ тапшырырға фельдшерҙар һәм акушерҙар ҙа йүнәлтмә бирә ала
Ябай кешеләрҙең тормошон еңеләйтәсәк тағы ла бер мөһим яңылыҡ: әгәр ФАП-та эшләгән фельдшер йәки акушер табиптың бурыстарын да атҡарһа, кәрәк тип тапҡан барлыҡ анализдарға йүнәлтмә бирә ала. Улар-ҙы йәшәгән урының буйынса, йәғни яҡындағы поликлиникала йәки дауаханала тапшырырға мөмкин.

МӨҺИМ ҺОРАУ
Коронавирусҡа анализ биреү ҙә үҙәкләштереләме?

Эйе, коронавирусҡа анализ тапшырыу ҙа үҙәкләштерелә. Башҡорт-останда коронавирусҡа тикшереү үткәреүгә рөхсәте булған һигеҙ федераль, 16 Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы һәм һигеҙ шәхси лаборатория эшләй. Был осраҡта ла ғәҙәти анализдар өсөн булдырылған алым ҡулланыла: бер урында алына, үҙәкләштерелгән ысул менән тикшерелә һәм мәғлүмәт медицина базаһына, «Дәүләт хеҙмәттәре»нә һалына. Һөҙөмтәне һәр кем шәхси кабинетына инеп ҡарай ала.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:Лариса Михалькова