Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
17 Сентябрь 2021, 10:00

“Тура бәйләнеш”тә Радий Хәбиров нимәләр тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы дүрт сәғәттән ашыу ваҡыт дауамында журналистарҙың, йәмәғәтселәрҙең һәм республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе.

“Тура бәйләнеш”тә Радий Хәбиров нимәләр тураһында һөйләне
“Тура бәйләнеш”тә Радий Хәбиров нимәләр тураһында һөйләне

Вакцинацияның мөһимлеге хаҡында
Беҙ йыл ярым тирәһе пандемия шарттарында йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ. Кешеләр ныҡ арыны. Халыҡҡа артыҡ мәшәҡәттәр тыуҙырмаҫ өсөн проблемаларға бик һаҡ мөнәсәбәттә булырға тырышабыҙ. Коронавирусҡа ҡаршы күрелгән саралар менән пандемия үҫеше араһында баланс кәрәк. Әле хәл-торош сағыштырмаса тотороҡло. Әгәр ул насарайһа, сирләүселәр, үлеүселәр күбәйһә, ул саҡта мин икенсерәк, шул осраҡҡа тура килгән саралар күрәсәкмен. Ҡотолоу юлы – вакцинация. Ул сирҙе күпкә еңелерәк үткәреү мөмкинлеге бирә. Республикала миллиондан ашыу кеше вакцина яһатты, әммә тағы шул сама кәрәк. Зинһар өсөн вакцина эшләтегеҙ.

Район башлыҡтары араһында айырып ҡараған кешеләрем юҡ
Өс йыл дауамында кадрҙар йәһәтенән етди эш алып барҙыҡ һәм райондарҙағы командаларҙы ярайһы уҡ яңырттыҡ. Кандидатура һайлағанда һөнәри оҫталыҡҡа ғына түгел, кешелек сифаттарына ла иғтибар итәм. Был кешегә ҡарата ниндәй фекерҙәр бар, быға тиклемге хеҙмәт урындарында нисек эшләгән?
Район башлыҡтары араһында үҙ күргән, айырып ҡараған кешеләрем юҡ. Һәр береһенә, әгәр ул башлыҡ өсөн берәй лайыҡһыҙ эш башҡармаһа, хөрмәт менән аңлап ҡарайым. Уларҙы бөтәһе лә ҡаңғырта – киң мәғлүмәт саралары ла, хоҡуҡ һаҡлау органдары ла, улар барыһы өсөн дә яуап бирә – ни өсөн бөтә ерҙә лә яҡтылыҡ юҡ, ни өсөн шул урында үлән үҫмәй... Мин һәр нәмәгә айыҡ аҡыл менән ҡарарға һәм ғәҙел булырға тейешмен. Кешенең һәр ваҡыт башына һуғып тороп эшләтеп булмай.

Салауат Юлаев һәйкәле ремонт мәлендә урынынан алып тороласаҡ
Өфөнөң төп символы булған һәйкәл 1967 йылда ҡуйылған һәм шунан алып уға бер тапҡыр ҙа ремонт эшләнмәгән. Тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, һәйкәлдең үҙендә лә, постаментында ла проблемалар бар. Уны юғалтыуыбыҙ ихтимал, шуға күрә тиҙ арала ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Был ябай эш түгел, үҙенсәлектәре күп. Һәйкәлде һәм постаментты реконструкциялау буйынса төплө уйланылған проект эшләргә кәрәк. Бының өсөн ҙур ғына суммала сығым талап ителә. Пландар бик хәтәр, Алла бирһә, киләһе йәйҙә һәйкәлде постаменттан алып, эшкә тотонорға яҙһын. Шунһыҙ мөмкин түгел, сөнки һәйкәлдең ауырлығы 40 тонна самаһы.
Янғынға ҡаршы көрәш өсөн вертолеттар һатып алынасаҡ
Белгестәр әйтеүенсә, тәбиғәттәге янғын осраҡтары йылдан-йыл арта барасаҡ. Уларға ҡаршы әҙерлекте бөгөн үк башларға кәрәк. Янғын йәһәтенән хәүефле мәлдә бәләгә тарыған райондарға ҡеүәтле техника ебәреү буйынса эре предприятиелар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, сөнки ундай техниканы район балансында тотоу ҡиммәткә төшә. “Ростех” дәүләт корпорацияһы менән республикала етештерелгән Ка-32 янғын-ҡотҡарыу вертолеты һатып алыу тураһында килештек.

“Миңә Путин менән аралашыу уңайлы”
Минең өсөн Рәсәй Президенты менән аралашыу ауыр түгел һәм эшлекле осрашыу мәлендә беҙҙең команданың тәҡдимен хуплауын ҡыуанып ҡабул иттек, был иң мөһиме ине. Барлыҡҡа килгән һорауҙар буйынса эшлекле шарттарҙа фекер алыштыҡ. Президент менән осрашыуға ике-өс аҙна ваҡыт үткәс, студент кампусы буйынса ҡарарҙы алып ҡыуандыҡ. Әлбиттә, беҙ бик ныҡ әҙерләндек. Беҙҙең заявка һәр яҡлап уйланылған, төплө ине.

Юл буйҙарында кафелар, яғыулыҡ станциялары, бәҙрәфтәр барлыҡҡа киләсәк
Мин республика буйлап күп йөрөйөм һәм шуға иғтибар итәм: ҡайһы бер урындарҙа туҡтап ял итерлек, хатта ҡул йыуырлыҡ шарттар юҡ. Шуға күрә эште юл буйы сервисын үҫтереүҙән башларға ҡарар иттек, тотош программа эшләнек. Яңы кафелар, кемпингтар, заправкалар, бәҙрәфтәр барлыҡҡа киләсәк. Программаға ҡарата үҙебеҙҙән дә, башҡа төбәктәрҙән дә инвесторҙар ҡыҙыҡһыныу белдерә.
Бынан ике йыл элек беҙҙә бер генә туристик навигация билдәһе лә юҡ ине. Меңдән ашыу билдә урынлаштырҙыҡ. Был республикаға килгән туристар өсөн бик уңайлы һәм мөһим. Эйе, ҡунаҡтар һәр ваҡыт риза булып ҡайтып китмәй. Хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар, мәҫәлән, йылға буйҙарында сүп-сар күп. Кешеләр кәмә менән аҡҡан ваҡытта ошо насар күренештәрҙе лә күрә. Әлбиттә, тота килеп бар халыҡты үҙенән һуң ял иткән урынын йыйыштырып китергә өйрәтә алмайбыҙ. Шуға күрә башҡараһы эш етерлек.

“Өфө” футбол клубы ҡеүәтле бағыусыға эйә буласаҡ
Беҙ республиканың бер эре предприятиеһы менән һөйләшеүҙәр алып барып, финанслауға рөхсәт алдыҡ. Был мәсьәләне Рәсәй Хөкүмәтендә лә ҡараныҡ. Мин әлегә предприятиеның исемен атамайым, ул республикала футбол үҫешен финанслаған төп бағыусы буласаҡ. Тейешле корпоратив процедуралар үтеүен көтәбеҙ, белеүегеҙсә, бының өсөн ваҡыт кәрәк.

Элекке Башлыҡтар менән мөғәмәлә тураһында
Ул тиклем йыш булмаһа ла Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән аралашабыҙ. Барыбыҙ исеменән дә уға һаулыҡ теләйек! Мин дә был йәһәттән иғтибар-хәстәр күрһәтергә тырышам. Мортаза Ғөбәйҙулла улы шылтыратһа, гел: “Шунан, бирешмәй-һеңме?” – тип һорай. “Бирешмәйем”, – тип яуаплайым. “Ярай, бирешмә шул”, – ти ул. Беҙ уның менән бик күп йылдар таныш, ябай булмаған төрлө осорҙарҙы ла үткәрҙек. Ул – Башҡортостан өсөн бик күп эштәр башҡарған кеше.
Рөстәм Зәки улы Хәмитов менән дә даими рәүештә ихлас аралашабыҙ. Бер мәл әйткәйнем инде: ул миңә үҙе башлаған эштәр һәм иғтибар талап иткән йүнәлештәр исемлеген ҡалдырҙы. Улар – бик яҡшы билдәләмәләр, ҡайһы берҙәре буйынса эш алып барабыҙ. Рөстәм Зәки улы ла республика өсөн мөһим эштәр башҡарҙы, уға ҙур хөрмәт менән ҡарайым. Күптән түгел тыуған көнөн билдәләне, мин уны ҡотланым.

Шәхси мәсьәләләр тураһында
Иртәнсәк бик еңел, тиҙ генә уянған кешеләр була. Минең өсөн музыкаһыҙ һәм ҡәһүәһеҙ иртә – иртә түгел. Әгәр көндөҙгө 12-нән төнгө 12-гә тиклем эшләргә мөмкин булһа, был мине тулыһынса ҡәнәғәтләндергән вариант булыр ине. Әлеге мәлдә иртәнсәк тороу өсөн шатлыҡлы сәбәп барлыҡҡа килде: бәләкәй улым иртә уяна һәм мин уның менән аралашыу мөмкинлеген файҙаланып ҡалам, сөнки кискеһен ундай бәхет эләкмәй.
Хеҙмәтемде башлаған мәлдә үтә ҡыҙыу булғанмын кеүек тойола. Әле үҙ өҫтөмдә эшләйем, элек өҫтәлгә йоҙроҡ менән һуғып, тауыш күтәреп хәл иткән мәсьәләләрҙе тынысыраҡ шарттарҙа, “таба осормайынса” хәл итергә тырышам.
Ваҡыт булғанда уҡырға яратам. Тарихи әйберҙәр – Беренсе донъя һуғышы, Тәре походтары тураһында уҡыу оҡшай.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:Лариса Михалькова