Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
13 Сентябрь 2021, 16:30

Яңы уҡыу йылының биш төп хәүефе һәм уларҙы нисек йырып сығырға

Яңы уҡыу йылының башланыуы бөтә йәштәге балалар өсөн дә ниндәйҙер кимәлдә көсөргәнеш тыуҙыра. Дуҫтар менән аралашып, рәхәтләнеп йөрөргә, күпме теләйһең – шуның сама йоҡларға мөмкинлек биргән йәйге айҙар үтеп тә китте. Яңы миҙгелдең ниндәй төп ҡыйынлыҡтарына иғтибар бүлергә кәрәк? Бөгөн белгестәр ошо хаҡта аңлатма бирә.

Яңы уҡыу йылының биш төп хәүефе һәм уларҙы нисек йырып сығырға
Яңы уҡыу йылының биш төп хәүефе һәм уларҙы нисек йырып сығырға

Туҡланыуҙың боҙолоуы
Анна Евгенова, диетолог, нутрициолог:
– Балағыҙ мәктәпкә юлланғанда мотлаҡ ҡапҡылап алырлыҡ ризыҡ, бер алма булһа ла, һалығыҙ. Шулай уҡ өйҙә һәр ваҡыт йылытып ашарлыҡ бешкән ризыҡ булһын. Юғиһә, ул: “Өйҙә бер нимә лә юҡ ине, шуға күрә чипсы ашаным”, – тип әйтәсәк. Иммунитетты йәштән һаҡлау бик мөһим, бының өсөн йәшелсә-емештәргә, һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирегеҙ! Ә бына ябай углеводтарҙы, йәғни тәмле-татлыны, печенье, газлы эсемлектәрҙе сикләргә йәки уларҙан бөтөнләй баш тартырға кәрәк. Иң яҡшыһы – өйҙә бергәләшеп бер ниндәй зарарлы ҡатнашмалары булмаған тәмлекәс бешереү. Әсәй менән бергә ризыҡ әҙерләү психик һәм эмоциональ торошто көйләү һәм туҡланыу ғәҙәттәре булдырыу йәһәтенән дә файҙалы.

Өлгәш кимәленең түбәнәйеүе
Ольга Вилданова, мәктәп психологы:
– Беренсе һәм бишенсе класта мәктәпкә һәм яңы шарттарға өйрәнеү – ике ай самаһы, башҡа кластарҙа яҡынса ике-өс аҙна дауам итә. Тап ошо мәлдә балаларҙың өлгәш кимәлен дә, күңел торошон да етди иғтибарҙа тоторға кәңәш ителә. Айырыуса бала яңы мәктәпкә күсһә, һеҙҙең тарафтан иғтибар-хәстәрҙең булыуы мотлаҡ.
Көн тәртибен дөрөҫ ойоштороу мөһим. Иртәнсәк бала ашыҡмайынса мәктәпкә йыйынһын өсөн етерлек ваҡыты булырға тейеш. Йоҡонан тулыһынса уяныу, үҙеңде яңы көнгә көйләүҙә иртәнге гимнастика – яҡшы ярҙамсы. Иртәнсәк бөтә балалар ҙа теләп ашамай. Был осраҡта артыҡ ныҡышмалылыҡ күрһәтмәгеҙ. Иртә менән яҡшы кәйефтә булыу, бала менән матур мөнәсәбәт һаҡлау мөһим. Балағыҙ яратып ашаған ризыҡтарға өҫтөнлөк бирергә тырышығыҙ. Иртәнсәк бындай мәшәҡәттәрҙән ҡотолоу өсөн менюны кистән кәңәшләшеп төҙөп ҡуйығыҙ.
Мәктәптән ҡайтып ингән бала ашарға һәм мотлаҡ бер аҙ ял итергә тейеш. Шунан һуң ғына дәрес әҙерләргә тотонорға мөмкин. Көн тәртибендә яратҡан шөғөлдәр һәм уйындар өсөн дә ваҡыт бүленһен. Уларҙан алған матур тәьҫораттар бәләкәй кешенең тормошонда мөһим роль уйнай.
Балалар, айырыуса беренсе класс уҡыусылары ололарҙың психологик ярҙамына ныҡ мохтаж.
Кискеһен ваҡыт табып, балағыҙ менән аралашығыҙ, уның хәл-торошо менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Уға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булһағыҙ, икенсе көнө ул да күтәренке кәйефтә мәктәпкә юлланыр. Бала алдында бер ваҡытта ла уҡытыусыны һәм мәктәпте яманламағыҙ. Улығыҙҙы йәки ҡыҙығыҙҙы башҡа класташтары менән сағыштырмағыҙ, уларҙы өҫтөн йәки түбән итеп күрһәтмәгеҙ. Балағыҙҙы нисек бар – шулай ҡабул итегеҙ һәм яратығыҙ, уны шәхес булараҡ хөрмәт итергә өйрәнегеҙ.

Тиҙлек яратҡан водителдәр
Бөтә атай-әсәйҙәр ҙә балаһын көн һайын мәктәпкә тиклем оҙата алмай. Ҡайһы берҙә балаға белем усағына үҙ аллы барып ҡайтырға тура килә. Ярай ҙа мәктәп ихата эсендә генә булһа. Әммә был осраҡта ла хәүеф янауы ихтимал. Көндән-көн ҡараңғы иртәрәк төшә бара, һәм был һорау бик тә көнүҙәк. Һеҙҙең иғтибарға ябай ғына ҡағиҙәләр:
- Мәктәпкә барыуҙың иң ҡыҫҡа һәм хәүефһеҙ юлын билдәләп, “карта” эшләгеҙ. Бала тик ошо маршрут буйынса ғына йөрөһөн.
- Баланың кейеменә яҡтылыҡты сағылдырған махсус билдәләр тегегеҙ. Мәҫәлән, өҫ кейеменең еңенә йәбештергес беркетергә, брелок йәки махсус уйынсыҡ һатып алырға мөмкин. Яҡтылыҡты сағылдырған әйбер ни тиклем ҙурыраҡ булһа, водитель йәйәүлене шул тиклем тиҙерәк шәйләйәсәк. Нисек кенә булмаһын, бындай әйберҙәр алыҫтан күренә һәм юл-транспорт ваҡиғаһына тарыу хәүефен 85 процентҡаса кәметә. Уларҙы ерҙән 80-100 сантиметр бейеклектәге кимәлдә, кейемдең арҡа һәм ең өлөштәренә ҡуйырға кәңәш итәләр, шул осраҡта водителдәр уларҙы яҡшыраҡ күрә ала. Балаға кейем һатып алғанда сағыуыраҡ төҫтәргә өҫтөнлөк бирегеҙ: белгестәр билдәләүенсә, ҡара кейемдәге кеше ҡараңғы мәлдә машина водителенә бөтөнләй күренмәй, күк кейемде – 15 метрҙан, ҡыҙылды – 25, ә аҡ кейемде 50 метрҙан шәйләп була.
- Әгәр инде уйламайынса юлға йүгереп сыҡһаң, бер ниндәй һаҡлыҡ саралары ла ярҙам итмәйәсәк.


Көҙгө көйһөҙлөк һәм гаджеттар
Таһир Ғиззәтуллин, Башҡорт-остан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш психиатры:
– Көҙ – ул ҡояш нуры кәмегән, ә физик көсөргәнеш артҡан осор. Шуға күрә бөтәһенә лә, айырыуса балаларға, арыу, кәйеф төшөү кеүек күренештәрҙе профилактикалау саралары күреү зарур. Был осраҡта даими физик әүҙемлек – спорт, саф һауала йәйәү йөрөү, мәктәптәге әүҙем биш минутлыҡ күнегеүҙәр ярҙамға килә ала.
Эш һәм ял ваҡытын тигеҙ бүлеп, дәрес әҙерләүҙе дөрөҫ ойоштороу мөһим. Был осраҡта гаджеттар тураһында ла әйтеп үткем килә. Замана балалары уларһыҙ йәшәй алмай. Әммә был зыянлы. Күҙ талмаһын һәм психик торошҡа зыян килмәһен өсөн көнөнә 30-40 минут та етә. Был физик һәм психик торошто, йәғни яҡшы кәйефте һаҡлауға ла булышлыҡ итә.
Әгәр балағыҙҙың аппетиты кәмеһә, уҡыуға йәки башҡа шөғөлдәргә ҡыҙыҡһыныуы һүнһә, был нимәнеңдер дөрөҫ эшләнмәүе тураһында сигнал булып тора.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:Лариса Михалькова