Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
3 Сентябрь 2021, 15:00

Башҡортостан халҡы нисек итеп яңы законға ярашлы бушлай газ үткәртә ала

Республика ауылдарына газ үткәреп бөтөү буйынса төп һорауҙар.

Башҡортостан халҡы нисек итеп яңы  законға ярашлы бушлай газ үткәртә ала
Башҡортостан халҡы нисек итеп яңы законға ярашлы бушлай газ үткәртә ала

Апрель аҙағында, Федераль Йыйылышҡа яһаған Мөрәжәғәте мәлендә, Владимир Путин Рәсәй халҡының ер участкаларына бушлай газ үткәреү талабын ҡуйҙы. Йәй башында Дәүләт Думаһы ошо хаҡта закон ҡабул итте һәм ул ғәмәлгә инде. Хәҙер торама пунктҡа тиклем һуҙылған торбанан кеше йәшәгән биләмә сигенәсә газды бушлай һуҙырға тейештәр. Ҡулланыусы ошо сиктән өйөнөң эсенә газ үткәреү һәм кәрәкле ҡорамалдар (ҡаҙанлыҡ, һыу йылытҡыс, торбалар, плита, иҫәпләгестәр һ.б.) һатып алыу сығымдарын ғына түләй.
Кешеләр өсөн был закон бик урынлы. Элек газ селтәренә тоташыу сығымдары башҡарылған эштәрҙең ҡатмарлылығына һәм участканың алыҫлығына ныҡ бәйле ине. Әгәр газ үткәргес йорт янынан үтһә, участкаға тиклем һуҙыу 27 мең һум самаһы булды, ә инде, мәҫәлән, юлдың аҫтынан торба һуҙырға кәрәкһә, йөҙәр мең, хатта миллион һумғаса аҡса сарыф итеү ихтималлығы бар ине. Хәҙер был сығымдар газ бүлеүсе ойошмалар иҫәбенә һалына.

Һәр йортҡа газ инәсәкме?
Башҡортостанда газ үткәреп бөтөүгә ҡағылышлы программаға ярашлы, республиканың 2500 торама пунктындағы 180 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәреү бурысы тора. Закон быға тиклем газ селтәренә тоташтырылған ауылдарға ҡағыла. Ябай итеп әйткәндә, ауылға зәңгәр яғыулыҡ үткәрелеп тә кемдер ниндәйҙер сәбәп менән уға тоташмай ҡалған булһа, бына шуларға селтәр бушлай һуҙыласаҡ. Ә инде ошоғаса ауылығыҙға газ бөтөнләй килеп етмәгән булһа, көтөргә тура киләсәк, сөнки ул эш икенсе программаға ярашлы башҡарыла. Үҙегеҙ йәшәгән ауылдың әлеге программаға инеү-инмәүен түбәндәге һылтанма аша Рәсәй Федерацияһының берҙәм газ үткәреү операторы сайтына инеп белергә мөмкин: connectgas.ru/gasification_program

Ғариза нисек бирелә?
Программаға эләгеү өсөн «Газпром газ бүлеү Өфө» компанияһының рәсми сайтына инеп (www.bashgaz.ru), йәки компанияның клиент үҙәктәрендә, Күп функциялы үҙәктәрҙә ғариза ҡалдырырға мөмкин. Яҡын арала быны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла башҡарыу мөмкин буласаҡ.
Бына ниндәй документтар кәрәк:
- Паспорт, ИНН, СНИЛС;
- ерҙең һәм йорттоң һеҙҙең шәхси милек булыуын раҫлаған документтарҙың күсермәһе. Әгәр ер менән йорт, мәҫәлән, өләсәйегеҙҙең исемендә икән, нотариустан ышаныс ҡағыҙы алырға кәрәк;
- ситуация планы. Ул – һеҙҙең участкағыҙ һәм йортоғоҙ күрһәтелгән схема. Уны үҙегеҙ ҙә эшләй алаһығыҙ, шулай уҡ асыҡ кадастр картаһы менән ҡулланырға мөмкин: pkk.rosreestr.ru/
Әгәр йортоғоҙ өсөн сәғәтенә ете кубометрҙан күберәк газ тотонолһа, максималь сығымды иҫәпләү зарур. Ул нисек иҫәпләнә? Дүрт комфоркалы газ плитаһы сәғәтенә 1,6 кубометр газ яға, 100 квадрат метр майҙанлы йортто йылытыуға һәм һыу эҫетеүгә сәғәтенә яҡынса бер кубометр зәңгәр яғыулыҡ сарыф ителә. Әгәр махсус газ ҡорамалдары менән ҡулланмаһағыҙ һәм бер нисә ҡатлы һарай ише йортоғоҙ булмаһа, был пункт һеҙгә ҡағылмай.
Документтарығыҙ теүәл булһа, һеҙҙең менән килешеү төҙөйәсәктәр. Эштәр башланғанға тиклем кәрәкле ҡорамалдар һатып алырға һәм йортоғоҙҙо әҙерләргә тейешһегеҙ.

Газ күпме ваҡыт эсендә үткәрелә?
Законда аныҡ сроктар билдәләнмәгән. Был осраҡта йортоғоҙҙоң газ бүлеү селтәренән ни кимәлдә алыҫ урынлашыуы һәм торба һуҙыу өсөн шарттар мөһим роль уйнай.
Әлеге программаға бәйле газ өсөн түләү хаҡтары үҙгәрәме?
Юҡ, үҙгәрмәй. Газға тарифты дәүләт билдәләй, был осраҡта йыллыҡ инфляция кимәле иҫәпкә алына. Өҫтәмә түләү күҙалланмай.

Йортҡа газ үткәргәндә сығымдарҙы нисек кәметергә?
Биләмә һәм йорт эсендә башҡарылған эштәрҙең хаҡына күп кенә нәмәләр йоғонто яһай:
- участкала һуҙылған газ торбаһының оҙонлоғо, газ үткәргесте һуҙыу алымы, газ ҡорамалдарының төрө, иҫәбе һәм хаҡы. Ғәҙәттә, был эштәргә йөҙ меңдән күберәк аҡса кәрәк.
Башҡортостанда 2019 йылдың аҙағынан Радий Хәбировтың башланғысы менән граждандарҙың өйөнә газ үткәреү өсөн сертификат бирелә. Уны бығаса газ үткәрелмәгән шәхси йортта йәшәгән һәм түбәндәге категорияларҙың береһенә ҡараған кешеләр алыу хоҡуғына эйә:
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар;
- Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр инвалидтары;
- инвалидтар;
- ннвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр;
- күп балалы ғаиләләр.
Сертификат менән газ үткәреү проекты, төҙөлөш-монтаж эштәре, газ ҡорамалдары – плита, ҡаҙанлыҡ, газ иҫәпләгес, сигнализатор һатып алыу һәм монтажлау өсөн иҫәпләшергә мөмкин. Был башланғыс ауыл кешеләренә бик ҡулай булды. Республикабыҙҙа әлеге сертификат ярҙамында 2021 йылдың авгусына ҡарата 3,4 мең йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәрелгән.
Һорауҙар ҡалды.


Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Был осраҡта түбәндәге телефондар буйынса газ бүлеү ойошмаһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ:
+7 (800) 347-8-800 (стационар телефондан бушлай шылтыратыу);
+7 (347) 286-21-07 (оператор тарифына ярашлы);
+7 (987) 471-71-04 (мобиль бәйләнеш операторы тарифына ярашлы).

Автор:Лариса Михалькова