Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
27 Август 2021, 09:20

Башҡортостан "WorldSkills" финалын уҙғара. Был саранан ниндәй файҙа күрәбеҙ?

25 августа Өфөлә тантаналы шарттарҙа IX "Йәш профессионалдар" (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалы асылды. Ундай сараларҙы уҙғарыу республиканың ябай халҡы өсөн ни яғы менән әһәмиәтле һәм файҙалы? Әйҙәгеҙ, бөгөн ошо хаҡта һөйләшәйек.

Башҡортостан "WorldSkills" финалын уҙғара. Был саранан ниндәй файҙа күрәбеҙ?
Башҡортостан "WorldSkills" финалын уҙғара. Был саранан ниндәй файҙа күрәбеҙ?

1. Йәш һөнәрмәндәр өсөн
"WorldSkills" премияһын алыу мөмкинлеге
Был сара йәштәр өсөн үҙ һәләтеңде күрһәтеү, ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу, иң яҡшыларҙың тәжрибәһен өйрәнеү, күңелеңә ятҡан эш табыу йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә социаль лифт булып тора.
Эре федераль компаниялар әле үк "WorldSkills"та ҡатнашыусыларҙы күҙ уңына алды. Шуға күрә абруйлы сарала ҡатнашыу йәштәр өсөн эшкә урынлашҡанда өҫтәмә балл буласаҡ. Әлеге ваҡытта урындағы компаниялар ҙа ошондай тәжрибәне ҡуллана башланы. Беҙгә билдәле булыуынса, Өфөләге ойоштороусыларға эре телекоммуникация холдингы вәкилдәре сығып, сарала ҡатнашыу теләге белдергән. Компания белгестәре аҡыллы йәштәрҙе үҙҙәренә эшкә саҡырыу маҡсатын ҡуя.
Икенсе яҡтан, был матди стимул да. Республика Башлығы Радий Хәбиров ярайһы уҡ ҙур премиялар буласағы тураһында белдерҙе. Еңеүселәр – 100 мең, призерҙар һәм уҡытыусылар 50 мең һум күләмендә премия аласаҡ.

2. Барлыҡ ҡорамалдар
Башҡортостандың ҡала һәм райондарына таратып биреләсәк
Чемпионатҡа әҙерлек барышында ойоштороусылар бер нисә мең заманса станоктар һәм ҡорамалдар - иретеп йәбештереү әйберҙәре, тегеү
машиналары, электр кардиографтары, кухня кәрәк-ярағы, пилотһыҙ осҡос-тар һәм заманса ҡаптар етештереү станоктары һәм башҡа бихисап ҡорамалдар һатып алды. Әлеге маҡсатта 750 миллион һум аҡса тотонолдо. Былар барыһы ла беҙҙә, Башҡортостанда, ҡаласаҡ! Алдан күҙаллауға ярашлы, колледж һәм техникумдарҙың матди-техник базаһы 70 процентҡа яңырасаҡ. Журналистар ҡыҙыҡлы әйберҙәр араһынан ауырлы ҡатын макетын айырып билдәләне. Йәш фельдшерҙар уны ҡулланып буласаҡ әсәләргә дөрөҫ ярҙам күрһәтергә өйрәнәсәк. Ә "бесәй" тренажеры – буласаҡ ветеринарҙарға ярҙамсы. Иң мөһиме – республиканың һәр төбәгендәге балалар һүрәттәргә ҡарап түгел, ә заманса ҡорамалдар ҡулланып уҡыясаҡ! Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: бындай ҡиммәтле һәм кәрәкле әйберҙәрҙе беҙҙең колледждар һәм техникумдар бер ваҡытта ла һатып ала алмаҫ ине.

3. Хеҙмәт кешеһе тигән исем ғорур яңғырарға тейеш
"WorldSkills" хәрәкәтенең төп маҡсаты – юғары квалификацияға эйә кадрҙарҙың абруйын күтәреү.
– Чемпионат ҙур әһәмиәткә эйә – ул эшсе һөнәрҙәрҙең, һөнәри белем биреүҙең баһаһын арттыра, һәләтле йәштәргә үҙҙәрен күрһәтеүгә юлдар аса. Һөнәренең ысын оҫталарын ҡабул итеү – төбәгебеҙ өсөн ҙур мәртәбә ул, – тине сараны асыу тантанаһында Радий Хәбиров.
Хәрәкәттә ҡатнашыусылар үҙ тиҫтерҙәренә донъяла ҡыҙыҡлы һәм ҙур ихтыяж менән файҙаланған һөнәрҙәрҙең күп булыуын үҙ миҫалында күрһәтә. Был бик мөһим, сөнки йәштәр супермаркеттарҙа һәм элемтә салонында ғына түгел, ә завод һәм фабрикаларҙа эшләп тә яҡшы хеҙмәт хаҡы алып булыуын аңларға тейеш. Улар сит тарафтарға китмәһен, үҙебеҙҙә ҡалһын. Илебеҙгә эшсе ҡулдар кәрәк. Мәҫәлән, айырыуса һәләтле иретеп йәбештереүселәргә 100 мең һумдан да ҙурыраҡ эш хаҡы түләргә әҙер холдингтар бар. Эшлә генә! Ә бының өсөн тәүҙә уҡырға кәрәк.

4. Республика тағы бер тапҡыр үҙен танытты
Эштең асылы бик ябай: аҡса бирәләр икән, ал. Әгәр беҙ баш тартһаҡ, башҡалар аласаҡ. Өфөлә ҙур саралар күберәк уҙған һайын, беҙҙе яҡшыраҡ беләсәктәр. Күрше төбәктәр сара артынан сара уҙғара. Шуға күрә уларҙы беләләр, йәшәү өсөн күсеп баралар.
Танылған булыу нимә ул? Ул Башҡортостанды барыһының да белеүен һәм бында үткән байрамдарға килеүен аңлатмай. Ҙур саралар – ул мөмкинлегеңде күрһәтеү алымы: "Күрегеҙ, беҙ нисек булдырабыҙ, беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итә алаһығыҙ. Килегеҙ, ике яҡ өсөн дә файҙалы эштәр хаҡында килешербеҙ". Ябай итеп әйткәндә, ул – үҙ-үҙеңде рекламалау, ә уның нигеҙендә республикаға яңы юлдар, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары өсөн аҡса киләсәк. Һәм был ниәт үҙен тулыһынса аҡлай!

ИҒТИБАРҒА АЛЫҒЫҘ
Был ниндәй чемпионат?
Ябай итеп әйткәндә, ул – йәш һөнәрмәндәр ярышы. Улар әлегә студенттар, әммә бик күпте беләләр, шуға күрә "яңы башлаусы" тип әйтеү дөрөҫ тә түгел. Улар – програм-мистар, ташсылар, агрономдар, ветеринарҙар, ашнаҡсылар, тауыш режиссерҙары, авторемонтсылар, дизайнерҙар, биҙәүселәр, металлургтар, балта оҫталары, мебель яһаусылар һәм башҡа бихисап һөнәр эйәләре.
Республиканың баш ҡалаһына 76 төбәктән 1800 конкурсант һәм 2000 судья-эксперт килде. Башҡортостан өсөн 280 конкурсант һәм 218 эксперт сығыш яһай. Төбәгебеҙ ярыштарҙа 103 йүнәлеш буйынса ҡатнаша.

ҺҮҘМӘ-ҺҮҘ
– Көсөргәнешле, көнәркәшле ярышта йәш һөнәрмәндәр үҙ оҫталығын, һәләттәрен һәм ижади мөмкинлектәрен тулыһынса күрһәтә алыр, тип ышанам. Ҡатмарлы һөнәри бурыстарҙы сифатлы һәм етеҙ хәл итә алыуҙарын раҫларҙар. Һис шикһеҙ, бындай форумдар үҙеңде танытыу, тәжрибә һәм белем менән уртаҡлашыу, дуҫтарса аралашыу өсөн яҡшы мөмкинлек булып хеҙмәт итә, – тип билдәләне Владимир Путин финалда ҡатнашыусыларға ебәргән ҡотлау телеграммаһында.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:Лариса Михалькова