Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
20 Август 2021, 11:05

Бәшмәктәр тураһында ете уйҙырма Ни өсөндөр уларға әле булһа ла ышаналар

Йыл һайын Башҡортостанда тиҫтәләрсә ғаилә бәшмәк ашап ағыулана. Ҡайһы бер осраҡта кешеләрҙе ҡотҡарып өлгөрәләр, ә ҡайһы саҡ медицина көсһөҙ булып сыға. Үткән аҙнала республика райондарының береһендә йәшәгән ғаилә ауыр ҡайғы кисерҙе.

Бәшмәктәр тураһында ете уйҙырма Ни өсөндөр уларға әле булһа ла ышаналар
Бәшмәктәр тураһында ете уйҙырма Ни өсөндөр уларға әле булһа ла ышаналар

Ете йәшлек малай ихата эсендә ике бәшмәк табып алып ашай. Улар ағыулы булып сыға. Малайҙы Өфөгә алып киләләр, артабан Мәскәүгә күсерәләр, әммә ағыуланыу ныҡ көслө була – табиптар баланы ҡотҡара алмай. Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Бәшмәк миҙгеле башланып ҡына тора әле. «Тыныс һунар» яратҡан кешеләр реанимация бүлмәһенә эләкмәҫ өсөн нимәләр хаҡында белергә тейеш? Беҙ бәшмәккә ҡағылышлы киң таралған уйҙырмаларҙы һәм яңылыш фекерҙәрҙе бергә тупланыҡ.

1-се уйҙырма. Алкоголь ағыулы бәшмәктән һаҡлай
Беҙҙә иң ныҡ таралған яңылыш фекерҙәрҙең береһе: тейешле кимәлдәге спирт барлыҡ сиргә – йәрәхәтләнеүҙән коронавирусҡа тиклем – ҡаршы тора ала. Ысынбарлыҡта һис тә улай түгел. Алкоголь ағыуланыуҙан ярҙам итмәй, киреһенсә, хәлде ҡатмарлаштыра. Һөҙөмтәлә организм икеләтә хәүефкә дусар була: бауыр ҙа, ашҡаҙан да зыян күрә.

2-се уйҙырма. Бәшмәкте ҡайнатҡан мәлдә һалынған һуған ҡарайһа, тимәк, ризыҡ ағыулы
Һуған (ҡайһы берәүҙәр һарымһаҡ та һала) ысынлап та ҡарайыуы ихтимал, әммә ул бәшмәктең ағыулы булыу-булмауына бәйле түгел. Был күренеш составында баҡыр булған ферменттың – тирозиндың аминокислоталарҙы тарҡатыуы менән аңлатыла. Ә ул фермент ағыулы тырҡышта ла, бер зыяны ла булмаған аҡ көләпә бәшмәгендә лә бар.
Бәғзе берәүҙәр көмөш ҡалаҡ ағыулы бәшмәккә тейһә, ҡарая, тип ышана. Был да дөрөҫлөккә тап килмәй: көмөш оҙаҡ ваҡыт ябай аш тоҙона тейеүҙән дә ҡарайыуы ихтимал.

3-сө уйҙырма. Бәшмәкте оҙаҡ ҡайнатһаң, ағыуы бөтә
Күп осраҡта бәшмәктәге ағыу термоэшкәртеүгә бирешмәй. Мәҫәлән, аҡһыл ағыулы бәшмәктең (бледная поганка) токсиндары бер нисә сәғәт дауамында һыуҙы алмаштырып ҡайнатҡандан һуң да тарҡалмай һәм ағыулы тәьҫирен юғалтмай.

4-се уйҙырма. Бәшмәк бала өсөн файҙалы
Бала организмы бәшмәктең составындағы аҡһымды эшкәртеүгә һәләтле ферменттар етештермәй, шуға күрә улар ағыуһыҙ бәшмәк ашаған осраҡта ла үҙҙәрен насар тойоуы ихтимал, ә ағыуланыуҙы үтә ауыр кисерәләр. Токсикологтар оло йәштәгеләргә, ауырлы һәм бала имеҙгән ҡатындарға ла бәшмәк ашауҙы сикләргә кәңәш итә.

5-се уйҙырма. Ашарға яраҡлы бәшмәктәр менән ағыуланыу мөмкин түгел
Бик тә мөмкин. Оҙайлы ваҡыт үҫеп ултырған, артыҡ ныҡ ҙур һәм ҡортло, шулай уҡ ябыҡ полиэтилен ҡапсыҡта оҙаҡ ятҡан бәшмәктәрҙе ашап та ағыу-ланыу ҡурҡынысы бар. Бындай бәшмәктәрҙә иҫкергән иттәге йәки балыҡтағы ише токсиндар барлыҡҡа килә.

6-сы уйҙырма. Ағыулы башмәктәрҙең насар еҫе була
Оҙаҡ үҫкән ағыулы бәшмәктәр, ваҡыт үтеү менән, татлы тәм бүлеп сығара башлай, ә йәш аҡһыл ағыулы бәшмәктең еҫен аҡ көләпәнекенән айырып булмай.

7-се уйҙырма. Бәшмәктең ағыуы эшләпәһе аҫтындағы шекәрәлә туплана
«Әгәр уны тейешенсә таҙартһаң, бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай», – ти был уйҙырмаға ышаныусылар. Мәҫәлән, фуга тип аталған балыҡ кеүек. Әгәр был фекер дөрөҫлөккә тап килһә, тормошта күп кенә күңелһеҙ хәлдәргә урын булмаҫ ине. Ысынбарлыҡта улай түгел: ҡурҡыныс токсиндар бәшмәктең бөтә өлөшөндә лә була.

ҠЫРҠЫП АЛ ҺӘМ ҺАҠЛА
Ағыуланыуҙы нисек белергә һәм нимә эшләргә
Ғәҙәттә, бәшмәк менән ағыуланыуҙың беренсе билдәләре 12-14 сәғәт эсендә беленә. Күңел болғана, эс ауырта, тән температураһы күтәрелә, эс китә, йөрәк тибеше йышая, күҙ алмаһы ҙурая.
Ошо билдәләрҙең береһе генә күҙәтелгән осраҡта ла “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ. Табип ни тиклем тиҙерәк килһә, ағыуланыусыны ҡотҡарыу мөмкинлеге лә шул тиклем ҙурыраҡ. Ярҙам килгәнсе, зыян күреүсегә биш-алты стакан саҡ ҡына тоҙ һалынған һыу эсерегеҙ, тел төбөнә бармаҡ менән баҫып, ҡоҫторорға тырышығыҙ. Был процедураны бер нисә тапҡыр, ризыҡ ашҡаҙандан сығып бөткәнсе ҡабатлағыҙ. Быны ҡан артабан ағыуланмаһын өсөн эшләргә кәрәк. Ауырыуҙы ятҡырып, өҫтөн йылы итеп ябығыҙ.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Урманға барғанда үҙегеҙ менән түбәндәге әйберҙәрҙе алығыҙ:
- бысаҡ,
- бер-ике тапҡыр ашарлыҡ ризыҡ,
- шырпы,
- һыҙғыртҡыс (хәүеф тыуғанда сигнал биреү өсөн),
- зарядкаһы тулы, интернеты булған телефон. Гугл.Карта йәки Яндекс.Навигатор кеүек бушлай ҡушымталарҙы күсереп алығыҙ, GPS системаһын тоҡандырығыҙ. Был һеҙгә ҡайһы ерҙә булыуығыҙҙы билдәләргә ярҙам итәсәк.
Камуфляж кеймәгеҙ! Өҫтөгөҙҙәге курткағыҙ сағыу төҫтә – ҡыҙыл, һары, аҡ булһын. Ғәҙәттән тыш хәл тыуған осраҡта, һеҙҙе табыу еңелерәк буласаҡ.
Ҡайҙа юлланыуығыҙҙы һәм ҡасан ҡайтырығыҙҙы мотлаҡ туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға әйтеп китегеҙ.

ИҒТИБАРҒА АЛЫҒЫҘ
Нисек ағыуланмаҫҡа
- Үҙегеҙ таныған һәм ағыуһыҙ икәненә 200 процентҡа ышанған бәшмәктәрҙе генә йыйығыҙ. Саҡ ҡына икеләнһәгеҙ ҙә, йәлләмәйенсә ташлағыҙ.
- Заводтар һәм оло юлдар янында бәшмәк йыймағыҙ. Иң яҡшыһы – ҙур юлдан биш саҡрым тирәһе алыҫлыҡҡа китеү. Бәшмәктәр ауыр металдарҙы һәм ағыулы матдәләрҙе губка кеүек һеңдерә.
Был пунктҡа тағы бер ҡағиҙә бәйле:
- Бер ваҡытта ла осраҡлы һатыусыларҙан, айырыуса юл ситендә йәки ҡала үҙәгендә сауҙа итеүселәрҙән бәшмәк һатып алмағыҙ. Уларҙың береһе лә бәшмәкте ҡасан, ҡайҙа йыйыуы тураһында дөрөҫөн әйтмәйәсәк. Һатыусылар тәҡдим иткән ризыҡ экологик йәһәттән таҙа урман төпкөлөндә йыйылыуы ла, көн элгәре берәй завод йәки зыярат янында үҫеп ултырған бәшмәктәр булыуы ла ихтимал.
- Бәшмәкте полиэтилен ҡапсыҡҡа йыймағыҙ – улар унда тиҙ боҙола. Һауа үткәргән кәрзин – иң яҡшыһы. Бәшмәкте эшләпәһе менән аҫҡа ҡаратып һалырға тырышығыҙ.

Автор:Лариса Михалькова