Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
17 Август 2021, 09:50

Ватан фәне нисек итеп ҡурҡыныс сирҙәрҙе еңгән

Ватан медицинаһы кешелекте тиҫтәләрсә сирҙәрҙән ҡотҡарған. Беҙ Рәсәй һәм совет табиптарының, ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, дауалау мөмкин түгел тип һаналған зәхмәттәрҙе еңеүенә бәйле иң үҙенсәлекле тарихтарҙы барланыҡ. Ул ваҡытта ла ғалимдарға ышанмаусылар, дәғүә белдереүселәр табыла. Эйе, элек тә шулай булған.

Ватан фәне нисек итеп  ҡурҡыныс сирҙәрҙе еңгән
Ватан фәне нисек итеп ҡурҡыныс сирҙәрҙе еңгән

Сәсәк
Сәсәк эпидемияһынан Европала йыл һайын миллион ярым самаһы кеше үлгән. Сир бер кемде лә аямаған: бай-ҙарҙы ла, ярлыларҙы ла, билдәле шәхестәрҙе лә, ябай халыҡты ла ҡырған. Мәҫәлән, 1730 йылда сәсәк ауырыуынан 14 йәшлек Петр II батша вафат була. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып батшабикә Екатерина II прививка яһата. Әлбиттә, бөгөнгө заман күҙлегенән ҡарағанда, быны прививка тип атап та булмайҙыр. Табиптар сирләп йүнәлгән кешеләрҙең ҡабатлап ауырымауын билдәләй, һәм пациенттың ҡулына бәләкәй генә яра яһап, сирленән алын- ған сәсәк материалын индерәләр. Үлем күрһәткесе егерме тапҡырға кәмей: 40 проценттан 2 процентҡаса төшә.
Батшабикә Екатеринаның өлгөһөнә эйәреп, 140 аристократ прививкаға яҙыла. Шулай итеп, был башланғыс модалы күренешкә әйләнә. Бер нисә йылдан Рәсәй сәсәккә ҡаршы көрәш буйынса Европала алдынғы илдәрҙең береһенә әйләнә. Рәсәйҙә халыҡ прививка яһатҡан мәлдә Францияла сәсәктән король Людовик XV үлә. “Ниндәй ҡараңғылыҡ, фән был сирҙе күптән инде еңә ала”, – ти Екатерина был хаҡта белгәс.
1796 йылда инглиз табибы Эдвард Дженнер халыҡты кеше өсөн хәүеф-һеҙ булған һыйыр сәсәге вирусы менән вакцинациялау алымын уйлап таба. Шулай итеп, сирҙе юҡҡа сығарыу тарихы башлана. Дөйөм халыҡты вакцинациялау идеяһын барыһы ла ыңғай ҡабул итмәй. Прививкаға ҡаршы кешеләр уны эшләтмәҫкә өндәй, хатта вакцинациянан һуң сусҡаға әйләнеүең ихтимал тигән карикатуралар эшләй. Был һеҙгә бер нимәне лә хәтерләтмәйме?
1958 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, совет табиптарының тәҡдименә таянып, тәбиғи сәсәкте тулыһынса юҡ итеүгә ҡағылышлы программа ҡабул итә. Уның төп маҡсаты бөтә халыҡты вакцинациялауға ҡайтып ҡала. 21 йыл эсендә 73 илдең табиптары берҙәм көс менән кешелекте миллиондарса ҡорбан килтергән вируслы инфекциянан ҡотҡара. Вакциналар-ҙың төп өлөшөн совет хөкүмәте бүлә. Планетала сәсәк менән ауырыған иң һуңғы кеше Сомалиҙан Али Маяу Маллин була. Ул һауыҡҡас, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы сәсәк менән сирле кешене табыусыға бер мең доллар күләмендә премия вәғәҙә итә. Әммә был аҡса бер кемгә лә эләкмәй.

Полиомиелит
XX быуат уртаһында кешелек тағы бер зәхмәт – полиомиелит менән осраша. Һәр унынсы сирле үлә, ауырыуҙарҙың 40 проценты инвалидҡа әйләнә. Сирҙән АҠШ президенты Франклин Рузвельт, яҙыусы-фантаст Артур Кларк, режиссер Фрэнсис Форд Коппола зыян күрә.
Тәүге вакцинаны америка ғалимы Джонас Солк уйлап таба. Сеймал булараҡ маймылдарҙың бөйөрө ҡулланыла. Шул уҡ мәлдә ғалим Альберт Сабин тере вакцина уйлап таба һәм совет ғалимы Михаил Чумаковтың һорауы буйынса штамдарҙы СССР-ға ебәрә. Беҙҙә препарат етештереү эше яйға һалына. Чумаков тәүге һынауҙарҙы үҙендә, улы Петрҙа (бөгөн Петр Чумаков – профессор, биология фәндәре докторы) һәм башҡа туғандарында һынап ҡарай.
Әҙер вакцинаны сир ҡоторған төбәктәргә ебәрәләр. Йыл ярым эсендә полиомиелит артҡа сигенә һәм илдә эпидемия юҡҡа сыға.
Институт тарафынан етештерелгән вакцина донъяның 60-тан ашыу иленә оҙатыла. Японияла балалары сирле меңдәрсә әсә, үҙ хөкүмәтенән бюрократияны туҡтатыуҙы һәм вакцина менән тәьмин итеүҙе талап итеп, митингыға сыға. Һуғыштан һуң Япония менән СССР араһындағы мөнәсәбәт көсөргәнешле була һәм Советтар Союзында етештерелгән дарыуҙы үҙҙәренә индереүҙе Япония етәкселеге ҡабул итә алмай. Әммә япон ҡатын-ҡыҙҙары ныҡ тора һәм үҙ һүҙен һүҙ итә: хөкүмәт ашығыс рәүештә вакцинаға импортты рөхсәт итә. Шулай итеп, 20 миллион япон балаһы ҡурҡыныс сирҙән ҡотҡарып ҡалына.
Ҡыҙыҡлы факт: Вашингтондағы медицина конференцияһында совет делегацияһы уңышлы үткән вакцинация тураһында сығыш яһай. Шул саҡ залдан кемдер Көнбайышта совет мәғлүмәтенә бер кемдең дә ышанмауы тураһында ҡысҡыра. Советтар Союзынан килгән делегат: “Мин бары тик бер нимә тураһында ышаныслы әйтә алам: беҙ балаларыбыҙҙы һеҙ үҙегеҙҙекеләрҙе яратҡандан кәм яратмайбыҙ”. Зал дәррәү алҡышлай. Был да берәй нәмә тураһында хәтерләтмәйме?

Тиф
Сәбертмә тиф тураһында үҙ мәлендә боронғо грек табибы Гиппократ яҙа. Оҙайлы һуғыштар тарихында ул мөһим факторға әйләнә: күп осраҡта сир ҡорбандары яуҙа үлгәндәр һанынан артып китә. Мәҫәлән, утыҙ йыллыҡ һуғышта, Наполеон Рәсәйгә баҫып ингәндә, Ҡырым һуғышында, Беренсе донъя һуғышында тап шундай хәл күҙәтелә. Граждандар һуғышы осоронда тиф менән 30 миллион кеше сирләй, шуларҙың өс миллионы вафат була.
1928 йылда француз бактериологы Шарль Николь сирҙе ябай беттәр таратыуын раҫлай. Был асышы өсөн уға хатта Нобель премияһы тапшырыла. Ә 1942 йылда совет ғалимы Алексей Пшеничнов һөҙөмтәле вакцина уйлап таба. Уның ярҙамында тиф эпидемияһын армияла һәм тылда еңеүгә өлгәшелә.

Тағун
Беҙ белгән иң тәүге эпидемиялар-ҙың береһе Юстиниан тағуны (чумаһы) булыуын беләбеҙ. Ул VI быуаттан VIII быуатҡаса дауам итеп, 100 миллиондан ашыу кешенең ғүмерен өҙә. Белгестәр билдәләүенсә, 300 миллион самаһы кеше сир ҡорбаны була.
Тағунға ҡаршы һөҙөмтәле тәүге вакцинаны донъяла тәүгеләрҙән булып, ХХ быуат башында, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, Рәсәй ғалимы Владимир Хавкин уйлап таба. Ул уның хәүефһеҙ булыуын иң тәүҙә үҙендә һынап ҡарай, артабан бер нисә йыл дауамында эпидемия хөкөм һөргән Бомбейҙа халыҡты вакцинациялауҙа ҡатнаша. Вакцина сирҙе тулыһынса юҡҡа сығара алмай, әммә ул эпедимияны – 25, үлем осраҡтарын 10 тапҡырға кәметеүгә булышлыҡ итә.
Тағунды еңеүгә Ҡыҙыл Армияның эпидемиология һәм гигиена ғилми-тикшеренеү институты совет ғалимдарының асыштары арҡаһында өлгәшелә. Улар тарафынан антибиотик – стрептомицин уйлап табыла һәм 1947 йылда тап ошо дарыу тәүге пациенттарҙы тулыһынса һауыҡтырыуға булышлыҡ итә.

Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:Лариса Михалькова