Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
6 Август 2021, 14:20

Һайлау-2021 тураһында нимәләр белергә кәрәк: иң мөһимдәре

Сентябрҙә беҙҙе ҙур һәм мөһим ваҡиға – Дәүләт Думаһына һайлау көтә. Ил парламентында Башҡортостанды танытҡан депутат корпусы яртыһынан күберәккә яңырыр, тип көтөлә, сөнки ҡайһы бер депутаттар киләһе срокка үҙ кандидатураһын тәҡдим итеп торманы.

Һайлау-2021 тураһында нимәләр белергә кәрәк: иң мөһимдәре
Һайлау-2021 тураһында нимәләр белергә кәрәк: иң мөһимдәре

Бынан тыш, өфөләр – ҡала Советының яңы составын, ете район халҡы – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай- ға яңы депутаттар һайлаясаҡ, республиканың күп кенә райондарында урындағы Советтарға һайлау үтә. Беҙ ошо сәйәси ваҡиғаға ҡағылышлы төп яңылыҡтарҙы һәм дәлилдәрҙе бергә тупланыҡ.
1. Өс көн тауыш бирәсәкбеҙ
2020 йыл тәжрибәһенә таянып, тауыш биреү өс көн дауам итәсәк, йәғни халыҡ кандидат өсөн үҙ тауышын 17 сентябрҙән 19-ына тиклем бирә ала. Был участкаларҙа халыҡтың күпләп тупланыуына юл ҡуймау, социаль ара һаҡлау өсөн эшләнә.
– Әлеге пандемия шарттарында был бик дөрөҫ ҡарар. Халыҡ тауыш биреү өсөн үҙе теләгән көндө һайлай ала, һөҙөмтәлә һайлау участкаһына күберәк кеше киләсәк, – ти Мәскәүҙәге кеше хоҡуҡтары буйынса бюро директоры урынбаҫары, БР Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Валех Аббасов.
2. 12 партия ҡатнаша
Һайлауҙа 12 сәйәси партия ҡатнашасағын белдерҙе. Улар араһында әлегәсә бер парламентта ла үҙҙәрен танытып өлгөрмәгән, сәйәси йәһәттән яңы нығына ғына башлаған берләшмәләр ҙә бар. Бер мандатлы округтар буйынса 60 кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе, шуларҙың дүртәүһе – үҙ-үҙен күрһәтеүселәр. Ил буйынса дөйөм алғанда Дәүләт Думаһына алты меңдән ашыу кандидат теркәлгән.
– Рәсәйҙә кандидаттар исемлеге һиҙелерлек йәшәрә, ҡатын-ҡыҙҙар күберәк була бара. Йәштәр әлеге заман шарттарында үҙҙәренә яуаплылыҡ алыу мөһимлеген аңлай бара, – тип һөйләй БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Данияр Абдрахманов.
– Хәҙер барыһы ла сәйәси партияларҙың үҙенән, уларҙың был һайлау кампанияһын ни тиклем әүҙем, йәнле итә алыуынан тора. Әле үк ҡай-һы бер округтарҙа көслө, билдәле, ҙур тәжрибәгә һәм ресурс базаһына эйә кандидаттар булыуын күрәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта тауыш биреүҙең нисек булырын күҙаллау мөмкин булмаған округтар бар, сөнки уларҙа кандидаттар тигеҙ көскә эйә. Уларҙа һайлау кампанияһы бик көсөргәнешле, ҡыҙыҡлы буласаҡ, – ти политолог Владимир Савичев.
3. Участкаларҙа ныҡлы хәүефһеҙлек саралары булдырыласаҡ
Һайлауға килгән һәр кемгә бер тапҡыр ҡулланыла торған йыйылма – ручка, битлек һәм бирсәткә биреләсәк. Был сир йоҡтороу хәүефен булдырмаҫҡа ярҙам итәсәк. Участкаларҙа ҡул биреп күрешеүҙәр, яҡын аралашыуҙар тыйыла. Һәр дүрт сәғәт һайын дезинфекция саралары күреләсәк. Шулай уҡ һайлау барған бинала туҡланыу тыйыла, бары тик шешәләге һыуҙы ғына эсергә мөмкин. Күҙәтеүселәрҙең барыһына ла прививка эшләтеү мотлаҡ булыуы еткерелде.
Участка һайлау комиссияһы өйҙән тауыш бирергә ғариза ҡалдырған кешеләр янына барғанда битлектә һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған халатта булырға, һәр фатирҙан һуң уларҙы алмаштырырға тейеш.
– Беҙ тулыһынса шәхсән һаҡланыу сараларына эйәбеҙ. Бының өсөн федераль бюджеттан аҡса бүленде, барыһы ла һатып алынды. Улар менән һайлауға килеүселәрҙе лә, һайлау кампанияһын үткәреүҙә ҡатнашыусы- ларҙы ла тулыһынса тәьмин итә аласаҡбыҙ, тип ышаныслы әйтә алам, – тине Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Николай Булаев.
4. Видеокүҙәтеү
камералары ҡуйыла
Тауыш биреүҙе ғәҙел, асыҡ шарттарҙа ойоштороу өсөн биналарҙа видеокүҙәтеү камералары ҡуйыласаҡ. Был осраҡта республиканың 69
территориаль һайлау комиссияһы һәм 1315 участка һайлау комиссияһы (дөйөм күләмдең 39 проценты) тураһында һүҙ бара. Камералар быға тиклем ниндәй ҙә булһа ҡануниәт боҙоуҙарға юл ҡуйылған участкаларҙа ҡуйыла. Был эште 100 процент кимәлдә башҡарыу техник йәһәттән мөмкин, әммә бик ҡатмарлы һәм ҡиммәт: әлеге ҡорамалдарҙы ҡуйыуға ғына 40 миллион һум аҡса сарыф ителгән.
Бынан тыш, Башҡортостанда 230 һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) – сканер менән йыһазландырылған тауыш биреү йәшниктәре ҡуйыла. Бюллетенде төшөрөү менән ул билдәнең ҡайһы тәңгәлдә ҡуйылыуын үҙ аллы билдәләй һәм әҙер һөҙөмтәне бирә. Барыһы ла бик ябай, төн уртаһына тиклем иҫәпләп ултырырға ла кәрәкмәй. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко аңлатыуынса, бындай комплекстар һайлаусылар ныҡ күп булған участкаларҙа урынлаштырыла.

ӘЙТКӘНДӘЙ
Онлайн тауыш бирергә мөмкинме?
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә электрон тауыш биреү системаһы һынау үтә, ә сентябрь һайлауында уны илдең ете төбәгендә ҡулланып ҡараясаҡтар. Башҡортостан әлегә был исемлектә юҡ. Моғайын, система тулыһынса һынау үткәс, уны бөтә илгә таратырҙар һәм киләһе һайлауҙарҙа участкаға барып тормайынса ғына, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталына инеп, үҙ кандидатың өсөн билдә ҡуйыу мөмкин булыр.
Әйткәндәй, көҙ көнө үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тап ошо алым менән ойошторола. Йәғни иҫәп алыусының килгәнен көтмәйенсә, бөтә кәрәкле мәғлүмәтте «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә тултырыр-ға мөмкин.

ҺАНДАР
Республикала
3 029 855
кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә (2021 йылдың 1 ғинуарына ҡарата мәғлүмәткә ярашлы). Һайлау көнөндә Башҡортостанда 3364 участка комиссияһы һәм 29 меңдән ашыу һайлау комиссияһы ағзаһы эшләйәсәк.

Автор:Лариса Михалькова