Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
2 Август 2021, 11:10

Үҙеңде вакцинацияға нисек әҙерләргә – белгестәр кәңәш бирә

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны 800 меңдән ашыу кеше яһатты, әммә эпидемияны туҡтатыу өсөн был аҙ әле. Бөгөн беҙ вакцинацияға нисек әҙерләнеү тураһында һөйләйбеҙ.

Үҙеңде вакцинацияға нисек әҙерләргә – белгестәр кәңәш бирә
Үҙеңде вакцинацияға нисек әҙерләргә – белгестәр кәңәш бирә

Медицина йәһәтенән...
Шамил Тимербулатов, медицина фәндәре докторы, Дим районы ковид-госпиталенең баш табибы урынбаҫары:
– Ниндәйҙер тикшереүҙәр, тестар үтергә, антиесемдәрҙе билдәләтергә кәрәкмәй. Вакцинация пункты янынан үтеп бараһығыҙ икән – инәһегеҙ ҙә эшләтәһегеҙ. Иң мөһиме – температура, тымау, хроник сирҙәр ҡуҙғыған мәл булмаһын. Ә инде, мәҫәлән, аяғығыҙ йәки ҡулығыҙ һынған булһа, был прививка яһатмау өсөн сәбәп түгел, ҡурҡмайынса эшләтергә мөмкин.

Психологик күҙлектән...
Елена Садиҡова, психолог:
– Күптәр прививка яһатыуҙан ҡурҡа. Был – нормаль күренеш, быға тиклем күрмәгән-белмәгән нәмәнән ҡурҡыу һаҡланыу инстинктының барлығы тураһында һөйләй. Был осраҡта хәүеф тыуҙырған уйҙарың менән диалог ҡороу, һеҙҙе прививка яһатыуға этәргән нигеҙле дәлилдәрҙе ҡаршы ҡуйыу мөһим.
Берәй яҡын кешегеҙ менән быны спектакль рәүешендә уйнап ҡарарға ла була: берегеҙ паника тыуҙырған ролде башҡарһа, икенсегеҙ нигеҙле дәлилдәр килтерһен. Был күңелегеҙҙә шик тыуҙырған барлыҡ уйҙарҙы әйтеп бирергә һәм һәр пункт буйынса яуап табырға ярҙам итер. Йәки прививка яһатыу кабинетында үҙ-үҙең менән ҡысҡырып һөйләшеп алырға мөмкин. Бындай осраҡтарҙа мин һәр ваҡыт: «Хәҙер үҙ-үҙем менән һөйләшеп, психологик ярҙам күрһәтеп алам», – тип алдан иҫкәртәм.
Был осраҡта юрый ғына ыңғай уйҙар, кәйеф тыуҙырыу маҡсат түгел. Уй-фекерләүегеҙҙең тормошсан булыуы мөһим. Прививканан һуң ауыр эҙемтәләр ихтималлығы күпме? Ә ковид йоҡторһаң нисек? Прививканы, тәүге тәүлектә температура күтәрелеүҙе һәйбәт үткәреү ихтималлығы ниндәй? Был осраҡта күпме аҡса китәсәк? Әгәр ауырыһам, финанс сығымдары күпме буласаҡ?
Быға тиклем прививка яһатҡан кешеләр менән кәңәшләшегеҙ. Был хәүефте кәметергә булышлыҡ итә, тынғыһыҙ мейегә: «Минең кеүек үк кешеләрҙең барыһы ла прививканы яҡшы үткәргән. Тимәк, минең өсөн дә был ғәмәл хәүефһеҙ булыуы ихтимал», тигән сигнал ебәрә.

Вакцина һайлайбыҙ
Азат Мөхәмәтйәнов, медицина фәндәре докторы, БДМУ-ның эпидемиология кафедраһы мөдире, Республика клиник инфекция дауаханаһының баш табибы:
– Рәсәйҙә үҙебеҙҙә етештерелгән өс вакцина яһала һәм уларҙың барыһы ла яҡшы. Әгәр хроник сирҙәрегеҙ һәм көслө аллергияғыҙ булмаһа, өсөһөнөң береһен эшләтегеҙ, айырма юҡ. Әгәр прививка яһатыуға ҡаршы сәбәптәрегеҙ булһа, табип менән кәңәшләшегеҙ. Был осраҡта интернеттағы «һәр яҡтан килгән белгескә» түгел, тик табипҡа мөрәжәғәт итеү зарур.

Прививка яһатыуға яҙылабыҙ
Рәсәйҙә ковидҡа ҡаршы вакцинация бушлай, әммә ҡайһы бер осраҡтарҙа алдан яҙылырға кәрәк. Был халыҡты оҙайлы сираттарҙа торғоҙмау өсөн эшләнә. Мәҫәлән, һеҙ сират тороп көтөрһөгөҙ, ә ампулалар бөтөр ҙә ҡуйыр. Вакцинацияға:
  «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы;
  «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы, Доктор РБ республика сайты doctor. bashkortostan.ru (һуңғыһы өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә теркәлергә кәрәк);
  Кол-үҙәктең берҙәм телефоны – 122;
  Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге – 8 (347) 218-19-19 аша яҙылырға мөмкин.
Тағы ла бер вариант бар. Әгәр һеҙ Өфөлә, Стәрлетамаҡта йәки уларға яҡын урында йәшәһәгеҙ, мобиль прививка пункттарының береһенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Унда алдан яҙылмайынса ла барырға мөмкин. Теркәлеү урыны ла иҫәпкә алынмай. Бына улар-ҙың адрестары:
* «Торатау» Конгресс-холы (8.00 – 20.00 арауығында көн һайын);
* «Мега» сауҙа үҙәге – Сик урамы, 174;
* «Планета» сауҙа үҙәге, Энтузиас-тар урамы, 20;
* «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге – Менделеев урамы, 205а;
* «Киңлек» ижад һәм ял үҙәге – Жуков урамы, 29;
* «Ҡунаҡһарай» сауҙа йорто – Өҫкө сауҙа майҙаны, 1;
* «Үҙәк» сауҙа комплексы – Цюрупа урамы, 97;
* «АкварИн» сауҙа үҙәге – Ферин урамы, 29;
* «Мир» сауҙа үҙәге – Октябрь проспекты, 4/1.
Стәрлетамаҡ:
* «Фабри» сауҙа-күңел асыу үҙәге – Хоҙайбирҙин урамы, 120;
* «СитиМолл» сауҙа-күңел асыу үҙәге – Октябрь проспекты, 36.
Вакцинация пункттарының ҡабул итеү графигы: эш көндәрендә 11.00–20.00 сәғәттәр, ял (байрам) көндәрендә 10.00–20.00 сәғәттәрҙә, тәнәфесһеҙ һәм ялһыҙ.
Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС һәм, әгәр булһа, прививкалар тураһында сертификатығыҙҙы алырға онотмағыҙ.

Тағы нимә белергә кәрәк?
! Вакцинацияға тиклем бер нисә көн һәм унан һуң өс көн дауамында алкоголдән баш тартып тороғоҙ.
! Энә ҡаҙатҡанға тиклем һәм унан һуң бер нисә көн дауамында үҙегеҙгә артыҡ физик көсөргәнеш тыуҙыр-мағыҙ, баҡсала йәки спортзалда арығансы шөғөлләнмәгеҙ. Саф һауала йөрөү, киреһенсә, хуплана.
! Йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлағыҙ. Һигеҙ сәғәттән дә кәм булмаған сәләмәт йоҡо иммунитетты нығытыуға булышлыҡ итә.
! Вакцинациянан һуң бер нисә көн дауамында һыу инеү, мунса, бассейн, саунала булыу, ҡояшта оҙаҡ йөрөү тыйыла. Табиптар иртәнге 11-гә тиклем һәм киске 5-тән һуң ҡыҙынырға кәңәш итә.
! Аҡһымға бай продукттарға – һөт ризыҡтарына, балыҡҡа, һимеҙ булмаған иткә өҫтөнлөк бирегеҙ. Улар организмда антиесемдәр барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә.

КӨНҮҘӘК ҺОРАУ
Рәсәй вакциналары нимәһе менән айырыла?

«Гам-Ковид-Вак»
Ул – иң киң таралған вакцина, күптәргә «Спутник V» атамаһы менән билдәле. Рәсәй вакциналары араһынан сирҙең ауыр эҙемтәләренә ҡарата 100 процент һөҙөмтәлелеккә эйә берҙән-бер препарат. Ул кешенең таралыуға һәләтһеҙ тере аденовирус- тарының ике штамы нигеҙендә эшләнгән. «Спутник V» Рәсәйҙә һәм донъяның 30-ҙан ашыу илендә теркәлгән. Уның тураһында донъя кимәлендә билдәле ғалимдар ҙа яҡшы фекерҙә. Мәҫәлән, «AstraZeneca» инглиз-швед компанияһының башҡарма директоры Паскаль Сорио былай тигән: «Мин Рәсәйҙең Гамалея институты ғалимдарын донъяла тәүгеләрҙән булып COVID-19-ға ҡаршы вакцина уйлап табыуҙары менән ҡотлағым килә. Ул иммунитет барлыҡҡа килтереү менән бер рәттән һөҙөмтәлелеген, сиргә ҡаршы тороуын да раҫланы».
Халыҡ менән тура бәйләнеш ваҡытында Рәсәй Президенты Владимир Путин да «Спутник V» яһатыуы хаҡында әйтте.

«КовиВак»
Июль башында бөтә ил буйынса халыҡ Чумаков исемендәге үҙәк тарафынан эшләнгән «КовиВак» вакцинаһын һорап ҡуҙғып алғайны. Ул «үле» коронавирус нигеҙендә етештерелгән классик «совет» вакцинаһы. Бындай ҙур һорау тыуыуҙың бер сәбәбен белгестәр халыҡ араһында был вакцинаның еңелерәк һәм насар эҙемтәләрһеҙ үтеүенә бәйле таралған фекер менән нигеҙләй. Әммә ысынбарлыҡта хәл башҡасараҡ: «КовиВак»тың ауыр эҙемтәһе булмай, тип бер кем дә гарантия бирмәй, икенсенән, күптәр «Спутник» менән «Вектор»ҙы ла бик еңел үткәрә. Һөҙөмтәлелеккә килгәндә препараттарҙы сағыштырыу урынһыҙ, сөнки улар төрлөсә тәьҫир итә.

«ЭпиВакКорона»
Роспотребнадзорҙың «Вектор» вирусология һәм биотехнология ғилми үҙәгенең вакцинаһы. Коронавирус фрагменттарының күсермәһе булған яһалма аҡһымдар нигеҙендә эшләнгән. Препаратты етештереүселәр «ЭпиВакКорона» тарафынан барлыҡҡа килгән антиесемдәр COVID-19-ҙың яңы төрҙәренән, шул иҫәптән «Британия» һәм «Көньяҡ Африка» штамдарынан да һаҡлай, тип билдәләй. Иммунитеттың тәьҫире – бер йыл. Роспотребнадзорҙа билдәләүҙәренсә, препаратты ревакцинация өсөн сикләнмәгән даимилыҡта яһатырға мөмкин.

Автор:Лариса Михалькова