Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәйҙең иң хәүефле дүрт бөжәге һәм хайуаны

Хайуандар донъяһы әленән-әле беҙгә төрлө сетерекле хәлдәр тыуҙырып ҡына тора. Фауна менән бәйләнештә булып та, нисек итеп йәйҙең һәм ялдың йәмен ебәрмәҫкә – бөгөнгө яҙмабыҙ ошо хаҡта.

1. Талпандар
Нимә булды
Быйыл улар айырыуса ныҡ ябырылды: талпан ҡаҙалыу осраҡтары көндән-көн арта бара. Былтырғы менән сағыштырғанда, теркәлгән осраҡтар сирек тапҡырға күберәк.
Нимәһе менән хәүефле
Талпан – айырыуса хәүеф тыу- ҙырған бөжәк. Ул нервы системаһына етди зыян яһаған, паразиттар менән зарарланыуға, хатта үлем осрағына килтергән сығанаҡ булыуы ихтимал. Улар араһында иң киң таралғаны – энцефалит һәм боррелиоз. Тәүгеһенән вакцина ярҙам итә, әммә ныҡлы иммунитет барлыҡҡа килеп өлгөрһөн өсөн уны көҙгөһөн яһатыу яҡшыраҡ, ә боррелиозға ҡаршы вакцина юҡ.
Бөтә талпандар ҙа зарарлы түгел. “Роспотребнадзор”ҙың урындағы идаралығы етәксеһе Анна Казак билдәләүенсә, тикшеренеүҙәр вируслы энцефалит менән зарарлы талпандар-ҙың – 0,5, боррелиоз менән 18,8 процент булыуын күрһәткән. Йәғни талпандар кешелә башлыса Лайм сире сәбәпсеһе булған боррелиялар менән зарарлы. Шуға күрә оҙайлы һәм ҡатмарлы дауалау курсы үтеүгә ҡарағанда һаҡлыҡ саралары күреү күпкә отошло.
Нисек көрәшергә
Ҡала һәм райондарҙа хакимиәт һәм “Роспотребнадзор” белгестәре парктарҙы, скверҙарҙы, урман буй- ҙарын эшкәртә, әммә бының менән генә хәүеф тулыһынса юҡҡа сыҡмай, шуға күрә үҙ сәләмәтлегеңә иғтибарлы булырға кәрәк. Походҡа барғанда, тәбиғәткә сыҡҡанда оҙон еңле, остары резинка менән нығытылған кейемгә өҫтөнлөк бирегеҙ. Күлдәкте – салбар эсенә, салбар балағын ойоҡбаш йәки итек эсенә тығып ҡуйығыҙ. Башығыҙға яулыҡ ябынығыҙ, муйынығыҙ ҙа ҡаплаулы булһын. Даими рәүештә үҙегеҙҙе һәм иптәштәрегеҙҙе тикшереп тороғоҙ. Әгәр талпан ныҡ ҡаҙалһа, үҙаллы сығарып маташмағыҙ. Яҡындағы поликлиникаға йәки травмпунктҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Тәндән алынған талпанды мотлаҡ анализ эшләтеү өсөн лабораторияға тапшырығыҙ.
2. Сысҡандар
Нимә булды
Быйыл белгестәр кимереүселәрҙең артыуын билдәләй. Республикала әле үк улар менән бәйле бер нисә тиҫтә сир йоҡтороу осрағы теркәлгән.
Нимәһе менән хәүефле
Йомшаҡ ҡына йән эйәләре – бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк сығанағы. Халыҡ телендә уны “сысҡан биҙгәге” йәки ябай ғына итеп “сысҡан ауырыуы” тип атайҙар. Башҡортостан был сир йәһәтенән донъя кимәлендә хәүефле урындарҙың береһе һанала. Уға ҡаршы вакцина юҡ, “бер стакан араҡы” ише халыҡ дауалары ярҙам итмәй, дауалауҙы ваҡытында башламау кешене инвалид итеүе, хатта үлемгә юлыҡтырыуы ихтимал.
Статистикаға ярашлы, геморрагик биҙгәк менән башлыса шәхси секторҙа, урманлы ерҙә йәшәүселәр зарарлана, сирләүселәрҙең өстән ике өлөшө – ир-егеттәр. Табиптар быны ир-аттың тәмәкене йыш тартыуы менән аңлата. Баҡсала йәки ҡырҙа уны тота, быны тота һәм бысраҡ ҡулы менән яңылыш ауыҙына тейә.
Нисек көрәшергә
Был сирҙе кимереүселәрҙең экскременттары эләккән саң-туҙан, баҡсала эшләгән саҡта ҡулдағы бәләкәй генә яралар аша йәки сысҡан ҡағылған ризыҡты ашағанда йоҡторорға мөмкин. Шуға күрә иң мөһим талап – гигиена ҡағиҙәләрен үтәү. Ҡала ситендәге йортоғоҙҙо йәки баҡса өйөгөҙҙө йыйыштырған саҡта битлек һәм бирсәткә кейегеҙ, иҙәнде дезинфекция саралары ҡулланып йыуығыҙ, тотонолмай ятҡан кейем-һалымды йыуып ҡулланығыҙ. Әгәр аҙыҡ-түлеккә сысҡан тейгәнен күрһәгеҙ, йәлләмәйенсә ташлағыҙ. Тәбиғәткә сыҡҡанда ризыҡтарығыҙҙы кимереүселәр теймәҫлек итеп урап һалығыҙ. Ҡулдарығыҙҙы мөмкин тиклем йышыраҡ йыуығыҙ.
3. Парһыҙ ебәк күбәләге
Нимә булды
Башҡортостанға быйыл ҡурҡыныс бөжәк – пар-һыҙ ебәк күбәләге һөжүм итә. Ул беҙҙең урмандарға Ырымбур өлкәһенән килде.
Был күбәләк ағастарҙың япраҡтарын ашап, урмандарға ҙур зыян килтерә. Зыян күргән майҙан бик ҙур – яҡынса 500 мең гектар. Көньяҡ райондарҙа әле үк ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
Нимәһе менән хәүефле
Парһыҙ ебәк күбәләге кеше өсөн ҡурҡыныс түгел, ул иҡтисадҡа ҙур зыян килтерә. Ҡомһоҙ ҡарышлауыҡтар баҡсасыларҙы уңышһыҙ ҡалдырыуы ихтимал. Зыян күргән ағастың ҡороуы йәки оҙаҡ ваҡыт ауырыуы бар. Ҡарышлауыҡтар ағастың ҡабығын ашап бөткәс, ергә төшөп, үләндәрҙе, ашлыҡ культураларын ашай башлай.
Нисек көрәшергә
Был афәткә ҡаршы авиация ярҙамында көрәшәләр: июнь уртаһына тиклем самолеттан химикат һиптереп, урмандарҙы һәм яландарҙы эшкәртәсәктәр. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы халыҡты әлегә республиканың көньяҡ райондарындағы урмандарға бармай торорға саҡыра.
4. Үрмәкселәр
Нимә булды
Беҙҙең тарафтарҙа төрлө ҙурлыҡтағы һәм төҫтәге экзотик үрмәкселәр – тарантулдар, һары сактар һәм башҡалар йышыраҡ осрай башланы. Хатта ағыулы ҡарағорт күреүселәр ҙә бар. Ғалимдар билдәләүенсә, климат үҙгәреү сәбәпле, был үрмәкселәр яңы биләмәләрҙе үҙләштерә. Беҙгә улар Ырымбур далаларынан килә.
Нимәһе менән хәүефле
Күпселек үрмәкселәрҙең сағыуы үлемесле түгел, шулай ҙа эҙемтәһе булыуы ихтимал. Ағыу арҡаһында көслө ауыртыу, шешенеү, күңел болғаныу, баш әйләнеү күҙәтелеүе бар. Нисек кенә булмаһын, һаулығығыҙҙы һәм ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн мөмкин тиклем тиҙерәк табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Нисек көрәшергә
Үрмәкселәр менән көрәштең аныҡ саралары юҡ. Талпан һәм сысҡан- дарҙан айырмалы рәүештә, улар һәр береһе айырым йәшәй, шуға күрә киң масштаблы ағыулау ойоштормайҙар. Әгәр үрмәксе күрһәгеҙ, хатта ул ҙур һәм ҡурҡыныс булһа ла, паникаға бирелмәгеҙ. Улар үҙҙәре кешенән ныҡ ҡурҡа, ҡуҙғытмаһағыҙ, беренсе булып ташланмайҙар.
Үрмәксене яланғас ҡул менән тотмағыҙ, сөнки бөжәк һаҡланыу сараһы күрәсәк. Иң ябай һәм һөҙөмтәле алым – берәй әйбер, мәҫәлән, банка менән ҡаплап, аҫтына ипләп кенә ҡағыҙ һалып, өйҙән мөмкин тиклем алыҫ урынға алып барып ташлағыҙ.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.