Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Изге эштәр өсөн Башҡортостан Башлығы грантын нисек алырға. Тулы инструкция

Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан (НКО) Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Йәм-ғиәт өсөн ниндәй ҙә булһа файҙалы эш башҡарырға теләүселәргә 165 миллион һум аҡсаны бүлеп бирәсәктәр. Үткән йылдар тәжрибәһе күрһәтеүенсә, бөтә ойошмалар ҙа, айырыуса райондағылар, бындай мөмкинлек хаҡында белеп етмәй. Нисек ғариза биреп, грантҡа эйә булыу алымдары тураһында һөйләйбеҙ.

1. Кем ҡатнаша ала
Был конкурс хөкүмәт иҫәбендә булмаған, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар – фондтар, союздар, территориаль-йәмәғәт идаралыҡтары һәм башҡа берләшмәләр араһында үткәрелә. Бына ниндәй төп талаптар ҡуйыла:
- теркәлеүенә бер йылдан күберәк ваҡыт үтеүе, ойоштороусылар составында дәүләт власы һәм урындағы үҙ-идара органдары, офшорҙа теркәлгән сит ил юридик шәхестәре һәм компаниялары булмауы;
- уставта билдәләнгән эшмәкәрлектең бер төрө яҙылыуы. Улар күп, тулы исемлек менән «Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тураһында» федераль закондың 31.1-се статьяһында һәм «Баш-ҡортостан Республикаһында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы дәүләт яҡлауы тураһында» закондың 3-сө статьяһының 2-се пунктында танышырға мөмкин. Ике закон да интернетта ирекле ҡулланыуҙа бар;
- коммерцияға ҡарамаған ойошманың (НКО) әлеге проект өсөн бюджеттан аҡса алмауы;
- һалымдар буйынса бурыстар, түләнмәгән штрафтар булмауы, банкротлыҡ процедураһы бармауы, етәксенең суд ҡарары буйынса эштән ситләтелмәүе;
- коммерцияға ҡарамаған ойошмаға дөрөҫ булмаған мәғлүмәт һәм ялған документтар биргән өсөн быға тиклем грант бүлеүҙән баш тартылмауы;
- компания тарафынан бығаса алынып та, бөтә бурыстар тейешенсә үтәлмәгән йәки ваҡытында иҫәп, отчет эштәре башҡарылмаған гранттар «эленеп» тормауы.
2. Ниндәй эштәргә аҡса һорарға мөмкин
Бер ойошма бер генә ғариза бирә ала. Проектты килешеү төҙөгән көндән һуң бер йыл эсендә тормошҡа ашырырға кәрәк. Максималь сумма билдәләнмәй: 500 мең дә, өс миллион һум да һорарға мөмкин. Иң мөһиме – сығымдарҙы дөрөҫ нигеҙләү. Проектты финанслауға өлөш индереү, йәғни сығымдарҙың бер өлөшөн үҙ көсөң менән ҡаплау эксперттар тарафынан хуплана һәм өҫтәмә балл бирә. Бында мотлаҡ «тере» аҡса тураһында һүҙ бармай. Мәҫәлән, бағыу- сыларҙан ярҙам алырға, командировка мәлендә яғыулыҡҡа, машинаны ҡулланыуға киткән сығымдарҙы үҙ аллы хәл итергә мөмкин.
Проекттар өсөн 80-дән ашыу тематика булдырылған. Улар араһында:
- өлкән быуынды хәстәрләгән ирекмәнлек эшмәкәрлеген үҫтереү;
- үҫешендә үҙенсәлектәр күҙәтелгән һәм ауыр сирҙәр менән яфаланған кешеләргә ярҙам итеү;
- ғаиләләге көс ҡулланыуҙы, балалар-ға ҡарата аяуһыҙ мөнәсәбәтте профилактикалау;
- интеллектуаль уйындар ойоштороу һәм үткәреү;
- хәйриәлекте үҫтереү;
- һуғыш ветерандарын, локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙы яҡлау;
- милли спорт төрҙәрен, Башҡорт-остан халыҡтарының милли уйындарын үҫтереү;
- аборттарҙы профилактикалау;
- хайуандарҙы һаҡлау өлкәһендәге эшмәкәрлек;
- үҙенсәлекле йәмәғәт биләмәләре булдырыу.
Тулы исемлек менән grant.bashkortostan.ru сайтының «Документтар» бүлегендә танышырға мөмкин.
3. Ғаризаны нисек дөрөҫ яҙырға?
Барлыҡ ғаризалар grant.bashkortostan.ru сайтында электрон формала бирелә. Проектты алып барасаҡ коммерцияға ҡарамаған ойошма вәкиленең «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш. Ғариза биреүҙә артыҡ ҡатмарлы бер ни ҙә юҡ, әммә тултырыу бер ни тиклем ваҡытты аласаҡ. Документтар 15 июнгә тиклем ҡабул ителә, шуға күрә әле үк эш башларға кәрәк. Бланк менән сайттың «Документтар» бүлегендә танышырға мөмкин.
Дөрөҫ итеп тапшырылған эштәрҙе эксперттар ҡарай. Уларҙың исем-шәрифтәре алдан әйтелмәй, әммә эксперттарҙың һәр береһе – йәмәғәт эштәрендә ҙур тәжрибәгә эйә кешеләр. Проекттар 12 төрлө критерий буйынса баһалана. Улар араһында көнүҙәк һәм социаль йәһәттән әһәмиәтле булыу, проект бюджетының ысынбарлыҡҡа тап килеүе һәм сығымдарҙың нигеҙлелеге, һөҙөмтәлелек, ойошманың мәғлүмәти асыҡлығы һ.б. бар.
Һәр критерий «әһәмиәтлек коэффициенты»на эйә. Мәҫәлән, проекттың ысынбарлыҡҡа тап килеүе ойошма сайтының даими яңырып тороуына ҡарағанда мөһимерәк.
Баһалау критерийҙары тураһында тулыраҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2021 йылдың 21 апрелендәге УГ-206-сы Указының 6-сы ҡушымтаһында таныша алаһығыҙ.
Иң юғары балл йыйған ҡатнашыу-сылар менән, конкурстың дөйөм бюджетын иҫәпкә алып, килешеү төҙөлә һәм коммерцияға ҡарамаған ойошма иҫәбенә аҡса күсерелә.
4. Аҡсаны нимәгә тотонорға мөмкин
Коммерцияға ҡарамаған ойошма аҡсаны бына ниндәй маҡсаттарҙа тотона ала:
- штатта торған һәм штаттан тыш хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы;
- һалымдар (килемгә һәм НКО милкенә һалымдан тыш);
- командировка сығымдары;
- офис сығымдары (ҡуртымға бина алыу, элемтә, банк хеҙмәттәре, кәрәкле софт һатып алыу);
- ҡорамалдар һатып алыу йәки ҡуртым сығымдары;
- подрядсыларҙың эше өсөн түләү – грант күләменең 30 процентынан артмаҫҡа тейеш;
- сайт һәм мобиль ҡушымталар эшләү;
- юридик, мәғлүмәти хеҙмәттәр һәм консультациялар;
- баҫма һәм полиграфия сығымдары;
- коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү.
Грант аҡсаһын түбәндәге эштәргә ҡулланыу ҡәтғи рәүештә тыйыла:
- килем килтергән эшмәкәрлек;
- сәйәси партияларҙы һәм һайлау кампанияларын яҡлау;
- митингтар, демонстрациялар, пикеттар ойоштороу;
- фундаменталь ғилми тикшеренеүҙәр;
- пеня, штраф, бурыстар;
- ойошманың проект менән бәйле булмаған көндәлек эшмәкәрлеге;
- гуманитар һәм медицина ярҙамы;
- грант иҫәбенә премиялар тапшырыу, аҡсалата бүләкләүҙәр ойоштороу;
- автомобилдәр алыу;
- финанс ярҙам;
- эшлекле осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр ойоштороу;
- матбуғат сараларында түләүле мәҡәләләр биреү;
- валюта һатып алыу.
Шулай уҡ грант аҡсаһын сроклы финанс инструмент саралары булараҡ ҡулланыу тыйыла.
5. Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә
Бәйләнеш өсөн телефондар:
8-903-311-69-37 (проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу һәм булышлыҡ күрһәтеү бүлеге).
8-967-453-92-72 (финанс-ойоштороу бүлеге).
Консультациялар өсөн бүленгән ваҡыт: 15.00–18.00 сәғәттәр арауығында.
Фондтың «Бәйләнештә»ге (vk.com/ fsgo_rb) һәм «Инстаграм»дағы (instagram.com/fsgo_rb/) төркөмдәрендә быға тиклем үткәрелгән вебинарҙарҙың яҙмалары ҡуйылған.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.