Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һуңғы бер йыл дауамында миңә тәүге тапҡыр ҡурҡыныс түгел

Коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләткән ете Башҡортостан кешеһенең тарихы

Фәнүзә Ҡолмөхәмәтова, Сибай коррекция мәктәбе уҡытыусыһы:
– Беҙ, уҡытыусылар, балалар менән эшләйбеҙ, ата-әсәләр менән аралашабыҙ, шуға күрә үҙебеҙҙе һәм башҡаларҙы һаҡлау сараларын күрергә тейешбеҙ. Мин прививка тураһында мәғлүмәтте ентекле өйрәндем, беҙгә мәктәптең медицина хеҙмәткәре кәңәштәр бирҙе. Эштән ҡайтышлай вакцинациялауҙың мобиль пунктына мөрәжәғәт иттем, был бик уңайлы булды. Мин йыл һайын грипҡа ҡаршы прививка эшләтәм.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, төрлө инфекция сирҙәренең ни тиклем ҙур емергес көскә эйә булыуын асыҡ күрергә була, һәм шундай осраҡтарҙа бары тик вакцина ғына ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға мөмкинлек биргән. Сәсәк эпидемияһы шашҡан мәлдә Екатерина II Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып прививка эшләтеп, сәләмәтлеккә яуаплы мөнәсәбәт өлгөһө күрһәтә.
Коллегаларым да вакцина эшләтә, айырыуса өлкән быуын вәкилдәре араһынан COVID-19-ға ҡаршы прививка яһатҡан таныштарым күп.