Мәсетле тормошо
+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
20 Апрель 2021, 12:00

Башҡортостанда Путиндың 2020 йылдағы Мөрәжәғәтнамәһе күрһәтмәләре нисек үтәлә

21 апрелдә Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Ошо ваҡиға алдынан уҙған йылдағы сығыштың иң төп өлөштәрен иҫкә төшөрөп, дәүләт башлығы күрһәтмәләренең ҡайһыһы үтәлеүен, нимәләрҙең башҡарылыу өҫтөндә булыуын асыҡланыҡ.

Күрһәтмә: Килеме бер йәшәү минимумынан (кеше башына 10186 һум) аҙыраҡ булған ғаиләләр быйылдан өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларына өҫтәмә пособие алыу хоҡуғына эйә.
Башҡарылған: Үткән йылда Башҡортостанда өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға тейеш пособиены 137 212 бала тәрбиәләгән 106 711 ғаилә алған. Матди ярҙамдың дөйөм күләме ете миллиардтан ашыу, ә ил буйынса 214 миллиард һум тәшкил иткән. Быға тиклем яҙыуыбыҙса, Владимир Путин 2021 йылдан пособиелар күләмен арттырыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Әлегәсә ғаиләләр 4984,5 һум алһа, быйылдан был сумма 10 077 һумға тиклем етә ала. Был осраҡта ғаиләнең килем күләме иҫәпкә алына.
Күрһәтмә: 2024 йылға тиклем һаулыҡ һаҡлауҙың бөтә кимәлдәрендә лә табиптарға ҡытлыҡ тулыһынса бөтөрөлөргә тейеш.
Башҡарылған: Башҡортостанда түбәндәге белгестәргә ҙур ихтыяж бар: табип анестезиолог-реаниматологтар, акушер-гинекологтар, фтизиатрҙар, наркологтар, неонатологтар, психиатрҙар, педиатрҙар, терапевтар, инфекционистар, онкологтар, хирургтар, эндокринологтар һәм ашығыс медицина ярҙамы табиптары. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кадрҙарҙың эштән китеүе әле лә күҙәтелә, сөнки пенсия йәшендәге табиптар күп, был тармаҡты һайлаған белгестәрҙең бәғзеләре көсөргәнеште, башҡа ауырлыҡтарҙы күтәрә алмай.
2020 йылда республика маҡсатлы ҡабул итеүгә квоталарҙы 956-ға тиклем арттырҙы, йәғни ошо хәтлем йәш белгестең уҡыуын тулыһынса түләйәсәк, ә улар, үҙ сиратында, табипҡа ихтыяж булған дауаханаға эшкә барырға йәки тотонолған аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш. Квоталарҙың яртыһы ординатура программаһы буйынса, йәғни эшләп йөрөгән табиптарҙың белемен камиллаштырыуға бүленә. Тағы ла 143 табип ауыл еренә эшкә барған өсөн берәр миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙам алды. Ауылдарҙа 120 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.
2020 йыл һөҙөмтәләренән күренеүенсә, дауаханаларға 2745 белгес эшкә килгән, был ике йыл алдағы осор менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Табиптарға ихтыяж 266 кешегә, фельдшерҙарға 47 кешегә кәмене. Шул уҡ ваҡытта, эпидемиологик хәл-торош арҡаһында, урта медицина белемле хеҙмәткәрҙәргә ихтыяж 502 кешегә артҡан.
Күрһәтмә: 2021 йыл аҙағынаса өс йәшкә тиклемге бөтә балаларҙы ясли урындары менән тәьмин итергә. Беренсе кластан дүртенсегә тиклем бөтә уҡыусылар бушлай йылы аш менән туҡлана башларға, 2021 йыл аҙағына тиклем республиканың барлыҡ мәктәптәренә юғары тиҙлекле интернет селтәре үткәрелергә тейеш.
Башҡарылған: Башҡортостан яңы ясли урындары асып, бөтә федераль талаптарҙы үтәне. Ике айҙан өс йәшкәсә балаларҙы мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә менән тәьмин итеү кимәле 100 процентҡа тиң. Ҡайһы бер төбәктәрҙә өс йәштән ҙурыраҡ балаларға урындар менән проблемалар бар әле. Былтыр республикала йәмғеһе 3900 урынға иҫәпләнгән 24 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Мәсьәләне хәл итеү өсөн Башҡортостанда яңы программа ғәмәлгә ашырыла башланы: әгәр ике айҙан өс йәшкәсә балаға баҡсала урын булмай икән, ата-әсә уны шәхси мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеһына йөрөтә ала, был осраҡта сығымдарҙы бюджет түләй.
Мәктәп туҡланыуына килгәндә, уны ойоштороу ауыр булманы, ә бына мәктәп ашханаһында бирелгән ризыҡтарҙы тәмле, файҙалы, балалар яратып ашарлыҡ итеү йәһәтенән мәшәҡәттәр бар. Балалар һәр ризыҡты яратып ашаһын, ә ата-әсәләр ҡәнәғәт булһын өсөн тырышырға кәрәк әле. Был йәһәттән проблемаларҙың булыуын власть органдары белә һәм саралар күрә.
– Мәктәптәрҙә иҫкергән аҙыҡ-түлек блоктарын алмаштырабыҙ, бөтә балалар ҙа ваҡытында ашап өлгөрһөн өсөн ашханаларҙа урындарҙы арттырыу сараларын күрәбеҙ. Балалар мәктәптә сифатлы ризыҡ һәм тейешле өлөшөн ашарға тейеш. Шул уҡ ваҡытта мәктәп туҡланыуының өйҙә әҙерләнгән ризыҡтарҙан айырылыуын аңлап ҡарарға кәрәк. Шуға күрә мәктәптә сәләмәт һәм дөрөҫ туҡланыуҙы киңерәк танытыу зарур, – тине кәңәшмәлә Радий Хәбиров. Ул был һорауға уҡыу йылы аҙағында тағы берҙе әйләнеп ҡайтырға күрһәтмә бирҙе.
2020 йыл башында республикала мәктәптәрҙең һәм колледждар-ҙың 68 проценты юғары тиҙлекле интернет менән ҡуллана ине. Баш-ҡаларында тиҙлек кимәле насар, ә мәктәптәрҙең өс процентында интернет бөтөнләй юҡ. Пандемия был мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, быйыл ҡалған 316 мәктәпте юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырасаҡтар һәм шуның менән был һорау тулыһынса ябыла.
КӨНҮҘӘК ҺОРАУ
Мөрәжәғәтнамә нимә тураһында буласаҡ?
Президент Мөрәжәғәтнамәһенең йөкмәткеһе аҙаҡҡаса сер итеп тотола. Яҡынса сәғәт ярым барған сығыштың күләмле тексын әҙерләүҙә Президент хакимиәтенең барлыҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары ҡатнаша. Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков “Рәсәй” телеканалына биргән интервьюһында әйтеүенсә, ғәҙәттә, Мөрәжәғәтнамә халыҡҡа еткерелерҙән бер көн алда йәки аҙаҡҡы төндә Президент үҙе абзацтар, ҡайһы берҙә тотош биттәр өҫтәп яҙа. Шуға күрә тексты әҙерләүҙә ҡатнашыусылар үҙҙәре лә сығыштың ҡайһы бер урындарын ғәжәпләнеп тыңлай. Был юлы ла сюрприздар булыуы ихтимал.
Ә әлегә Мөрәжәғәтнамәнең байтаҡ өлөшө ковидтан һуң көрсөктән сығыу һәм системалы ярҙам сараларына арналасағы аныҡ билдәле, быны Кремль дә рәсми рәүештә раҫланы. Моғайын, балалы ғаиләләргә, мохтаждарға, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ҡарата булдырылған элекке ярҙам саралары оҙайтылыр, уларға яңылары өҫтәлер. Президент мотлаҡ вакцинация темаһын күтәрәсәк. Ул үҙе прививканың ике компонентын да яһатты һәм башҡа-ларҙы үҙ өлгөһөнә ҡушылырға саҡырасаҡ.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.