Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
19 Апрель 2021, 09:35

Мәсетле һөт заводы

2021 йыл Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде. Ошоноң менән бәйле Мәсетле районының данлы уҙғанына бағышланған мәҡәләләр баҫтыра башлайбыҙ. Иң тәүге мәҡәлә – һөт заводы тураһында.

Республикала ауыл хужалығы үҫешкән осорҙа, Мәсетле районы колхоз-совхоздары ла алға китә, фермаларҙа малдар һаны күп, һауым кимәле юғары була, ә һөттө урындағы май заводына тапшыралар.
Мәсетле һөт заводы, “Маслопром” Башҡорт тресы район завод идаралығына буйһонған Әләгәҙ, Мәсетле, Оло Аҡа, Түбәнге Бобин ауылдары май заводтары ойошторолғас, 1930 йылда үҙенең эшен башлай. Район буйынса 10 һөт айырыу бүлегендә 28 кеше эшләй. 60 кеше һөт йыйыу менән мәшғүл була. Сеймал колхоз һәм шәхси ихаталарҙан килтерелә. Һәр хужалыҡ билдәле күләмдә һөт тапшыра. Йыйыусылар сеймалды аттарҙа һөт айырыу бүлектәренә ташый. Унда һөт өҫтө айырыла, эш ҡулдан башҡарыла. Һөт өҫтө 18 литрлыҡ күнәктәрҙә пастеризациялана. Сеймал ҡыш әҙерләгән боҙ ярҙамында һыуытыла. Һуңынан һөт өҫтөн заводҡа май туҡыу өсөн ебәрәләр.
Тәүге йылдарҙа завод тәүлегенә 20 тонна һөт етештереүгә иҫәпләнгән була. Тапшырылған һөт күләме тәүлегенә 70 тоннаға барып еткәс, яңы ҡорамалдар ҡайтарылып, тулыландырыла. Компрессор цехы киңәйтелә, ҡаҙанлыҡ күмерҙән мазутҡа күсә. Коллектив ике смена эшләй башлай. Килгән сеймалдан тәүлегенә ике тоннаға яҡын май етештерелә, икенсел сеймалдан казеин, сыр һәм майһыҙландырылған эремсек эшләнә.
70-се йылдарҙың икенсе яртыһында заводҡа һөт тапшырыу ҡырҡа кәмей, һөт продукцияһын етештереү туҡтатыла.
80-90-сы йылдарҙа завод яңынан ҡорола, һөт эшкәртеү күләме үҫә һәм тәүлегенә 120 тоннаға барып етә. Етештереү ассортименты ла киңәйә. 1999 йылда завод һигеҙ төр һөт ризығы етештерә: һөт, һөт өҫтө, крәҫтиән майы, кефир, майһыҙландырылған эремсек, “Адыгей” сыры, ҡаймаҡ, йогурт. Әҙер продукция ауыл халҡына ике махсус магазинда һатыла.
К. Д. Поздеева, Р. Ғәниева, З. Полосьмак, Е. Сухнева, Р. Фәхрәзиева, Ф. Фәхрәзиева, Р. Бускунова – заводтың эш алдынғылары. Шулай уҡ уның директор-ҙары В. М. Скрябин, С. Ф. Серебренников, Р. Я. Ғибәҙуллин, К . Ғ. Вәлшин, Т. М. Ғәлләмов, Р. З. Әсбапов һәм Р. М. Зәйнуллин заводтың үҫешенә ҙур өлөш индерә.
(Мәҡәлә әҙерләгәндә Мәсетле районы энциклопедияһы (2010) һәм Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы материалдары ҡулланылды).
Директор Кәрәмәт Вәлшин.
Һыуытыу цехы мастеры М. Т. Фәхрәзиева.
Мастер ярҙамсыһы С. М. Шакирова.
Лаборант Р. Р. Зәйнуллина.
Мәсетле һөт заводы коллективы (1964 йыл): Мария Седова, Клава Поздеева,
Роза Ғәлимова, Рауза Ғәниева һәм башҡалар.