Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
14 Апрель 2021, 10:00

Коронавирустан бөгөн үк вакцина эшләтеү өсөн өс сәбәп

Башҡортостандың йөҙ меңдән ашыу кешеһе коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатҡан. Был күп тә, аҙ ҙа кеүек. Бер яҡтан, әлеге сараның мөһимлеген һәм әһәмиәтен аңлаусылар артҡандан-арта бара, һәм республика яҡшы ғына темп йыйҙы. Икенсе яҡтан, бөтәһе ике миллион тирәһе кешегә прививка эшләү бурысы тора.

1. Был ғәмәл еңел, тиҙ һәм бушлай
Үҙеңде коронавирус хәүефенән һаҡлау һәм прививка эшләтеү өсөн хәҙер мотлаҡ дауаханаға барырға кәрәкмәй. Ҙур ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә мобиль пункттар асыла, уларға теләге булған һәр кеше мөрәжәғәт итә ала. Йәғни Өфөлә йәки Стәрлетамаҡта теркәлгән булыу мөһим түгел, паспорт, СНИЛС һәм мотлаҡ медицина страховкалауы полисын алаһың да, барып прививка яһатаһың. Алдан яҙылырға кәрәкмәй, барыһы ла урында ғәҙәти сират буйынса башҡарыла. Иғтибарығыҙға уларҙың адрестарын тәҡдим итәбеҙ:
Өфө:
«Планета» сауҙа үҙәге. Энтузиастар урамы, 20. Вакцинациялау пункты 0-се кимәлдә, «KFC» кафеһы ҡаршыһында урынлашҡан. Эш ваҡыты көн һайын 10.00 сәғәттән 19.30 сәғәткә тиклем.
«Мега» сауҙа үҙәге. Сик урамы, 174. Пункт фуд-корттың икенсе ҡатында «Мегалаб» биләмәһендә урынлашҡан. Эш көндәрендә – 13.00 сәғәттән 20.00 сәғәткәсә, ял һәм байрам көндәрендә 10.00–19.30 сәғәттәр арауығында мөрәжәғәт итергә мөмкин.
«Башҡортостан» лайф-стайл үҙәге. Менделеев урамы, 205 а. Эш көндәрендә – 13.00–20.00, ял һәм байрам көндәрендә 10.00–19.30 сәғәттәрҙә эшләй.
Стәрлетамаҡ:
«СитиМолл» сауҙа үҙәге. Октябрь проспекты, 36. Эш көндәрендә – 15.00–19.00, ял көндәрендә 11.00–15.00 сәғәттәрҙә ҡабул итә.
Вакцинаның сифаты хаҡында борсолмағыҙ: мобиль пункттарҙа уларҙы һаҡлау өсөн шарттар булдырылған, вакциналар яҡтылыҡ төшмәгән урында, тейешле температурала тотола.
Әгәр сауҙа үҙәгенә барғығыҙ килмәһә, вакцинацияны йәшәгән урынығыҙ буйынса, алдан регистратураға шылтыратып йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» аша яҙылып, яһатырға мөмкин.
Вакцинация тулыһынса бушлай эшләнә, бер нимә өсөн дә түләргә кәрәкмәй.
Ҡайһы саҡта кешеләргә «әлегә вакцина юҡ» тип яуап бирәләр һәм ысынлап та шулай булыуы бар. Ампулалар сикле күләмдә алына: ҡайһы берҙә – биш мең, ҡайһы берҙә – күберәк. Шуға күрә кем өлгөрә – шул яһата. Беҙҙең заводтар етештереү темптарын арттыра башланы, йәйгелеккә был дефицит юҡҡа сығыр, тип күҙаллана.
2. Был хәүефһеҙ
Үткән аҙнала Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатты. Дәүләт башлығының өс препараттың – «Спутник V», «ЭпиВакКорона» йәки «Ковивак»тың – ҡай-һыһын һайлауы аныҡ әйтелмәне. Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, был алдан уйлап шулай эшләнгән: «Беҙ ниндәй прививка яһатылыуын махсус рәүештә әйтмәйбеҙ. Рәсәйҙә етештерелгән өс төрлө вакцина ла ышаныслы. Улар барыһы ла яҡшы һәм һөҙөмтәле».
«Рәсәй-1» телеканалындағы «Мәскәү. Кремль. Путин» программаһына биргән интервьюһында Владимир Путин уға беҙҙә теркәлгән өс вакцинаға бәйле бер етди сетерекле осраҡтың да билдәле булмауы тураһында белдерҙе. Президент процедуранан һуң тәүге сәғәттәрҙә бер ниндәй ҙә айырым билдәләр күҙәтелмәүе, һуңғараҡ укол урынында – һул ҡулда бер аҙ ауыртыу барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләне. Ул эргәһендә градусник тотҡан, әммә температураһы юғары күтәрелмәгән. «Иртәнсәк тән бер аҙ ауыртып торҙо, әммә температура нормала ине», – тине ул.
Сикләүҙәрҙең күпмелер өлөшөн юҡҡа сығарыу хәҙер барыһы ла яҡшы, пандемия тамамланды һәм бер ниндәй ҙә хәүеф янамай, тигәнде аңлатмай. Һис тә улай түгел! Башҡортостанда көн һайын COVID-19 йоҡтороуҙың йөҙгә яҡын осрағы теркәлә. Күпселек халыҡтың инфекцияны сағыштырмаса еңел үткәреүенә ҡарамаҫтан, табиптар ярҙамы менән дә сирҙе еңә алмаусылар бар әле. Үткән аҙнала Башҡортостанда коронавирустан тағы 21 кеше вафат булды. Шуларҙың береһе – Асҡын районының 33 йәшлек башлығы Ришат Дихин. Ул быға тиклем бер тапҡыр инфекцияны еңгән ине, әммә ҡабаттан йоҡтороу уның өсөн үлемесле булды. Табиптар ни тиклем ныҡ тырышмаһын, уны ҡотҡара алманылар. Йәш кешенең ҡатыны һәм ике балаһы ҡалды. Дөйөм алғанда, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, пандемия башланғандан алып республиканың 400-гә яҡын кешеһе яңы сир ҡорбаны булды.
3. Был тулыһынса ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға булышлыҡ итәсәк
Владимир Путин ил күләмендә коронавирус буйынса сикләүҙәрҙе тулыһынса юҡҡа сығарыу йәй аҙағына мөмкин булыуы ихтимал, тип белдерҙе. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, «әгәр вакцинациялау әлеге темптар менән дауам итһә», Рәсәйҙә август аҙағына COVID-19-ға ҡарата «коллектив иммунитет» барлыҡҡа киләсәк.
Коллектив иммунитет – ул халыҡта сирҙең таралыуын туҡтата алырлыҡ «тейешле массаның» барлыҡҡа килеүе. Эпидемия ныҡ шашҡан осорҙа ауырыуҙар һаны геометрик прогрессияла арта: бер кеше тотош ғаиләһен, күршеләрен, коллегаларын зарарлай, улары үҙ сиратында – тағы шул сама кешене. Сирләп йүнәлгәндәрҙә иммунитет барлыҡҡа килә һәм ул ҡабатлап ауырыу йоҡтороуҙан һаҡлай. Ниндәйҙер мәлдә уларҙың һаны ныҡ күбәйә һәм улар сирҙең артабан таралыуына юл ҡуймай. Тормоштағы миҫалдарҙан күренеүенсә, сирләп һауыҡҡан кешеләрҙең, айырыуса улар симптомһыҙ ауырыған булһа, иммунитеты бик тиҙ көсһөҙләнә. Шуға күрә һаҡланыуҙың иң ышаныслы алымы – вакцинация.
Иммунитет һеҙгә нисек ярҙам итәсәк? Мәҫәлән, һеҙ бер ниндәй хәүефһеҙ диңгеҙ ярына йәки Башҡортостан буйлап ялға сығып китә алаһығыҙ. Был осраҡта сирләп дауаханаға эләгеү, вирус алып ҡайтып, оло йәштәге ғаилә ағзаларына йоҡтороу хәүефе бөтөнләй янамай.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Прививка тураһында нимәләр белергә кәрәк
Прививканы сир билдәләре булмаған 18 йәштән өлкән һәр кем эшләтә ала. Сикләүҙәр ҙә бар: ауырлы ҡатындарға, сабый имеҙгән әсәләргә, инфекция йәки хроник сирҙәре ҡуҙғыған кешеләргә, вакцина компоненттарына үтә ныҡ һиҙгерлеге булғандарға, бығаса ауыр аллергия реакцияһы күҙәтелгәндәргә прививканы кисектереп торорға кәңәш ителә. Процедура алдынан медицина хеҙмәткәрҙәре вакцинациялауҙың үҙенсәлектәрен аңлата, медицина тикшереүе үткәрә һәм прививка яһай. Укол яһағандан һуң 30 минут дауамында һеҙҙең хәлегеҙҙе күҙәтеү аҫтында тоторға тейештәр.
Коронавирустан прививканы 21 көнлөк ара менән ике этапта эшләйҙәр. Мәҫәлән, беренсеһен 9 апрелдә яһатһағыҙ, яҡынса ике аҙнанан – айҙың 20-ләрендә тәүге иммунитет барлыҡҡа килә. Икенсе прививканы 30 апрелдә (теүәл өс аҙнанан) эшләтергә кәрәк. Тағы ла өс аҙнанан, йәғни 21 май тирәһенә, һеҙ коронавирусҡа ҡаршы ике йыл самаһы тәьҫир итәсәк ныҡлы иммунитетҡа эйә буласаҡһығыҙ.
Процедуранан һуң тән температураһының бер аҙ күтәрелеүе, баш ауыртыу, хәлһеҙлек, мускулдар һыҙлауы, тән сәбертеү, танау тоноу, тамаҡ төбө әсетеү кеүек билдәләр күҙәтелеүе ихтимал. Барлыҡ билдәләр ҙә күп тигәндә өс көн эсендә үтә. Һирәк осраҡта ҡайһы берәүҙәрҙә бер ниндәй ҙә айырым билдәләр күҙәтелмәй.
Әгәр һорауҙарығыҙ ҡалһа, Башҡортостан Республикаһының Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ: 8 (347) 218-19-19. Шулай уҡ республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «ҡыҙыу линияһы»на шылтыратырға мөмкин: 8 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20.