Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
5 Апрель 2021, 15:55

Яңы ҡағиҙәләр буйынса баланы нисек беренсе класҡа яҙҙырырға

1 апрелдән бөтә республика буйынса балаларҙы беренсе класҡа яҙыу башлана.

Беренсенән, эпидемиологик хәл-торош менән бәйле быйыл ул бер аҙ һуңлап старт ала, икенсенән, шарттар бер аҙ башҡасараҡ – документтар тапшырыу һәм ҡабул итеү тураһында бойороҡ сығарыу ваҡыты үҙгәрҙе, ташламаға эйә булғандарҙың исемлеге киңәйҙе. Буласаҡ уҡыусыларҙың ата-әсәләренә нимәләр хаҡында белергә кәрәк? Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре менән берлектә ошо үҙенсәлектәрҙе барланыҡ.
1-се аҙым.
Ә һеҙгә ысынлап та мәктәпкә барырға ваҡытмы?
Алты йәш ярымдан һигеҙ йәшкәсә балаларҙы (әгәр медицина йәһәтенән сикләүҙәр булмаһа) беренсе класҡа яҙҙырырға һәм документтар тапшырырға мөмкин. Баланы уҡырға билдәләнгән ваҡыттан саҡ ҡына алдараҡ та, һуңыраҡ та бирергә ярай, әммә был осраҡта урындағы мәғариф идаралығынан рөхсәт алырға кәрәк буласаҡ.
2-се аҙым.
Уҡыу йортон һайлайбыҙ
Дәүләт һеҙ йәшәгән йорт беркетелгән мәктәптән балағыҙға урын гарантиялай. Әгәр берәй сәбәп менән был мәктәп оҡшамаһа, үҙегеҙ теләгән башҡа белем усағын һайлай алаһығыҙ, әммә унда һеҙҙе урындар ҡалһа ғына ҡабул итәсәктәр. Был мәктәп директорынан ғына тормай – әлеге талап мәғариф тураһында федераль закон тарафынан нығытылған.
Йорттарҙы белем усаҡтарына район йәки ҡала хакимиәте беркетә. Үҙеңдең мәктәбеңдең һанын урындағы муниципалитеттың мәғариф идаралығында йәки Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау порталының «Биләмәләрҙе беркетеү ҡарарҙары» бүлеге аша белергә мөмкин. Сайттың адресы – complect.edu-rb.ru.

3-сө аҙым.
Мәктәпкә яҙылыуҙа ниндәй ташламалар бар?
Әгәр был белем усағында беренсе класҡа барыусының ағаһы йәки апаһы уҡыһа, ул өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ.
Прокуратура, суд, тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәренең балаларына интернаты булған уҡыу учреждениеларына йүнәлтмә сиратһыҙ бирелә.
Хәрбиҙәрҙең, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең, шул иҫәптән полиция хеҙмәткәре булмағандарҙың да балалары интернаты булмаған белем усаҡтарына ғариза яҙғанда ошондай уҡ ташлама менән файҙалана.
4-се аҙым.
Документтар тапшырабыҙ
Беренсе класс уҡыусыларының исемлеге түбәндәгесә булдырыла: иң тәүҙә – өҫтөнлөклө хоҡуҡтары булған балалар (әлеге мәктәптә апаһы йәки ағаһы уҡығандар), артабан – льготаға эйә булыусылар һәм теркәлеү урыны буйынса килеүселәр.
Ғаризаны 1 апрелдән 30 июнгә тиклем биреү зарур. Ҡабаланырға кәрәкме? Ниндәйҙер кимәлдә – эйе. Шулай ҙа булыуы бар: мәктәптәр аҙ булыу сәбәпле, унда бөтә теләгәндәр ҙә бара алмауы ихтимал. Был осраҡта ата-әсәләр урындағы мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итергә тейеш. Унда бала өсөн иң яҡын мәктәптән яңынан урын тәҡдим итәсәктәр.
Мәктәпкә беркетелгән барлыҡ буласаҡ беренсе класс уҡыусылары 30 июнгә тиклем ғариза биреп бөтөп, буш урындар ҡалһа, беркетелмәгән балаларҙы ҡабул итеү иртәрәк башлана. Шуға күрә мәктәптең рәсми сайтында яңылыҡтар менән танышып барығыҙ.
Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре йәки Башҡортостан мәктәптәрен электрон комплектлау порталы аша бирергә мөмкин. Шунда уҡ ҡайһы мәктәптә нисә урын ҡалыуын ҡарап була. Нисек кенә булмаһын, һеҙгә мәктәпкә шәхсән барып, документтарҙың төп нөсхәһен һәм ғариза тапшырырға кәрәк буласаҡ. Бланкты мәктәптә бирәсәктәр. Әлегә ғариза биреү тулыһынса автоматлаштырылмаған, был эш киләсәктә башҡарылыр, тип күҙаллана.
Бына ниндәй документтар кәрәк:
- ата-әсәнең паспорты (төп нөсхә һәм күсермә);
- тыуыу тураһында таныҡлыҡ (төп нөсхә һәм күсермә);
- баланың теркәлеүе тураһында белешмә (уны паспорт өҫтәле аша алалар).
Шулай уҡ өҫтәмә рәүештә
кәрәк булыуы ихтимал:
- опека һәм попечителлекте раҫлаусы документтар;
- психолог-медик-педагогик комиссия һығымтаһының күсермәһе (әгәр сәләмәтлек йәһәтенән проблемалар булһа).
Шулай уҡ һеҙ түбәндәге ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйырға тейешһегеҙ:
- персональ мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ;
- мәктәптең уставы, лицензияһы һәм башҡа рәсми документтары менән танышыуығыҙҙы белдергән ҡағыҙ.
Әгәр бөтә документтар ҙа теүәл булһа, ҡабул итеү тамамланғандан һуң өс эш көнө барышында (5 июлгә тиклем) мәктәп директоры беренсе класҡа киләсәк балаларҙың исемлеге күрһәтелгән бойороҡҡа ҡул ҡуя. Теркәү урынынан ситтәге мәктәпкә ғариза биреүселәргә бойороҡ мөрәжәғәт иткәндән һуң өс көн эсендә әҙерләнә.
5-се аҙым.
Ҡабул итеү тураһында бойороҡ көтәбеҙ
Әгәр һеҙ теркәү урыны буйынса мөрәжәғәт итһәгеҙ йәки льготаға эйә булһағыҙ:
Мәктәп өс көн дауамында, йәғни 3 июлдән дә һуңға ҡалмайынса бойороҡ сығарасаҡ.
Әгәр теркәү урынынан тыш мөрәжәғәт итһәгеҙ:
6 июлдән 5 сентябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк. Был осраҡта бойороҡ ғариза ҡабул ителгән көндән һуң өс көн дауамында сығарыла.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Беренсе класҡа барған уҡыусыларҙың ата-әсәләренә
нимәләрҙе белергә кәрәк:
- Беренсе класс уҡыусыһы уҡый һәм һанай белергә тейеш, әммә был мотлаҡ талап түгел. Баланың тирә-яҡ мөхит һәм тормош тураһында иң ябай белемгә эйә булыуы мөһимерәк: исеме, ата-әсәһенең исеме, ҡайҙа йәшәй, иң ябай юл ҡағиҙәләре, өйгә ҡайтыу юлы, йыл миҙгелдәре, аҙна көндәре һәм башҡалар.
- Бала тиҫтерҙәре менән аралаша, һорауҙарға яуап бирә, күргәне, кисергәне, белгәне тураһында һөйләй, үҙ фекерен яҡлай, фантазия ҡора белергә тейеш.
- Мәктәп тормошона аяҡ баҫыу – бала өсөн ҙур һынау. Әгәр мәктәпкә ҡарата йылы мөнәсәбәт булһа, ул тиҙерәк өйрәнәсәк. Мәҫәлән, ғаиләнең фотоальбомын бергәләп ҡарап, үҙегеҙҙең мәктәп йылдарындағы хәтирәләрегеҙҙе яңыртығыҙ, балалыҡ дуҫтарығыҙ тураһында ҡыҙыҡлы тарихтарҙы һөйләгеҙ. Былар бала күңелендә 1 сентябрҙе түҙемһеҙлек менән көтөү хистәре уятыр.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.