Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан халҡына нисек бушлай барлыҡ табиптарға күренергә

2020 йылдың мартында коронавирус эпидемияһы башланыу арҡаһында туҡтатылған диспансерлаштырыу, ниһайәт, киренән тергеҙелде. Йыл аҙағына тиклем миллионға яҡын кешегә медицина тикшереүе үткәреү планлаштырыла.

Шундай алтын ҡағиҙә бар: һаулығыбыҙҙың 50 проценты – үҙебеҙҙән, 20 проценты – медицинанан, 30 проценты генетиканан һәм башҡа сәбәптәрҙән тора. Шуға күрә сәләмәт һәм оҙон ғүмер кисереүҙең мөһим өлөшө – үҙ ҡулыбыҙҙа.
1. Диспансерлаштырыу төрлө сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау өсөн кәрәк
Ғәҙәттә, тап ошондай тикшеренеүҙәр мәлендә кешенең бығаса үҙе лә белмәгән сирҙәре асыҡлана. Был яҡшы алым, сөнки кеше әле ныҡлап сирләп өлгөрмәгән, шуға күрә уны дауалау ҙа еңелерәк буласаҡ.
2020 йылда диспансерлаштырыу булманы, шуға күрә 2019 йылдың күрһәткестәренә туҡталайыҡ. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса табиптар 79 меңгә яҡын сир осрағын асыҡлаған. Уларҙың 18-е – туберкулез, 593-ө – яман шеш, 1496-һы – шәкәр диабеты, 12750-һе – юғары ҡан баҫымы, 1757-һе йөрәктең ишемик сирҙәре осраҡтарына бәйле.
Был яҡынса 2020 йыл статистикаһына ла тура килә, былтыр үлем осраҡтарының төп сәбәптәре ҡан-тамырҙары системаһы, тын юлдары, яман шеш һәм башҡа ауырыу-ҙарға бәйле булған. Инфекция һәм паразитар сирҙәргә тура килгән үлем – 1,5 процент ҡына.
2. 2021 йылда сираттар булмаясаҡ
Медицина тикшеренеүен 18 йәштән һуң өс йылға бер тапҡыр үтергә кәрәк. Быйыл 2003, 2000, 1997, 1994, 1991, 1988, 1985, 1982 йылда тыуғандар һәм 40 йәштән өлкән барлыҡ граждандар диспансерлаштырыу үтә.
Коронавирусҡа бәйле хәл-торош арҡаһында быйыл был сара алдан яҙылыу буйынса ойошторола, шуға күрә кешеләр сәғәттәр буйы сиратта, күмәге бер коридор-ҙа баҫып тормаясаҡ. Бының өсөн үҙеңдең поликлиникаңдың регистратураһында, 13-01 телефоны буйынса, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы йәки «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға мөмкин. Быйылғы йылдың тағы бер яңылығы – санитар талаптарҙы үтәү. Пациенттар өсөн битлек кейеү һәм метр ярымға тиң социаль араны һаҡлау мотлаҡ.
Билдәләнгән көндә һеҙ үҙегеҙҙең поликлиникағыҙға барып, медицина иҫкәртеү бүлмәһенә мөрәжәғәт итәһегеҙ һәм маршрут ҡағыҙы алып, барлыҡ табиптарға күренәһегеҙ. Иң аҙаҡтан терапевт ҡарай һәм кәрәк тип тапһа, икенсе этапҡа йүнәлтмә бирә. Был осраҡта инде проблемалы ағзаларҙы ныҡлабыраҡ тикшерәсәктәр.
3. Диспансерлаштырыу үткән көн өсөн эш хаҡы түләнә
Диспансерлаштырыу тулыһынса бушлай үткәрелә. Һеҙ, үрҙә яҙғаныбыҙса, үҙ поликлиникағыҙға мөрәжәғәт итеп, терапевт билдәләгән табиптарға күренәһегеҙ. Был осраҡта кешенең йәше иҫәпкә алына, шуға күрә исемлек тә төрлөсә була. Бынан тыш, был көн өсөн эш хаҡы ла түләнә! Законға ярашлы, диспансерлаштырыу үтеү өсөн ял бирелә һәм уртаса эш хаҡы һаҡлана. Эшләп йөрөгән пенсионер-ҙарға һәм пенсияға сығыуға биш йыл ваҡыты ҡалғандарға (2021 йылда – 1965–1968 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар һәм 1960–1963 йылғы ир-егеттәр) ике ял көнө һәм уртаса эш хаҡы тейеш.
Ял алыр өсөн етәкселек менән диспансерлаштырыу үтеү көнөн килешергә һәм ирекле формала ғариза яҙырға кәрәк. Үҙ белдегең менән медицина тикшереүе үтергә сығып китергә ярамай, был эш урынын сәбәпһеҙ ҡалдырыуға тиңләнеүе бар. Поликлиникаға барғандан һуң белешмә алып килеү зарур. Әгәр диспансерлаштырыу өсөн ял алыу мөмкинлеге бөтөнләй юҡ икән, табиптарға шәмбе көнө лә күренергә мөмкин.
ФЕКЕР
Радий Хәбиров,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
– 2020 йылда беҙ республиканың үҙәк, көньяҡ һәм көнсығыш өлөштәрендә муниципаль-ара офтальмология үҙәктәре астыҡ. Бының менән Өфөнән алыҫта урынлашҡан төбәктәр халҡына юғары технологиялы медицина ярҙамын яҡынайтыуға өлгәштек. Әгәр быға тиклем ҡайһы бер райондар халҡы өсөн Ырымбур йәки Силәбе дауаханаларында операция яһатыу уңайлы булһа, хәҙер улар үҙҙәре беҙҙең республикаға дауаланыуға килә башланы. Янбаш һөйәге һыныу осраҡтарын дауалау буйынса ла ошондай үҙәктәр эшмәкәрлеген ойошторорға кәрәк. Төрлө йәрәхәттәр алған оло йәштәге кешеләрҙе ваҡытында дауалау уларҙың ғүмер оҙайлылығына булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ бындай үҙәктәр һәр төрлө юл-транспорт ваҡиғаларында ҡаза күреүселәргә ярҙам итеү йәһәтенән дә отошло буласаҡ.
БЕЛЕП ҠУЙ
Райондарҙа йәшәүселәр заманса ҡорамалдарҙа тикшереү үтә ала
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын арттырыу маҡсатында 19 апрелдән «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» тип аталған акция башланыуы тураһында белдерҙе. Республиканың барлыҡ райондары буйлап алты автопоезд сығасаҡ. Халыҡты Күсмә сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАПтар, флюорографтар, маммографтар, диагностика комплекстары, стоматология модулдәре хеҙмәтләндерәсәк, шулай уҡ Өфө дауаханаларының табиптары ҡабул итәсәк. Теләге булған һәр кем был заманса ҡорамалдарҙа сәләмәтлеген бушлай тикшертеп, табиптарҙан консультация алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Поездарҙың эш графигы тураһында айырым мәғлүмәт бирәсәкбеҙ.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Сираттан тыш
диспансерлаштырыу үтә ала
1) хеҙмәт геройҙары;
2) Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары, улар-ҙың ғаилә ағзалары;
3) хәрби хәрәкәт ветерандары;
4) блокадалағы Ленинградта йәшәүселәр;
5) балиғ булмаған элекке конц-лагерь тотҡондары;
6) Рәсәйҙең почетлы донорҙары;
7) радиация һәләкәттәрендә зыян күреүселәр;
8) сәйәси золом ҡорбандары;
9) реабилитация үткән кешеләр;
10) 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтары, инвалид балалар.