Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыуға бәйле биш төп уйҙырма

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың ваҡыты быға тиклем ике тапҡыр күсерелде, һәм ул быйылғы көҙҙә үтәсәк. Иҫәп алыуҙа үҙ аллы ҡатнашыу алымы, беҙҙең яуаптарыбыҙҙы кемдәрҙең ҡарай алыуы, ғөмүмән, был сараның ни өсөн кәрәк булыуы тураһында аңлатма бирәбеҙ.

1. Өйҙә генә ултырып, иҫәп алыусыны көтөргә тура киләсәк
2021 йылғы иҫәп алыу тарихта тәүге тапҡыр һанлы алымда буласаҡ! Республиканың һәр бер кешеһе Ер шарының теләһә ҡайһы мөйөшөндә булып та, иҫәп алыуҙа үҙ аллы ҡатнаша аласаҡ. Беренсенән, быны «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге, икенсенән, компьютер йәки телефон ярҙамында «Дәүләт хеҙмәттәре» ҡушымтаһы аша эшләргә мөмкин. Бының өсөн:
- «Дәүләт хеҙмәттәре» сайтында теркәлергә;
- «Халыҡ иҫәбен алыуҙы үтеү» бүлеген һайларға (ул иҫәп алыу баш- ланғас барлыҡҡа киләсәк);
- барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирергә кәрәк. Үҙең хаҡында ғына түгел, бергә йәшәгән ғаилә ағзалары тураһында ла мәғлүмәт бирергә мөмкин. Иң аҙаҡтан «Тамамларға» тигән төймәгә баҫығыҙ.
Һорауҙарға яуап биргәндән һуң ғаиләнең һәр ағзаһына уникаль код ебәрелә. Уны иҫәп алыусыға күрһәтергә кәрәк, ул саҡта һеҙҙән икенсе тапҡырға һорау алып тормаясаҡтар.
Мөһим! Әгәр һеҙгә телефондан шылтыратып, иҫәп алыу үтергә тәҡдим итһәләр, мәғлүмәт бирә күрмәгеҙ, был – мутлыҡ ҡылыусылар! Иҫәп алыу-ҙың ундай төрө юҡ. Улар һеҙҙән конфиденциаль мәғлүмәт алыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
2. Торлаҡ һәм килем тураһындағы мәғлүмәтте һалым хеҙмәтенә бирәсәктәр
Ысынлап та, күптәр иҫәп алыуҙан һуң һалым инспекторы килеп, икенсе эш урының өсөн һалым түләтәсәк, кемдер ҡуртымға фатир биреүеңде йәки кеше фатирында теркәүһеҙ йәшәүеңде беләсәк, тип хәүефләнә. Бындай дөрөҫлөктө әйтеп, һуңынан зыян күреү, ваҡытыңды, көсөңдө һәм нервыларыңды әрәм итеү нимәгә кәрәк?
Ысынбарлыҡта эш улай тормай. Беренсенән, барлыҡ мәғлүмәт конфиденциаль һанала һәм уны кемгәлер биреү тыйыла. Икенсенән, иҫәп алыу ҡағыҙҙарында һорауҙар бик күп: белем кимәлегеҙ, ғаилә хәлегеҙ ниндәй, ниндәй килемгә йәшәйһегеҙ, йортоғоҙ нисәнсе йылда төҙөлгән, унда нисә бүлмә һ.б. Бында милек һаны, күпме килем алыуығыҙ, фатирҙың кем исемендә булыуы тураһында һорауҙар юҡ. Шуға күрә борсолорға кәрәкмәй. Өсөнсөнән, барыһы ла һеҙҙең әйткәндәргә таянып яҙыла, ниндәйҙер документтар күрһәтеү талап ителмәй, ә мәғлүмәтте аноним рәүештә берләштерәсәктәр – унда исем-шәриф күрһәтелмәй.
3. Иҫәп алыу илдә күпме кеше йәшәүен белеү өсөн кәрәк
Даими йәшәүселәрҙе, командировкала булыусыларҙы, сит илгә сыҡҡан туристарҙы, күсенеүселәрҙе һәм Рәсәйгә даими йәшәргә, уҡырға, эшләргә килгән сит ил граждандарын иҫәпкә аласаҡтар. Уларҙың иҫәбен белеү ЗАГС, һалым органы, Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре ярҙамында еңелерәк тә, тиҙерәк тә, арзаныраҡ та, сөнки улар барыһы ла һанлаштырылған һәм компьютерға индерелгән.
Бында әлеге мәлдәге Рәсәйҙә кемдәрҙең һәм уларҙың нисек йәшәүен белеү мөһим. Гражданлыҡ һәм ҡатнаш никахтар һаны, эшкә барыу күпме ваҡытты ала, кешеләр нисә сит ил телен һәм ниндәй кимәлдә белә, торлаҡ шарттары – быларҙың береһе лә дәүләт базаһында юҡ, был мәғлүмәттәрҙе бары тик халыҡ иҫәбен алыу ярҙамында белергә мөмкин.
Барлыҡ алынған мәғлүмәтте ғалимдар эшкәртәсәк. Был ябай ҡыҙыҡ-һыныу түгел. Алынған һандар ғәмәли маҡсатҡа эйә – кем өсөн, ҡайҙа, нимә төҙөргә кәрәк, ҡайһы төбәккә күпме аҡса йүнәлтергә, йәмғиәттә ниндәй процестар бара? Ябай ғына миҫал: һуңғы ике халыҡ иҫәбен алыу-ҙың мәғлүмәттәрен сағыштырыу Рәсәйҙә ауыл халҡының ысынлап кәмеүен күрһәтте. Шуға күрә дәүләт ауылдарҙа ФАП төҙөү программаһын тергеҙҙе, ауыл еренә эшкә барырға теләгән табиптарға, уҡытыусыларға берәр миллион һумлыҡ аҡсалата ярҙам булдырҙы, газ үткәреүҙе әүҙемләштерҙе, фермерҙарға субсидия һәм «ауыл ипотекаһы»н бирә башланы. Был эшмәкәрлектең һөҙөмтәһен һуңыраҡ – ошо һәм артабанғы иҫәп алыу-ҙарҙан күрәсәкбеҙ.
4. Милләтте күрһәтелгән исемлектән генә һайлау мөмкин буласаҡ
Үткән халыҡ иҫәбен алыу Баш-ҡортостанда 162 милләт вәкиле йәшәүен күрһәтте. Улар араһында 18 америкалы, өс африкалы, бер көньяҡ Африка кешеһе (рәсми отчетта шулай яҙылған), ике ильтемен (Камчатка ярымутрауының аҫаба халҡы), ете чукча һәм хатта бер маори – Яңы Зеландияның төп халҡы вәкиле бар. Был исемлеккә джедаи, Ваканда башлығы, тролли, гномдар һәм эльфтар индерелмәгән.
Иҫәп алыу битендәге «Һеҙҙең милли сығышығыҙ» һорауы – асыҡ, йәғни бер ниндәй ҙә рөхсәт ителмәгән йәки тәҡдим ителгән варианттар юҡ. Һәр кем үҙ милләтен үҙе һайлай. Иҫәп алыусыға ситләтеп һорауҙар биреү йәки яуапҡа шик белдереү тыйыла.
Быйылғы йылдың яңылығы: хәҙер бер нисә милләтте һәм ғаиләлә һөйләшкән туған телде (ике, өс, хатта дүрт төрлө) күрһәтергә мөмкин.

5. Студенттарҙы иҫәп алыусы булырға мәжбүр итәсәктәр
Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында 10 мең самаһы кеше ҡатнашасаҡ, тип күҙаллана. Һәр бер иҫәп алыусы үҙ биләмәһендә 550 самаһы кешенән һораулама аласаҡ. Был эш яҡынса 10-20 минут ваҡытты ала. Һорауҙарға 14 йәше тулған һәр кем үҙе яуап бирә ала, шулай уҡ ғаилә исеменән бер кешенең яуап биреүе лә рөхсәт ителә. Күптәр онлайн алымда яуап бирһә, эш күләме кәмер, тип күҙаллана. Ауыр мөхитле, хәүефле фатирҙарға иҫәп алыусылар полиция хеҙмәткәре менән бергә барасаҡ.
Эйе, күпселек осраҡта иҫәп алыуҙа йәштәр ҡатнаша. Ауыл ерендә уҡытыусылар, әүҙем пенсионерҙар ҙа иҫәп алыусы булып ихлас эшләй.
Шуныһы мөһим – был хеҙмәти бурыс түгел, ә эш, уның өсөн аҡса түләнә! Бер ай өсөн студенттар яҡынса 20 мең һум ала – был стипендияға ярайһы уҡ яҡшы ҡушымта.
КӨНҮҘӘК ҺОРАУ
Нисек иҫәп алыусы булырға?
18 йәше тулған, суд тарафынан хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлмәгән һәр Рәсәй гражданы иҫәп алыусы була ала. Ғаризаны Башҡортостанстаттың ҡала йәки район бүлексәһенә бирергә кәрәк.
Беҙҙең районда бәйләнеш өсөн мәғлүмәт:
Ғәйфуллина Лариса Радик ҡыҙы – төп белгес-эксперт.
Телефон: 8 (34770) 2-03-68, 2-03-69.
Адресы: 452550, Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 20.
Email: [email protected]
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.