Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
29 Ғинуар 2021, 13:05

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ковидҡа ҡаршы паспорты хаҡында биш уйҙырма

Радий Хәбиров республикала «ковидҡа ҡаршы» паспорттар индереү тураһында белдерҙе. Уларҙы коронавирусҡа антиесемдәре булған, йәғни прививка яһатҡан йәки быға тиклем сирләгән кешеләр аласаҡ. Программа 5 февралдән генә эшләй башлаясаҡ, әммә әле үк уға бәйле байтаҡ уйҙырмалар һәм фараздар барлыҡҡа килде. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау һәм Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлыҡтары менән берлектә нимәнең – дөрөҫ, ә нимәнең ялған булыуы тураһында аңлатма әҙерләнек.

Беренсе уйҙырма. Сираттар һәм документтар йыйыу

Бөтә нимә автоматик рәүештә баш-ҡарыласаҡ! Бер ҡайҙа ла бер ниндәй документ һәм ғариза тапшырырға кәрәкмәй. Система түбәндәгесә эшләйәсәк: COVID-19-ға ҡаршы прививка яһатҡан һәр кем тураһында мәғлүмәтте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы дөйөм базаға индерәсәктәр һәм 21 көндән, йәғни тулыһынса иммунитет барлыҡҡа килгәндән һуң, «Дәүләт хеҙмәттәре» республика порталындағы (gosuslugi.bashkortostan.ru) шәхси кабинетҡа документ ебәреләсәк.

Мәҫәлән, һеҙ беренсе прививканы – 11 ғинуарҙа, шуға ярашлы икенсеһен 1 февралдә эшләттегеҙ, ти. Һеҙгә 22 февралдә паспорт ебәреләсәк.

Бығаса сирҙе үткәреп, паспорт алыр-ға теләгәндәр түбәндә килтерелгән исемлектәге дәүләт поликлиникаларының береһендә үҙ аллы рәүештә антиесемдәргә анализ (ИФА) бирергә тейеш. Хеҙмәт түләүле, яҡынса 1000 һум тора. Исемлектә шәхси клиникалар юҡ, әлеге мәлдә уларҙы индереү мәсьәләһе ҡарала.
Икенсе уйҙырма. Был минең иркемде һәм йөрөүемде сикләйәсәк

Барыһы ла тап киреһенсә: был республикала ғәмәлдә булған бихисап сикләүҙәрҙән азат булырға ярҙам итәсәк. Үҙендә антиесемдәр булыуын документаль рәүештә раҫлаған кешеләр иркен рәүештә концерттарға, спектаклдәргә, спорт сараларына йөрөй ала, уларға «ковид» квотаһы тәьҫир итмәй. 65 йәштән ололар һәм хроник сирлеләр үҙҡурсаланыу режимынан сығып, теләгән ваҡытында теләгән еренә йөрөй, йәғни ғәҙәти тормошта йәшәй ала.

Ҡайһы берәүҙәр әлеге паспортһыҙ ҡайҙалыр алыҫҡа барыу, самолетта осоу тыйылыр йәки башҡа төрлө сикләүҙәр барлыҡҡа килер, тип шикләнә. Был дөрөҫ түгел. Документ артыҡ сикләүҙәрҙе юҡҡа сығарыу өсөн генә кәрәк: әгәр һинең иммунитетың бар икән, ни эшләп һин өйҙә бикләнеп ултырырға тейешһең?

QR-код Башҡортостан биләмәһендә генә ғәмәлдә буласаҡ. Прививка яһат-ҡан кешеләрҙең берҙәм Рәсәй паспорты булмаясаҡ. Һәр төбәк үҙенә башҡа ковидҡа ҡаршы ҡағиҙәләр һәм сикләүҙәр индергәнгә күрә, антиесемдәре булған кешеләргә ниндәй сикләүҙәрҙе йомшартырға мөмкин икәнен дә һәр кем үҙ аллы хәл итә.
Өсөнсө уйҙырма. Яңылыҡ миңә бер нимә лә бирмәйәсәк

Вакцинацияны әүҙемләштереү маҡсатында «бонус программаһы» уйлап табылған. Паспорттар ғәмәлдә булған осорҙа улар буйынса магазиндарҙа, бассейндарҙа, фитнес-үҙәктәрҙә төрлө ташламалар менән файҙаланырға мөмкин. Прививка яһатҡан уҡытыусыларға уҡыу йылы осоронда өс көнгә тиклем өҫтәмә ял һәм өҫтәмә отпуск көндәре бирелә. Вакцинацияны үткән атай- әсәйҙәр мәктәптә балалары янына инеп йөрөү, класс тормошонда ҡатнашыу мөмкинлеге аласаҡ. Ә спорт көйәрмәндәре «Өфө-Арена» һәм «Нефтсе» трибуналарында матчтарҙы социаль дистанция һаҡламайынса ҡараясаҡ, улар өсөн айырым секторҙар асыла.
Дүртенсе уйҙырма. Битлекһеҙ йөрөү мөмкин буласаҡ

Әлегә юҡ. Эш шунда: прививка яһатҡан кеше сирләмәһә лә, вирусты йөрөтөүсе, таратыусы булыуы ихтимал. Шуға күрә прививка яһатҡандарға ла битлек режимы һаҡлана – был Роспотребнадзор талабы.
Бишенсе уйҙырма. Был даими буласаҡ

Иҫегеҙҙәлер, яҙғыһын, дөйөм үҙҡурсаланыу осоронда, урамға сығыу өсөн махсус рөхсәт ҡағыҙы кәрәк ине, ә баҡсаға барыу өсөн айырым сервис аша теркәү үтеү талап ителде. Ул саҡта ла кешеләр, артабан гел ошолай буласаҡ, тип ҡурҡҡайны. Рөхсәт ҡағыҙҙары хәҙер ҡайҙа? Бәлки, кемдәрҙәлер сувенир рәүешендә һаҡланалыр.

Әле лә шулай – паспорттар дөйөм вакцинация осоронда ғына кәрәк буласаҡ. Быға тиклем аңлатыуыбыҙса, «коллектив иммунитет» барлыҡҡа килһен өсөн Башҡортостанда кәм тигәндә ике миллион кешегә прививка яһарға кәрәк. Тап ошо осраҡта эпидемияны туҡтатыу мөмкин буласаҡ.
Паспорт ниндәй буласаҡ?

QR-код – сканерлау мөмкин бул-ған символдарҙан торған квадрат. Ул һәр кем өсөн шәхсән булдырыла: унда һеҙҙең фамилия, исем, атайығыҙҙың исеме индерелә, шуға күрә башҡа кешенең паспорты менән ҡулланыу мөмкин түгел. Уны мобиль телефондың экраны аша күрһәтергә йәки ҡағыҙға сығарып, мәҫәлән, ғәҙәти паспортығыҙ араһында үҙегеҙ менән йөрөтөргә була.

Прививка эшләткәндәр өсөн уның яраҡлылыҡ ваҡыты – бер йыл, сирҙе үткәргәндәр өсөн – әгәр антиесемдәр титры ундан күберәк булһа – өс ай. Әгәр әлеге күрһәткес ундан аҙ бул- һа, прививка яһатып, шунан һуң ковидҡа ҡаршы паспорт алырға тура киләсәк.
БЫЛ МӨҺИМ!
Прививканы ҡайҙа һәм нисек эшләтергә?

Яҡын арала, республикаға вакцинаның ҙур партияһы килгәс, прививканы теләге булған һәр кем эшләтә ала. Бының өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы шәхси кабинетыңда «Та- бипҡа» мобиль ҡушымтаһы аша яҙылырға йәки үҙеңдең поликлиникаңдың регистратураһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Вакцинация ирекле һәм тулыһынса бушлай!
Антиесемгә анализды ҡайҙа бирергә?

Өфө

Республика СПИД һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәге – Достоевский урамы, 132, 15-се корпус.

21-се ҡала клиник дауаханаһы – Урман проезды, 3.

Медицина-генетика үҙәге – Ғафури урамы, 74.

1-се тире-венерология диспансеры – Индустриаль шоссе, 42.

Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы – Батыр урамы, 39/2.

Клиник-диагностика инфекция үҙәге – Зубов ауылы, Электр заводы ура- мы, 11.

Онкология диспансеры – Октябрь проспекты, 73/1.

Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы – Достоевский урамы, 132.

13-сө дауахана – Нежинский ура- мы, 28.

18-се дауахана – Блюхер урамы, 3.

Белорет

Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы – Ленин урамы, 65.

Бөрө

Бөрө үҙәк район дауаханаһы – Коммунистик урам, 12.

Күмертау

Үҙәк ҡала дауаханаһы – Совет урамы, 39.

Мәсәғүт

Дыуан участка дауаханаһы – Октябрь урамы, 36.

Нефтекама

Ҡала дауаханаһы – Карл Маркс урамы, 24.

Октябрьский

1-се ҡала дауаханаһы – Кувыкин урамы, 30.

Салауат

Салауат ҡала дауаханаһы – Губкин урамы, 21.

Сибай

Үҙәк ҡала дауаханаһы – Белов урамы, 19.

Стәрлетамаҡ

2-се ҡала дауаханаһы – Голиков урамы, 28А.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.