Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
22 Ғинуар 2021, 17:35

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация башлана. Был хаҡта нимәләр белергә кәрәк

Владимир Путин бөтә ил буйынса коронавирусҡа ҡаршы вакцинацияны башларға ҡушты. Быйыл республикала бер миллиондан ашыу кешегә прививка яһарға иҫәп тоталар. Әлеге мәлгә 14 меңдән ашыу доза «Спутник V» вакцинаһы килтерелгән, ул табиптарға, уҡытыусыларға, социаль хеҙмәткәрҙәргә, полицияла эшләүселәргә яһала. Иммунизация барышында Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә ауыр эҙемтәләр һәм үлем осраҡтары теркәлмәне.

Яҡын арала, яңы партиялар килеү менән, вакцинаны теләге булған һәр кем яһата аласаҡ. Был сара тик ирекле һәм бушлай! «Табипҡа» («К врачу») ҡушымтаһы аша йәки поликлиникаға мөрәжәғәт итеп яҙылырға мөмкин буласаҡ. Вакцинация үткәреү тәртибе билдәле булыу менән өҫтәмә рәүештә аңлатма бирербеҙ.
Вакцинация тураһында көнүҙәк һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы, БДМУ-ның эпидемиология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы Азат Мөхәмәтйәнов яуап бирә.
Кемгә ярай, кемгә ярамай?
Вакцинаны 18 йәше тулған һәр кем эшләтә ала. Ниндәйҙер айырым әҙерлек кәрәкмәй. Иң мөһиме – кире күрһәтмәләр булмаһын. Уларға йыл дауамында кисерелгән инфаркт йәки инсульт, хроник системалы инфекциялар, туберкулез, төрлө шештәр, В һәм С гепатиты, сифилис, ВИЧ инә. Ҡатын-ҡыҙҙарға алдан йөклөлөккә тест үтергә кәңәш ителә. Шулай уҡ вакцинацияға тиклем һәм унан һуң бер нисә көн дауамында алкоголле эсемлектәр ярамай.
Әгәр һеҙ сирләгән булһағыҙ, был кире күрһәтмә була алмай, Мәскәү табиптары «Спутник V» вакцинаһын сирҙе үткәргәндәргә лә эшләргә рөхсәт итте. Әммә был осраҡта ошо хаҡта мотлаҡ табипҡа әйтергә кәрәк, ул өҫтәмә анализдар биреү-бирмәү зарурлығын хәл итә.
Әгәр тымаулап торһағыҙ йәки хроник сирҙәрегеҙ баш ҡалҡытһа, ике-дүрт аҙна самаһы ваҡытҡа вакцинацияны кисектереп тороғоҙ. Еңелсә респиратор вируслы инфекциялар, киҫкен эсәк ауырыуҙары осраҡтарында температура яйланыу менән прививка яһатырға мөмкин.
Әгәр киҙеүгә ҡаршы йәки башҡа төрлө прививка эшләтһәгеҙ, кәм тигәндә 30 көн көтөргә кәрәк буласаҡ.
Вакцинация нисек үтә
Прививка яһар алдынан һеҙҙе табип ҡарап, температурағыҙҙы үлсәйәсәк, дарыуҙарға аллергия реакцияларын белешәсәк. Коронавирусҡа тест үтергә кәрәкмәй.
Инъекция ҡалаҡ һөйәк тирәһенә яһала. Вакцина эшләнгәндән һуң һеҙҙән ярты сәғәт поликлиникала ултырып торорға һораясаҡтар – табиптар организмдың вакцинаны һәйбәт ҡабул итеүен күрергә тейеш. Өс аҙна арауыҡ менән барлығы ике инъекция яһала. Беренсе этаптан һуң һаҡлаусы антиесемдәр барлыҡҡа килә, икенсеһе һөҙөмтәне нығыта. 42-се көнгә ныҡлы һәм оҙайлы күҙәнәк иммунитеты барлыҡҡа киләсәк, ул яҡынса ике йылға етәсәк. Вакцинаның һөҙөмтәлелеге – 95 проценттан ашыу. Был прививка яһат-ҡан кешенең сир йоҡтороу ихтималлығы прививкаһыҙҙарға ҡарағанда 95 процентҡа аҙыраҡ булыуын аңлата.
Ниндәй кире эҙемтәләр булыуы ихтимал?
Башлыса киҙеү менән ауырығандағы билдәләр – өшөү, температура күтәрелеү, быуындар һәм мускулдар ауыртыу, хәлһеҙлек күҙәтелеүе бар. Ҡайһы берҙә инъекция яһаған урын ҡыҙара һәм шешә. Ғәҙәттә, быларҙың барыһы ла ике-өс көн эсендә үтә. Прививка яһатыусылар араһында бик һирәк осраҡтарҙа күңел болғаныу, ашҡаҙан ауыртыу, аппетит юғалыу, лимфа төйөндәренең ҙурайыуы күҙәтелгән.
Кире эҙемтәләрҙе мөмкин тиклем кәметеү маҡсатында вакцинациянан һуң бер нисә көн дауамында физик көсөргәнештән һаҡланырға, мунсаға һәм саунаға бармай торорға, алкоголь ҡабул итмәҫкә, инъекция урынын һыуламаҫҡа кәрәк.
КӨНҮҘӘК ҺОРАУ
Ни өсөн прививканан һуң
алкоголь ярамай?
Нимә ул прививка? Ул – организмға көсһөҙләндерелгән вирус индереү, уны иммун системаһы еңергә һәм артабан иммунитет барлыҡҡа килтерергә тейеш. Ә бының өсөн ваҡыт кәрәк. Алкоголь – организмға өҫтәмә көсөргәнеш, ул прививканың һөҙөмтәлелеген кәметә. Һүҙ «ҡоро закон» тураһында бармай. Табиптар вакцинацияның һәр этабынан һуң өс көн спиртлы эсемлектәр эсмәҫкә кәңәш итә, был – барлыҡ прививкалар өсөн ғәҙәти талап.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Башҡа төрлө вакциналар
буласаҡмы?
Әлегә барыһына ла Гамалея исемендәге үҙәк тарафынан эшләнгән «Спутник V» препараты яһала. Рәсәй-ҙә «ЭпиВакКорона» тип аталған тағы бер вакцина теркәлгән, уны Новосибирскиҙағы «Вектор» үҙәге ғалимдары уйлап тапҡан. Саҡ ҡына һуңғараҡ республикаға ул да килтереләсәк, бөгөнгө көндә уны күпләп етештереү яйға һалына.
Америкала етештерелгән «Pfizer» вакцинаһы әлегә беҙҙең баҙарға сығарылмай, сөнки етештереүсе үҙ тауарын Рәсәй биләмәһендә теркәү һәм сертификациялау буйынса мөрәжәғәт итмәгән. Шуға күрә беҙҙең илдә уны ҡулланыу законһыҙ алым һаналасаҡ.
ШӘХСИ ТӘЖРИБӘ
Беҙ коронавируска ҡаршы вакцина яһатҡан кешеләргә мөрәжәғәт итеп, тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙы һораныҡ.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.