Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
13 Ғинуар 2021, 11:35

2021 йылда беҙ көткән биш ваҡиға

Ғәҙәттә, кешеләр ғинуар айында башланып торған йылға пландар ҡора. Был 12 айҙа беҙҙе нимәләр көтә? Беҙ яңы йылдың иң мөһим сараларын барланыҡ.

1. Ғинуар. Коронавирусҡа ҡаршы дөйөм вакцинация
Башҡортостанға коронавирус инфекцияһына ҡаршы «Спутник V» вакцинаһының бер нисә партияһы килтерелде. Әлеге ваҡытта табиптар-ҙы, уҡытыусыларҙы, полиция хеҙмәткәрҙәрен, ирекмәндәрҙе вакцинациялау бара. Йыл башында беҙгә тағы бер миллиондан ашыу доза вакцинаның (шул иҫәптән «Вектор» үҙәгенән) килеүе планлаштырыла. Шул саҡта инде теләк буйынса дөйөм вакцинация башланасаҡ. Күҙаллауҙарға ярашлы, прививканан һуң кешелә коронавирусҡа ҡарата иммунитет ике йыл һаҡланасаҡ.
Быға тиклем аңлатыуыбыҙса, халыҡ өсөн вакцина тулыһынса бушлай. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, уның һөҙөмтәлелеге 95 процент тәшкил итә. Вакцина яһатып та сирләгәндәр араһында ауыр эҙемтәләр күҙәтелмәгән.
2. Апрель. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу
Ул уҙған йылдың көҙөндә үтергә тейеш ине, әммә ҡатмарлы хәл-торош арҡаһында уны 2021 йылдың апреленә күсерҙеләр. Бындай ҡарарҙы беҙ генә ҡабул итмәнек: АҠШ, Аргентина, Бразилия, Эквадор һәм башҡа бик күп илдәр ҙә халыҡ иҫәбен алыуҙы күсерҙе.
Халыҡ иҫәбен алыуҙа бөтә Рәсәй граждандары, шул иҫәптән сит ил кешеләре, гражданлығы булмайынса йылдан ашыу беҙҙең илдә йәшәүселәр ҡатнаша ала. Иҫәп алыусы һеҙҙән милләт, тел белеү, белем кимәле һәм ғилми дәрәжә, никах хәле, килем сығанағы (эшләйһегеҙме, хаҡлы ялдаһығыҙмы, әллә кеше ҡарамағында йәшәйһегеҙме), балалар һаны, торлаҡ шарттары, етәксе, ябай хеҙмәткәр йәки шәхси эшҡыуар булыуығыҙға ҡағылышлы һорауҙар бирәсәк. Эш хаҡы, милек күләме тураһында һорау-ҙар булмаясаҡ.
Төп яңылыҡ – иҫәп алыусыны көтмәйенсә, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы ҡушымта аша йәки яҡындағы Күп функциялы үҙәккә барып, һорауҙарға үҙаллы яуап бирә аласаҡһығыҙ. Быны эшләгәндән һуң һеҙгә код биреләсәк, уны иҫәп алыусыға күрһәтһәгеҙ, ул һеҙгә икенсегә һорау-ҙар биреп тормаясаҡ.
Иҫәп алыуҙың тәүге һөҙөмтәләре көҙгөлөккә билдәле буласаҡ.
3. Июль. VI Бөтә донъя фольклориадаһы
Ҙур халыҡ-ара сара – VI Бөтә донъя фольклориадаһы Өфөлә һәм Башҡортостан райондарында 2020 йылдың йәйендә үтергә тейеш ине. Башҡа күп саралар кеүек, ул да кисектерелде. Владимир Путиндың Указына ярашлы, фестиваль 2021 йылдың 2–11 июлендә үтәсәк.
Фольклориада – ул дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелгән халыҡ-ара фольклор фестивале. Сараны Халыҡ-ара фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәре ойошмалары советы ойоштора. Бығаса улар биш илдә – Голландияла, Японияла, Венгрияла, Көньяҡ Кореяла һәм Мексикала үтте. Сара үтәсәк майҙандарҙа яҡынса 50 ил вәкилдәренең бейеүҙәрен, йырҙарын, музыка ҡоралдарында башҡарылған көйҙәрен, милли уйындарын һәм кәсептәрен тамаша ҡылыу мөмкин буласаҡ.
Республика шартлы рәүештә туғыҙ фестиваль майҙансығына бүленгән, һәр округта ете-һигеҙ район берләшкән. Һәр район һәм ҡала округы үҙәктәре үҙ ерендә ҡунаҡтарҙы ҡабул итәсәк. Дөйөм алғанда, 70-тән ашыу майҙанда концерт саралары, күргәҙмә-һатыуҙар, милли уйындар, парадтар ойоштороласаҡ. Һәр ил үҙенең декоратив-һынлы сәнғәт оҫталарын алып киләсәк, улар үҙҙәренең кос-тюмдарын һәм музыка ҡоралдарын күрһәтәсәк.
Майҙансыҡтарҙың барыһы ла асыҡ һауала урынлашасаҡ, был ҡунаҡтарҙың сығыштарын мөмкин тиклем күберәк халыҡ ҡарай алһын өсөн эшләнә.
4. Июль-август. Олимпия уйындары
ХХХ йәйге уйындар Токиола үтергә тейеш ине, әммә төп спорт сараһын уҙғарыу ҙа 2021 йылға кисектерелде. Быны эшләү ойоштороусыларға 1,9 миллиард долларға төштө, уның ҡарауы меңдәрсә кешенең ғүмере һаҡланып алып ҡалынды. 2021 йылда Олимпия уйындары Токиола 23 июлдән 7 авгусҡа тиклем уҙасаҡ.
Әлегә Башҡортостандан нисә кеше һәм кемдәр ҡатнашыуы билдәле түгел. Унан да бигерәк, Рәсәйҙе халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнаштырмауға бәйле низағ нисек хәл ителере лә билдәһеҙ. Спорт судьяларының ҡарары үҙ көсөндә ҡалыуы ихтимал, ул сағында беҙҙең спортсыларға нейтраль формала һәм аҡ флаг аҫтында сығыш яһарға тура киләсәк. Әммә бынан ғына беҙҙең уларға ҡарата ихтирам-хөрмәтебеҙ кәмемәйәсәк, республикабыҙ намыҫын яҡлаусылар өсөн ихлас янып-көйәсәкбеҙ. Шуға күрә алдағы йәйҙән башҡорт ерен танытасаҡ алтын миҙалдар көтәбеҙ!
5. Сентябрь. Дәүләт Думаһына һайлау
Дәүләт Думаһына һайлау Берҙәм һайлау көнөндә – 2021 йылдың 19 сентябрендә үтәсәк. Ул, һис шикһеҙ, йылдың иң мөһим сәйәси ваҡиғаһы буласаҡ. Беҙҙе ниндәй интригалар көтә? Беренсенән, аналитиктар сос-тавтың ныҡ ҡына яңырасағын күҙаллай. Депутаттарға талаптар йылдан-йыл арта бара, һәм уларҙың барыһы ла заман менән бергә атлай алмай. Мәҫәлән, Дәүләт Думаһы депутаттары закондар сығарыусы ғына түгел, бәлки дәүләт власының федераль органдарында республика мәнфәғәтен яҡлаусылар була бара. Улар беҙҙең мәнфәғәттәрҙе яҡларға, төбәк үҫешенә аҡса һәм кәрәкле кешеләрҙе йәлеп итергә тейеш.
Халыҡ ошоно яҡшы аңлай бара һәм нығыраҡ һөрәнләгән йәки матурыраҡ булғандар өсөн түгел, ә үҙ янына кешеләрҙе туплап, аныҡ эштәр башҡара алырлыҡтар өсөн тауыш бирә.
Икенсенән, сәйәси ландшафт үҙгәрә. 2021 йылдан ҡултамғалар йыймайынса 16 сәйәси партия ҡатнаша аласаҡ. Был күберәк ижтимағи көстәргә һәм хәрәкәттәргә үҙ кандидаттарын үткәреүгә юл аса.
Өсөнсөнән, өс көн дауамында тауыш биреү халыҡтың әүҙемлегенә һәм һөҙөмтәләргә нисек йоғонто яһар? Белеүегеҙсә, был яңылыҡты тәү башлап Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биргәндә һынап ҡаранылар һәм үткән көҙ, ҡала-райондарҙа урындағы советтарға депутаттар һайлағанда, раҫланылар. Яңы алым һөҙөмтәле, хәүефһеҙ тип табылды һәм федераль даирәләге һайлауҙа тәү тапҡыр һынап ҡараласаҡ.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.