«Кешеләр ҡайһы берҙә дауалау учреждениеларына шылтыратып, үҙҙәренә кәрәкле ябай ғына мәғлүмәтте лә ала алмай. Өйөнән сыҡмайынса ғына ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы алыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһыналар, ә бөгөн быны эшләү мөмкин. Анализдары һөҙөмтәләрен алыу тураһында һорашалар һәм башҡалар. Ғөмүмән, кешеләрҙең һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы мөрәжәғәттәре күбәйҙе», – тип яҙҙы үҙенең блогында республика Башлығы Радий Хәбиров.
Башлыҡтың башланғысы менән «Торатау» конгресс холында ковид-ҡа ҡаршы ситуация үҙәге эш башланы. Асылда был бик ҙур колл-үҙәк, унда операторҙар, табиптар, медицина университеты уҡытыу-сылары халыҡтан ҡабул ителгән һорауҙарға яуап бирә, өйгә табип саҡыртырға йәки ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын юлларға ярҙам итә. Быларҙың барыһы ла бушлай эшләнә.
– Көрәшергә икән, еңгәнсе көрәшергә. Халыҡтың тынысланыуына, поликлиникаларҙың беҙҙең ярҙам-һыҙ булдыра алыуына ышанғанға ҡәҙәр эшләйәсәкбеҙ. Беҙ был эште кешеләр тулыһынса һауыға, прививкалар һалына башлағас һәм анти-есемдәр барлыҡҡа килгәс кенә тамамлай алырбыҙ, тип уйлайым. Был яҡынса апрель, май айҙары булыр, моғайын, – тине ситуация үҙәге кураторы, республикала билдәле һәм хөрмәтле табип Римма Үтәшева.
Үҙәк иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Бөтә республика өсөн берҙәм телефон булдырылған: +7 (347) 218-19-19. Шылтыратыу-ҙың тарифы Өфө ҡалаһындағы ябай ҡала телефонындағыса.
ҠЫРҠЫП АЛ ҺӘМ ҺАҠЛА
Әгәр хәл-торошҡа анализ яһаһаң, кешеләрҙе башлыса бер үк һорауҙар борсой. Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге хеҙмәткәрҙәре иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптар менән уртаҡлашты.
COVID-19-ға анализды ҡайҙа тапшырырға мөмкин?
Әгәр һеҙҙә сирҙең билдәләре булмаһа, әммә белешмә кәрәкһә (мәҫәлән, ҡайҙалыр ял итеп ҡайтҡандан һуң), ПЦР анализын түбәндәге клиникаларҙа тапшыра алаһығыҙ:
1. «Медиалаб»: +7937309-46-84, (347) 262-73-77.
2. «Лорак» лаборатория диагностика үҙәге: (347) 244-55-50, (347) 244-55-60.
3. «МЕГИ» медицина үҙәге: 8-800-234-70-70.
4. «Лаборатория» тикшереү үҙәге: (347) 200-81-71.
5. «Медицина тикшереүҙәре үҙәге»: (347) 216-22-33.
6. «Медсервис» (Салауат ҡалаһы): 8-800-250-32-90.
7. «Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» Өфө: (347) 287-29-45.
Күмертау: (34761) 4-38-85.
Туймазы: (34782) 7-25-96.
Стәрлетамаҡ: (3473) 43-68-00.
Әгәр сир билдәләре булһа, йәшәү урыны буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итегеҙ, терапевт һеҙгә йүнәлтмә бирәсәк. Дәүләт медицина учреждениеларында йүнәлтмә буйынса тестар бушлай эшләнә. Әгәр сирленең температураһы юғары булһа йәки башҡа ауырыуҙары (инсульт, фалиж һ.б.) арҡаһында йөрөй алмаһа, анализды өйгә килеп тә алалар. Коронавирусҡа бындай анализ танауҙан һәм ауыҙ ҡыуышлығынан алына. Процедураны эшләр алдынан ике сәғәт дауамында теш таҙартырға, тәмәке тартырға, ашарға һәм вирусҡа ҡаршы дарыуҙар ҡабул итергә ярамай.
Табипҡа нисек яҙылырға?
- 1301 телефоны буйынса. Стационар һәм мобиль телефондан шылтыратырға мөмкин;
- үҙең теркәлгән поликлиниканың регистратураһына шылтыратырға;
- «Доктор Башкортостан» сайты аша:
https://doctor.bashkortostan.ru/;
- «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша: http://www.gosuslugi.ru;
- поликлиникаға шәхсән барып;
- поликлиника һәм дауаханаларҙың холында урынлашҡан терминалдар аша.
Ковидҡа тестың һөҙөмтәләрен ҡасан һәм нисек белергә?
Дәүләт клиникаларында алынған тестарҙың һөҙөмтәһе ғәҙәттә 48 сәғәт дауамында әҙер була, барыһы ла лабораторияның ниндәй көсөргәнешлектә эшләүенә бәйле. Шаршамбыла уҙған Хөкүмәт ултырышында Владимир Путин срокты ҡыҫҡартырға ҡушты.
Һөҙөмтәне поликлиникала дауалаусы табибыңдан белешергә мөмкин. Шулай уҡ республиканың Берҙәм медицина порталында онлайн алым да булдырылған. Уның интернеттағы адресы:
doctor.bashkortostan.ru/ йәки «К-Врачу» мобиль ҡушымтаһы аша табырға мөмкин. Эш алымы түбәндәгесә: «Дәүләт хеҙмәттәре» аша сайтҡа инәбеҙ, «Медицина картаһы» ҡушымтаһын асабыҙ һәм «Тарих» («История») бүлеген һайлайбыҙ. Унда һеҙҙең барлыҡ анализдарығыҙ һаҡлана.
Әгәр миндә коронавирусҡа һөҙөмтә ыңғай булһа, яҡындарым анализ бирергә тейешме?
Күптән түгел был йәһәттән яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде. Әгәр ғаиләлә кемдер ауырыһа, ул ике аҙнаға үҙ-үҙен изоляциялауға китергә тейеш. Ә тест сирҙең билдәләре булған осраҡта ғына эшләнә.
Бушлай дарыуҙар кемдәргә бирелә һәм уларҙы нисек алырға?
Яңы коронавирус инфекцияһы (шул иҫәптән вируслы пневмония) раҫланған йәки ауырыуға шик булған бөтә граждандар ҙа бушлай дарыу алыуға хоҡуҡлы, әгәр:
- Амбулатор шарттарҙа, йәғни өйҙә дауаланһа. Диагнозды поликлиника, «Ашығыс ярҙам» һәм стационарҙың ҡабул итеү бүлексәһе табибы ҡуйырға тейеш.
- 2020 йылдың 16 ноябренән һуң ауырыһа (Указ ошо көндән үҙ көсөнә инде). Йәғни һеҙгә 15 ноябрҙә йәки унан алда диагноз ҡуйылған бул-һа, бушлай дарыуҙарға хоҡуғығыҙ булмай. COVID-19-ҙың эҙемтәләрен дауалау препараттары һеҙгә ҡаралмай.
Тейешле пакет билдәләү тураһында ҡарарҙы поликлиника табибы (участка йәки ашығыс ярҙам бүлеге табибы) сығара. Йыйылмаға вирусҡа ҡаршы бер препарат (фавипиравир, гидроксихлорохин йәки умифеновир), юғары температураны төшөргән дарыу (парацетамол) һәм дауалау алымына ярашлы башҡа препараттар инә. Улар төрлө кеше өсөн төрлө булыуы ихтимал. Дарыуҙарҙы һеҙгә табип ҡарағандан һуң 24 сәғәт эсендә алып килергә тейештәр. Был эш менән медицина хеҙмәткәрҙәре, «Беҙҙең хәстәрлек» үҙәге ирекмәндәре, медицина колледждары, Баш-ҡортостан дәүләт медицина университеты, мәғариф ойошмалары, «Берҙәм Рәсәй» партияһының республика ойошмаһы ирекмәндәре шөғөлләнә.
Мөһим: дарыуҙар асыҡ ҡумтала бирелә, уның эсендә исемлек һәм ризалыҡ ҡағыҙы була.
Мин компьютер томографияһына эләгә алмайым. Нимә эшләргә?
Компьютер томографияһы – ул организмды юғары нурланыуға дусар иткән ҡатмарлы процедура, шуға күрә мотлаҡ табип күрһәтмәһенә ярашлы ғына эшләнә. Пневмонияны диагностикалау өсөн күкрәк ситлегенә рентген эшләтергә мөмкин. Был да һөҙөмтәле, әммә күпкә хәүеф-һеҙерәк алым.
Ярҙам һорап, тағы ҡайҙа шылтыратырға мөмкин:
«Берҙәм Рәсәй»ҙең «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр үҙәге: 8-800-201-89-03.
Табип саҡыртыу өсөн бер-ҙәм телефон: 1301.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “ҡыҙыу линия”һы: 8 (347) 286-58-27, 279-91-20.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.