Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
13 Ноябрь 2020, 14:00

Мунса, резина һәм телефон: нисек ҡышҡыһын юл-транспорт ваҡиғаһына тарымаҫҡа

30 сентябргә ҡарата алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, юлдарҙа өс меңгә яҡын юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 3465 кеше зыян күргән. Был осраҡтарҙың яртыһы тиерлек машиналарҙың үҙ-ара бәрелешенә, дүрттән бер өлөшө йәйәүлеләргә бәйле.

Йыл башынан Өфө – Инйәр – Белорет трассаһында ғына 19 кеше вафат булған. Көҙ аҙағы, ҡыш башы – водителдәр өсөн дә, йәйәүлеләр өсөн дә үтә хәүефле осор. Күңелһеҙ хәлгә тарымау, үҙ өйөңә имен-аман әйләнеп ҡайтыу өсөн нимә эшләргә? Беҙ белгестәрҙең тормошсан кәңәштәрен бергә тупланыҡ.
Тәгәрмәсте ваҡытында алмаштырығыҙ
Шиналар 4х4х4 формулаһына яуап бирергә тейеш: дүрт йылдан артыҡ ҡулланылмауы, бөтә тәгәрмәстәрҙең дә һүрәте бер иш булыуы, протектор-ҙың тәрәнлеге дүрт миллиметрҙан кәм булмауы шарт.
Әгәр һеҙ әлегә тәжрибәһеҙ водитель булһағыҙ йәки ҡала ерендә йәшәмәһәгеҙ, белгестәр ҡышҡы осорға тәғәйенләнгән ваҡ ҡына ҡаҙаулы тәгәрмәскә өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә, сөнки улар күпкә ышаныслыраҡ, ә асфальт юлда идара иткәндә ябай тәгәрмәстән әллә ни айырылмай.
Шулай уҡ автомобилде ҡышҡа әҙерләүгә бәйле эштәр исемлегендә мотлаҡ түбәндәгеләр булырға тейеш: майҙы ҡышҡы төргә, быяла йыуыу шыйыҡсаһын туңмай торғанға, быяла таҙартҡыстың щеткаһын алмаштырыу, аккумуляторҙы, тулы приводтың төҙөклөгөн, ҡайыштарҙы һәм патрубоктарҙы тикшереү, клемды таҙалау.
Йылы куртка һәм смартфонды ситкәрәк ҡуйығыҙ
Автомобилдең мейесен тулы ҡеүәтенә эшләтеп, унда «мунса» яһамағыҙ. Был реакцияны кәметә, һеҙ бик тиҙ тирләйәсәкһегеҙ, арыясаҡһығыҙ һәм машинаны оҙаҡ йөрөтә алмаясаҡһығыҙ. Өҫкө кейемегеҙҙе һәм бүркегеҙҙе сисеп ултырығыҙ, һуңғыһы күреү һәм ишетеү мөмкинлеген сикләүе бар.
Куртка менән бергә телефонығыҙҙы ла ситкәрәк һалығыҙ. Руль артында бер нимә лә ҡамасауларға тейеш түгел. Юлда телефон менән ҡулланыу һәр ваҡыт хәүефле, ә ҡышҡыһын әйтеп тораһы ла түгел, сөнки авария осраҡтары бермә-бер арта. Өҫтәүенә машина менән идара иткәндә телефондан һөйләшкән өсөн 1500 һум штраф ҡаралған. Төрлө хәүефле осраҡта юғалып ҡалмау өсөн рулде ике ҡуллап «өс тула ун биш минут» тигән хәлдә тотоғоҙ. Дөрөҫ ултырығыҙ: арҡа тура, баш аҙ ғына күтәрелгән – ошо хәл-торошта вестибуляр аппарат яҡшы эшләй. Аяҡтарҙы тубыҡ тәңгәлендә мөмкин тиклем аҙыраҡ бөгөгөҙ, уң аяҡ газдан тормозға тиҙ генә күсә алһын өсөн үксәгә таянырға тейеш.
Автомобилде ярым яртылаш ятып, ҡулдарҙы алға һуҙып йөрөткәндә, алғы күренеш, хәрәкәт мөмкинлеге һәм киңлектә йүнәлеш алыу насарая.
«Ҡышҡы йөрөтөү» режимына күсегеҙ
Күпселек водителдәр өсөн ҡышҡы һәм йәйге осорҙа машина йөрөтөү үҙенсәлектәре айырыла. Төрлө юл-транспорт ваҡиғаларына тарымаҫ өсөн ҡатмарлы булмаған бер нисә кәңәште иҫтә тоторға кәрәк.
- Әгәр һауа торошон иғлан иткәндә, «юлдарҙа – боҙ ҡатламы» тип әйт-һәләр, был бөтә трассаның боҙ менән ҡапланыуын аңлатмай. Ҡағиҙә булараҡ, ул күперҙәрҙә һәм эстакадаларҙа, юлдың урманлы өлөшөнә ингән йәки сыҡҡан урындарҙа, ихата эсенә боролоп ингән ерҙәрҙә, асыҡ туҡталҡаларҙа һәм светофор яндарында барлыҡҡа килеүсән. Ҙур булмаған тиҙлек менән барған саҡта тормозға саҡ ҡына баҫып, юл торошон тикшереп ҡарағыҙ. Әгәр машина шыуып киткән кеүек булһа, тиҙлекте һиҙелерлек яйлатығыҙ.
- Алда барған автомобиль менән хәүефһеҙ ара һаҡлағыҙ. Тиҙлек сәғәтенә 60 километр булған осраҡта ул – 30 метр, 80 километр булһа – 40 метр-ҙан да кәм түгел. Дистанция – во- дитель өсөн хәүефһеҙлектең төп гарантияһы. Автомобилгә ни тиклем ныҡ яҡынлаһағыҙ, күренеш шул тиклем тарая, ә хәүефһеҙлек өсөн иң мөһиме – мөмкин тиклем алыҫыраҡ араны күреү. Әгәр алда барған машина ҡапыл тормозға баҫһа йәки төрлө яҡҡа тая башлаһа, уны урап үтеү йә иһә туҡтау өсөн урын кәрәк буласаҡ, ҡыҫҡа дистанцияла быны эшләү ҡатмарлы.
- Тайғаҡ юлда йәки ҡар яуғанда тиҙлекте һиҙелерлек кәметегеҙ һәм һулаҡай рәттән ситкә шылығыҙ. Аварияға ҡаршы әҙерлек буйынса инструкторҙар бөтә Европала билдәле ҡағиҙәне тоторға саҡыра: «Ҡар яуған мәлдәге тиҙлек алғы күренеш метр- ҙарынан артыҡ булмаҫҡа тейеш». Мәҫәлән, максималь күренеш 40 метр булһа, тиҙлектең сәғәтенә 40 метрҙан артмауы шарт.
- Аҡыллы электроникаға һалынмағыҙ. Заман машиналары тотороҡландырыусы электрон системалар менән тәьмин ителгән һәм улар, ысынлап та, хаталарҙы төҙәтеүгә ярҙам итә. Әммә юлдарҙа боҙ ҡатламы булғанда был система файҙаһыҙға әйләнә. Шуға күрә уға үҙеңдең ғүмереңде һәм именлегеңде ышанып тапшырырға кәңәш ителмәй.
- Рулде талғын, йомшаҡ ҡына итеп бороғоҙ. Газ педаленә лә шундай уҡ мөнәсәбәт талап ителә, сөнки ҡапыл баҫһаң, машина тайып китеүе ихтимал. Әгәр тура юлда автомобилдең артҡы өлөшө «уйнай» башлаһа, уны рулде уңға һәм һулға етеҙ рәүештә бороп, тигеҙләп алырға мөмкин.
Ҡар яуғанда машинағыҙҙы даими таҙартып тороғоҙ
Нисек кенә ҡыйын булмаһын, тәҙрәләрҙе, фарҙарҙы таҙартыу менән генә сикләнмәгеҙ. Автомобилдең өҫтөн дә яҡшы итеп ҡарҙан таҙартыуҙы ғәҙәт итеп алығыҙ. Бәләкәй генә ҡар өйөмө лә авария осрағына сәбәпсе булыуы ихтимал. Машинаның өҫкө өлөшө йылыныу менән ҡар ҡатламының аҫты ирей һәм тормозға баҫҡан саҡта ҡар өйөмө алғы тәҙрәгә килеп төшөп, водитель өсөн күренеште тулыһынса ҡаплай.
Әгәр һеҙ йәйәүле булһағыҙ...
* Ҡараңғы мәлдә водителдәр һеҙҙе ваҡытында абайлаһын өсөн яҡтылыҡ ҡайтарғыс элементтары булған өҫ кейеме кейегеҙ (курткалағы, рюкзактағы махсус билдәләр). Законға ярашлы, һеҙ ҡараңғы мәлдә юл аша сыҡҡан, юл ситенән атлаған осраҡта, ҡала ситендәге трассаларҙа мотлаҡ ошондай элементтары бул-ған кейем кейергә тейешһегеҙ. Әммә был ҡағиҙәне һәр ваҡыт тоторға кәрәк. Яҡтылыҡ ҡайтарғыс билдәләр хужалыҡ тауарҙары магазиндарында һатыла, хаҡтары ҡиммәт түгел, уның ҡарауы улар ғүмерҙе һәм һаулыҡты һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.
* Буксирға алған машина янында тормағыҙ. Тәгәрмәс аҫтынан боҙ киҫәге йәки таш осоп сығыуы ихтимал. Иң хәүефлеһе – машинаның ҡар әсирлегенән ҡапыл ысҡынып, уйламаған яҡҡа хәрәкәт итеүе бар.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.