Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
4 Ноябрь 2020, 13:15

Беҙ бергә. Нимә менән ғорурланабыҙ һәм бергәләп нимәләр эшләйбеҙ

Халыҡтар берҙәмлеге көнө – 1612 йылғы ваҡиғалар иҫтәлегенә булдырылған байрам. Ул саҡта Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе поляк илбаҫарҙарынан азат итә. 2005 йылдан алып был көн ял тип иғлан ителде. Байрамдың төп асылы – беҙ бергә, беҙ – берҙәм халыҡ һәм, ниндәй генә бәлә килмәһен, яҡындарыбыҙҙы, туған Ватаныбыҙҙы яҡлауға әҙербеҙ.

Рәсәй өсөн һәр ваҡыт бергә көрәштек һәм батырҙарҙың яҡты хәтеренә тоғробоҙ
Беҙҙең ата-бабалар XVI быуаттан алып бөтә һуғыштарҙа ла тыуған илде һаҡланы: Ливон һуғышында, поляк һәм швед илбаҫарҙарына ҡаршы тороуҙа, Ялған Дмитрий II ваҡытында ғәскәрҙәренә ҡаршы яуҙа, Петр I ваҡытында Швед һәм Азов походтарында, Төньяҡ һуғышында, Пруссияға ҡаршы ете йыллыҡ һуғышта. Башҡорттар Наполеонға ҡаршы һуғышта 28 атлы полк менән ҡатнаша. Уҡ-һаҙаҡ менән оҫта эш иткәне өсөн француздар уларҙы «төньяҡ амурҙары» тип атай.
Гитлер Германияһын еңеүгә республиканың барлыҡ милләттәре вәкилдәренән төҙөлгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы индергән өлөштө баһаламау мөмкин түгел. Дивизия Волганан Эльбаға тиклем дүрт мең километрҙан ашыу юл үтә, ике тапҡыр тулыһынса яңыра. 3860 яугир орден һәм миҙалдар менән наградлана.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Владимир Путин, ҡағиҙәләрҙән тайпылып, ҡарар ҡабул итте һәм тарихи дөрөҫлөктө тергеҙҙе: ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләнде.
Бөтә донъяла һорау менән ҡулланған тауарҙар етештерәбеҙ
Республикабыҙ донъяның йөҙҙән ашыу иленә тауар сығара. Быйыл тәүге тапҡыр Бенин, Гана, Гондурас, Кувейт, Шри-Ланка, Мьянма, Суринам һәм Уругвай илдәренә продукция ебәрелә башланы. Һәм был, ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, нефть, химия һәм бал ғына түгел.
Беҙҙең предприятиелар күптән инде донъя брендтарын етештереүгә лә өлөш индерә. Мәҫәлән, Германияның BMW һәм Mercedes кеүек автолидерҙары Башҡортостанда етештерелгән техник углеродты ҡуллана. «Siemens» компанияһы беҙҙең республика тәьмин иткән станоктарҙа эшләй. Moncler кеүек донъяға билдәле мода йорттары Башҡортостан етештереүселәре тәҡдим иткән йөн һәм ҡауырһынды файҙалана. Республикабыҙҙа офис өсөн бына тигән ултырғыстар эшләнә! Уларҙы Чечня башлығы Рамзан Ҡадыров, шоу-бизнес йондоҙҙары Филипп Киркоров һәм Ольга Бузова, Рәсәйҙең бөтә донъя буйынса дипломатик миссия етәкселәре заказ менән алдырған.
160 милләт вәкиле татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй
Беҙ полиэтник республикала йәшәйбеҙ. Беҙҙә рәсми рәүештә «160 милләт вәкиле татыулыҡта һәм бер-ҙәмлектә йәшәй» тип яҙыла, осрашып танышҡанда «һин милләтең буйынса кем?» тигән һорау күп осраҡта бирелмәй, төрлө милләт вәкилдәренең уртаҡ ғаилә ҡороуы бер кемде лә аптыратмай, хатта дини байрамдар ҙа бергә билдәләнә: Ураҙа байрамындағы ялда христиандар мосолман дуҫтарына барып ит һәм былау тәмләй, ә Пасхала уларҙы йомортҡа менән һыйлай.
Ниндәй генә байрамды алып ҡарамайыҡ – Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре, Халыҡ-ара Аксаков байрамы, «Евразия йөрәге» сәнғәт фестивале, «Берҙәмлек» милли мәҙәниәттәр фестивале, Башҡорт йәштәре йыйыны йәки «Аҫылташ» булһынмы – уларҙа төбәгебеҙҙә йәшәгән барлыҡ милләт вәкилдәре ҡатнаша.
Беҙ милләткә ҡарап кешеләрҙе «яҡшыға» һәм «насарға» айырмайбыҙ, әммә ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын һәм мәҙәни мираҫын ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Шуға күрә беҙҙә халыҡ кәсептәре, милли спорт төрҙәре әүҙем үҫешә, 12 дәүләт театры, 15 йәкшәмбе мәктәбе эшләй, ә дөйөм белем биреү мәктәптәрендә 14 туған тел өйрәнелә!
Беҙ сәнғәтебеҙ менән Рәсәйҙең башҡа халыҡтары менән бүлешергә лә яратабыҙ. Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса Александр Галибин төшөргән «Һеңлекәш» фильмы Рәсәй буйынса киң прокатҡа сыҡҡан беренсе башҡорт фильмы булды. Был ижади эш бихисап абруйлы приздарға, тәнҡитселәрҙең юғары баһаһына лайыҡ булды, уны «Рәсәй» федераль каналы аша күрһәттеләр. Ә талантлы режиссер Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән» фильмы Өфө прокатында америка блокбастеры «Форсаж-8»ҙе ике тапҡырға уҙып китте.
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Был һүҙҙәр һуңғы бер нисә йылда лозунгыға әйләнде. Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, беҙгә дөйөм эш өсөн берләшергә кәрәк. Үҙ йортобоҙҙа, ихатабыҙҙа, республикабыҙҙа тәртип булдырыу – һәр кемдең бурысы. Беҙ килешеп эшләргә, бер-беребеҙҙең мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға өйрәнергә тейешбеҙ.
Шуны аңланыҡ: беҙ – бер халыҡ. Беҙҙән башҡа бер кем дә республикабыҙҙы яҡшыраҡ итмәйәсәк. Туйҙарҙа һәм тыуған көндәрҙә бергә йыйылып шатлыҡ уртаҡлашҡан, бәлә килгәндә ярҙам иткән күршеләр кеүек булырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, янғында йортһоҙ ҡалған ғаиләгә күмәк көс менән йорт төҙөлә.
Коронавирус инфекцияһы башланыу менән яҡыныңа ярҙам итеү айырыуса көнүҙәккә әйләнде. Беҙ бергәләп магазинға икмәк алырға ла сыға алмаған ҡарттарға ярҙам итәбеҙ, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр мохтаждарға аҙыҡ-түлек йыйылмалары, дарыуҙар тарата, ә власть пандемия арҡаһында сит төбәктәрҙә тороп ҡалған йөҙҙәрсә яҡташыбыҙға тыуған еренә ҡайтыуҙа булышлыҡ күрһәтте.
Бергә булһаҡ, беҙ – көс! Ауырлыҡтарҙы еңеп, проблемаларҙы бергәләп хәл итеп, беҙ ошо һабаҡты төшөндөк. Шул аныҡ билдәле: берҙәм булғанда, беҙҙе бер кем дә еңә алмаясаҡ.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.