Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
6 Октябрь 2020, 17:00

Башҡортостанда сүп-сар сығарыу өсөн тарифтар үҙгәрә

Был хаҡта нимә белергә кәрәк?

Нимә ул сүп-сар реформаһы?
Рәсәйҙә былтырғы йылдың 1 ғинуарынан сүп-сар менән эш итеү системаһы реформаһы старт алды. Әгәр быға тиклем район һәм ҡалаларҙа таҙалыҡ өсөн урындағы хакимиәттәр яуап бирһә, хәҙер был эш менән махсуслашҡан компаниялар (төбәк операторҙары) шөғөлләнә. Республикала улар дүртәү:
- Өфөнө һәм уның тирәһендәге райондарҙы – «Махсус автохужалыҡ» муниципаль унитар предприятиеһы,
- Башҡортостандың төньяҡ өлөшөн һәм Межгорьены – «Дүртөйлөмелиоводстрой»,
- көньяҡ райондарҙы – «Экосити»,
- көнбайыш зонаны «Экология Т» хеҙмәтләндерә.
Башта һәр оператор үҙ тарифын билдәләгәйне, әммә тиҙҙән уларҙың аҡса йыйыуға ғына яҡшы әҙерләнеүе, ә сүп-сар сығарыуға әҙер булмауы асыҡланды. Шуға күрә күсеү осоронда бөтә Башҡортостан өсөн берҙәм тариф раҫланды: реформа башланғанға тиклем дә сүп-сар сығарыу эше ойошторолған урындарҙа – 70 һум, был эш 2019 йылдың ғинуарынан ғына башланған торама пункттарҙа – 35 һум. Был тарифтар тотош ил күләмендә иң түбәне булды.
Ике йылға тулмаған ошо осорҙа ихаталарҙа 19 мең контейнер май-ҙансығы булдырылды, уларҙа 50 меңдән ашыу яңы заманса контейнерҙар ҡуйылды, рөхсәт ителмәгән 700-ҙән ашыу сүплек юҡҡа сығарылды.
Хәҙер сүп-сар сығарған өсөн күпме түләйәсәкбеҙ?
Республика етәкселеге сүп-сар сығарыу өсөн хаҡтың артыуы тураһында рәсми рәүештә иғлан итте. Хәҙер хаҡтар түбәндәгесә:
Быға тиклем 70 һум түләгәндәргә бер кешегә – 75 һум;
Ошоғаса 35 һум түләгәндәргә бер кешегә – 55 һум (был башлыса алыҫ урынлашҡан ауыл халҡына ҡағыла).
Был – Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда барыбер һиҙелерлек түбән хаҡтар.
Әлеге тариф кәмендә 2021 йылдың 1 июленә тиклем һаҡланасаҡ. Ошо ваҡыт эсендә операторҙар һәр торама пункттан сүп-сарҙы көн һайын сығарыуға күсергә тейеш. Артабан тарифтар нормативҡаса күтәреләсәк. Тарифтар буйынса дәүләт комитеты уларҙы раҫлаған.
Һәр төбәктә хаҡтар төрлөсә һәм улар «йыйылыу нормативына» (ябай тел менән әйткәндә, һәр ғаиләнең йылына уртаса күпме сүп-сар ташлауына), торлаҡ төрөнә (күп фатирлы йортмо йәки шәхси өймө), операторҙың сығымдарына, ауыл-ҡалалар арауығына һәм башҡаларға ҡарап билдәләнә.
Тарифтар түбәндәгесә буласаҡ (һул яҡтағы һан – күп фатирлы йортта йәшәүселәргә, уңдағыһы шәхси сектор халҡына ҡағыла):
«Махсус автохужалыҡ» МУП-ы — 75/76 һум.
«Дүртөйлөмелиоводстрой» — 96/97, Межгорьела — 104/106 һум.
«Экосити» — 94/96 һум.
«Экология Т» — 95/96 һум.
Был нимә өсөн кәрәк? Уларға аҡса етмәйме?
Республика Башлығы ла, иҡтисад белгестәре лә әлеге тарифтарҙың иҡтисади йәһәттән нигеҙһеҙ булыуы хаҡында даими әйтә килде. Был хәл магазиндан 500 һумға колбаса һатып алып, уны 200 һумға һатыу йәки эшкә урынлашып, хужағыҙға үҙегеҙ аҡса өҫтәп түләү кеүек килеп сыға. Төбәк операторҙары әлегә үҙҙәре өсөн ҙур зыян күреп эшләй, яңы техникаға, эш хаҡына, бензингә һәм башҡа сығымдарға миллиард һумдарса аҡса түгә. Беренсе этапта эште яйға һалыу – һәр урындан сүп-сар сығарыуҙы ойоштороу мөмкин булды. Әммә был ғына аҙ! Балаларыбыҙ сүп-сар баҫҡан донъяла йәшәмәһен өсөн ҡаты ҡалдыҡтарҙы сорттарға бүлеү комплекстары, уларҙы утилләштереү буйынса заводтар төҙөргә, 2500-ҙән ашыу сүплекте юҡ итергә, сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойошторорға кәрәк.
Әлеге ваҡытта республикала 14 сүп-сар сортировкалау комплексы эшләй. Дөйөм ҡалдыҡтар араһынан пластик, полиэтилен, ҡағыҙ, быяла, алюмин, металл, туҡыма һәм тағы ла 50-гә яҡын төрҙәге сеймал айырып алына. Әммә икенсел сеймал баҙарында әлегә пластик, ҡатырға һәм быяла ғына һорау менән файҙалана.
Сүп-сарҙы баштан уҡ айырып йыйыу яйға һалына. Был йәһәттән Октябрьский ҡалаһы алдынғы һанала. Унда төрлө сүп-сар өсөн айырым тәғәйенләнгән контейнерҙар хәҙер бер кемде лә ғәжәпләндермәй. Халыҡтың һорауына ярашлы бындай контейнерҙар башҡа ҡалаларҙа ла ҡуйыла: кешеләр пластик, быяла, ҡағыҙҙы айырып ташлай ала.
Тағы ла нимәләрҙе белергә кәрәк?
Сүп-сар сығарыу өсөн иҫәп фатирҙа теркәлгән кешеләр һанына ярашлы билдәләнә. Әгәр торлаҡта бер кем дә йәшәмәһә, милекселәр һанына ҡарайҙар. Әгәр һеҙҙең ике фатирығыҙ йәки ҡалала – фатирығыҙ, ауылда өйөгөҙ булһа, һеҙгә ике иҫәп килә.
Сүп-сарҙы сығармайҙар икән, шунда уҡ хәбәр итегеҙ! Әгәр күп фатирлы йортта йәшәһәгеҙ, ялыу идарасы ойошмаға ебәрелә, шәхси секторҙа йәшәүселәр төбәк операторының бер-ҙәм телефонына шылтырата ала.
Ҡайһы берҙә оператор үҙ базаһын яңыртып өлгөрә алмай һәм түләү өсөн дөрөҫ булмаған сумма килә. Мәҫәлән, кемдер фатирҙан теркәүҙән төшһә йәки мәрхүм булып ҡалһа, уның өсөн иҫәп килеүен дауам итеүе ихтимал. Был осраҡта операторығыҙға шылтыратығыҙ йәки яҙығыҙ, ғаризаға тейешле документтарҙы беркетегеҙ һәм һеҙгә мотлаҡ түләү суммаһын ҡайтанан иҫәпләргә тейештәр.
Ә БЫЛ САҠТА
Сүп-сар сығарыу тәртибен компьютер күҙәтә
Башҡортостанда сүп-сар сығарыуҙы контролдә тотҡан «ТКО-Баш-ҡортостан» системаһы тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Бығаса ул тест режимында эшләгәйне.
Ул Мәскәү өлкәһе миҫалында барлыҡҡа килде, унда, мәҫәлән, Красногорск ҡалаһында ул күптән уңышлы эшләп килә.
Асылы бик ябай. Барлыҡ сүп-сар майҙансыҡтары һанлаштырыл-ған һәм компьютер картаһына индерелгән. Водитель барлыҡ сүп-сарҙы тейәгәс, телефоны ярҙамында фото төшөрә һәм программаға һала. Шулай итеп, барлыҡ хәл-торош картала сағылыш таба: ҡасан, ҡайҙа, нисек итеп сүп-сар сығарылыуы, ниндәй урындарҙа проблема булыуы асыҡ күренеп тора.
Программа камиллашыу өҫтөндә, сөнки интернет булмаған урындарҙа водителдәр системаға фото ебәрә алмай.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.