Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
4 Сентябрь 2020, 18:00

"Башинформ"

Иғтибар

* Төбәк Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Ишембай районында урын-лашҡан Ҡуштауҙы республика әһәмиәтендәге “Ҡуштау” махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан итеү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының түңәрәк өҫтәле ултырышында Башҡортостандан палата ағзаһы Ростислав Мыр-ҙағолов белдерҙе. Документта махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм махсус һаҡ режимы раҫлана.
* Республикала 1 сентябргә 2,5 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алынған. Әлегә бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙандарының 63 проценты ғына йыйылған. Гектарынан уртаса уңыш – 22,6 центнер. Ете районда 100 мең тоннанан ашыу иген һуғылған. Улар – Илеш (146 мең тонна), Саҡмағош (133,4), Стәрлетамаҡ (131), Дәүләкән (106,4), Благовар (104,8), Мәләүез (103,6) һәм Ауырғазы (103,1) райондары.
* Рәсәйҙә төбәктәрҙә балалар пособиеһын түләүгә өҫтәмә рәүештә 34 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Хөкүмәт сайтында Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған ҡарар баҫылды.
Башҡортостан ошо маҡсатта 659,3 миллион һум аҡса аласаҡ. Ул өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн айлыҡ түләүҙәргә тотоноласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 1 июненән өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаларға айлыҡ пособиеларҙы аҙ килемле ғаиләләргә түләй башланылар. Түләүҙәр күләме төбәктәге йәшәү минимумының 50 процентына тиң. Башҡортостанда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 9 442 һум тәшкил итә, шуға ярашлы түләү күләме – 4 721 һум.
* Уҙған уҡыу йылында 4 миллион халыҡ йәшәгән Башҡортостанда 1318 мәктәп эшләгән, уларҙа 488,3 мең бала һәм үҫмер белем алған (уларҙың 1320-һе шәхси мәктәптә уҡыған).
96 урта махсус уҡыу йортонда 78,3 мең студент – буласаҡ белгестәр (уларҙың 4,9 меңе – 7 шәхси уҡыу йортонда), 25,9 уҡыусы – буласаҡ эшселәр.
Башҡортостандың 10 юғары уҡыу йортонда (уларҙың 2-һе – дәүләткә ҡарамаған) һәм 18 филиалда 97,2 мең студент белем алған (92,7 меңе – дәүләттеке).
Мәғариф өлкәһендә 115 мең кеше эшләй (республикала эшләүселәрҙең 11%): 33,9 мең мәктәп уҡытыусыһы, 4,6 мең урта махсус һәм 4,9 мең юғары уҡыу йорто мөғәллиме.
Шулай уҡ республикала 215 өҫтәмә белем биреү ойошмаһы бар, уларҙа 285,8 мең бала шөғөлләнә, шул иҫәптән 48,7 меңе – музыка һәм сәнғәт мәктәптәрендә, тип иҫәпләп сығарған Башстат.
* Республикала “Башҡортостан Республикаһында хәйриә һәм ирекмәндәр эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы Законға төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде.
Хәҙер ирекмәндәр ғүмер йәки һаулыҡ өсөн хәүеф менән бәйле хәлдәрҙә аҡсалата компенсацияға иҫәп тота ала. Һаулығына зыян килгән осраҡта, ирекмәнгә бер тап- ҡыр бирелә торған түләү ҡаралған. Әгәр ул һәләк булһа, пособие уның ғаиләһенә түләнә. Түләүҙәр төбәк бюджеты аҡсаһы иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Түләү шарттарын, күләмен һәм тәртибен республика хөкүмәте билдәләй.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында белдереүҙәренсә, коронавирусҡа бәйле хәл арҡаһында Законға ошондай төҙәтмәләр индерелде.
* Башҡортостанда сентябрь айы йылы була. Баш- гидромет синоптиктары көҙҙөң тәүге айына һауа торошо менән таныштырҙы.
Һауа температураһының республикала ғәҙәттәгенән 1,5 градусҡа йылыраҡ булыуы көтөлә. Башҡортостан биләмәһе өсөн уртаса айлыҡ температура нормаһы +10,7 градус тәшкил итә.
Республикала оҙайлы ямғырҙар фаразланмай. Яуым-төшөмдөң нормаға яҡын, урыны менән норманан аҙыраҡ булыуы күҙаллана (норма 30-70 миллиметр тәшкил итә).