Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
4 Сентябрь 2020, 12:00

Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр өсөн компенсация яңыса түләнәсәк. Был хаҡта нимә белергә кәрәк

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре менән берлектә беҙ яңы ҡағиҙәләргә ҡағылышлы иң мөһим һорауҙарға яуаптар әҙерләнек.

Сентябрҙән республикала Айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) түләү ҡағиҙәләре үҙгәрә. Ул – һыу, газ, электр энергияһы һәм башҡа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ түләүҙәре өсөн дәүләт тарафынан бирелгән ярҙам төрө. Үҙгәрештәр 665 мең кешегә ҡағыласаҡ! Улар – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, «чернобылселәр», тыл хеҙмәтсәндәре, хеҙмәт ветерандары, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр.
Нисек иҫәпләйәсәктәр
Әлеге ваҡытта льготаға эйә булыусыларға ай һайын билдәле бер сумма – «торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡының республика стандарты»ның (белгестәр урындағы коммуналь түләүҙәрҙең уртаса күләмен тап шулай атай) проценты түләнеп килде. Ошо арҡала һәр ҡалала, районда, хатта ауыл биләмәһендә бер үк шарттарҙа йәшәгән кешеләргә төрлөсә сумма түләнде. Мәҫәлән, Өфөлә йәшәгән ветерандар ай һайын яҡынса 1500, Межгорьела – 1800, ә ауылдағылар кәм тигәндә 120 һум алды.
Хәҙер ЕДК бөтә ил буйынса ғәмәлдә булған алымда – йәшәгән урынына ҡарамай, льготаға хоҡуҡлы һәр кемгә шәхсән билдәләнәсәк. Уның төп асылы – фатир өсөн түләү ни тиклем күберәк булған һайын, ярҙам суммаһы ла шул сама ҙурыраҡ буласаҡ.
Ябай миҫал: үҙәкләштерелгән йылылыҡ селтәре булған йорттарҙа йәшәүселәр ҡышҡыһын ҙур ғына сумма түләй. Был айҙарҙа дәүләт ярҙамы ҙурыраҡ буласаҡ, ә йәйгеһен, йылытыу миҙгеле тамамланғас, кәмерәк.
Шулай уҡ льготаға эйә булыусының фатирының майҙаны, уның менән бергә йәшәгән кешеләр һаны ла иҫәпкә алынасаҡ. Ә ғаиләнең дөйөм килеме түләү күләменә тәьҫир итмәй.
Иҫәпләү алымдары ҡатмарлы ғына, һәм ул һәр категория льготаға эйә булыусылар өсөн айырыла: ветерандарҙың, инвалидтарҙың, күп балалы ғаиләләрҙең һәр береһенә ҡағылышлы иҫәпләү алымы булдырыла. Законда иҫкәрмәләр ҙә күп кенә, мәҫәлән, шәхси йортта йәшәгән инвалидтарға ҡағылышлы иҫәпләү алымына торлаҡты тейешле тәртиптә тотоуға түләү индерелмәй.
Ғаризаны нисек яҙырға
- Әгәр быға тиклем бер ҡасан да Айлыҡ аҡсалата компенсация алмаған булһағыҙ, үҙегеҙгә яҡын урынлашҡан күп функциялы үҙәктең, социаль яҡлау үҙәгенең офисына мөрәжәғәт итегеҙ йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» аша ғариза ебәрегеҙ.
Кәрәкле документтар исемлеге һеҙҙең ниндәй категорияға ҡарауығыҙға ҡарап билдәләнә, был хаҡта әлеге үҙәктәрҙә белешмә алырға мөмкин. Бөгөн дәүләт башҡа ведомстволарҙан һәр төрлө документтарҙы автоматик рәүештә алыу алымын әүҙем үҙләштерә, шуға күрә документтар исемлеге лә йылдан-йыл кәмей бара.
- Әгәр быға тиклем Айлыҡ аҡсалата компенсация алған булһағыҙ, бер нимә лә эшләргә кәрәкмәй, яңы ҡағиҙәләргә ярашлы түләүҙәр һеҙгә автоматик рәүештә тәғәйенләнә.
Күптәрҙе «компенсация фатир өсөн түләү күләменә ҡарап билдәләнгәс, барлыҡ чек һәм квитанцияларҙы тапшырырға кәрәк булырмы» тигән һорау борсой. Кәрәкмәй! Социаль ведомстволар электрон документтар әйләнеше ярҙамында был һандарҙы коммуналь хеҙмәттәрҙән үҙҙәре аласаҡ.
Бурыслылар менән нимә буласаҡ?
Бик мөһим яңылыҡ – хәҙер Айлыҡ аҡсалата компенсация коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы бул- ғандарға түләнмәйәсәк. Ундайҙар республикала 92 мең кеше тәшкил итә. Был осраҡта дәүләт ҡәтғи позиция алды – һеҙгә фатир өсөн түләүҙә ярҙам итәләр бит, тимәк, һеҙ ҙә түләгеҙ.
Бурыслыларҙы автоматик рәүештә «тотасаҡтар» – система коммуналь хеҙмәт өсөн түләү булмауын күреү менән һеҙгә иҫкәрмә ебәрә: ике ай эсендә бурысығыҙҙы түләгеҙ. Бурысығыҙҙы түләгәнгә тиклем компенсация алмаясаҡһығыҙ. Бурыс юҡҡа сығыу менән аҡсалата ярҙам сараһы автоматик рәүештә тергеҙелә һәм һеҙ тейешле сумманы түләү туҡтатылған көндән алып тулы килеш аласаҡһығыҙ. Әммә бурысығыҙҙы ике ай эсендә ҡапламаһағыҙ, компенсация мөрәжәғәт иткән айҙан ғына түләнә башлай.
«Ҡара исемлек»кә эләкмәйем тиһәгеҙ, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн һәр айҙың унынсы көнөнә тиклем түләп ҡуйырға кәрәк. Август өсөн – 10 сентябргә тиклем, сентябрь өсөн – 10 октябргә тиклем... Тормошта төрлө хәлдәр була: әгәр бурысығыҙ йыйылып, үҙегеҙҙең идарасы компания менән бүлеп түләү тураһында килешеү төҙөһәгеҙ, Айлыҡ аҡсалата компенсация аласаҡһығыҙ. Был осраҡта әлеге килешеүҙе социаль яҡлау үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәккә алып барырға кәрәк.
Тағы ла ниндәй мөһим нәмәләрҙе белергә кәрәк
- Түләү ике айға һуң билдәләнеп барасаҡ. Мәҫәлән, сентябрҙә – июль, октябрҙә август өсөн компенсация аласаҡһығыҙ.
- Әгәр фатирҙа төрлө льготаға хоҡуҡлы бер нисә кеше йәшәһә, аҡсалата түләүҙе уларҙың һәр ҡай-һыһы аласаҡ.
- Ярҙам күләме коммуналь хеҙмәттәр менән ҡулланыу нормативынан ҙурыраҡ була алмай. Иҫәпләү ҡорамалдары булмаған осраҡта, һыу, электр энергияһы һәм газ менән ҡулланыуҙың яҡынса күләмен шулай атайҙар. Ғәҙәттә, ул уртаса кимәлдән юғарыраҡ була. Мәҫәлән, Башҡортостанда һыуыҡ һыу менән ҡулланыу нормативы – бер кешегә айына яҡынса биш кубометр. Өс кешенән торған ғаилә өсөн 15 кубометр килеп сыға. Әгәр һыуыҡ һыуҙы көнө-төнө ағыҙып, 100 кубометр сарыф итһәгеҙ ҙә, компенсация 15 кубометрға ҡарата билдәләнә.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Айлыҡ аҡсалата компенсация нисек барлыҡҡа килде
Рәсәйҙә ҡайһы бер граждандар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн дәүләттән ярҙам алыу хоҡуғына эйә. 2009 йылға тиклем кешеләргә ташлама яһалды, ә аҡса һыу, йылылыҡ, газ менән тәьмин итеүселәргә туранан-тура күсерелде. Был бик мәшәҡәтле ысул ине, шуға күрә хәҙер аҡса кешеләргә бирелә, ә улар уның ярҙамында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй. Ошо ярҙам төрө Айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) тип атала.