Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
13 Август 2020, 17:40

Башҡортостанда газ үткәреү өсөн 100 мең һум бирәләр. Уны нисек алырға?

Башҡортостанда шундай программа бар: мохтаж ғаиләләр йортона газ үткәреү өсөн сертификат ала. Был хаҡта бер йыл элек республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарар сығарғайны.

Шәхси йортоңа газ үткәреү өсөн уртаса алғанда 125 мең һум аҡса кәрәк. Был сумманы табыу – күптәр өсөн ауыр мәсьәлә. Шуға күрә сығымдар-ҙың байтаҡ өлөшөн – 80 процентҡа яҡынын ҡаплауҙы республика үҙ өҫтөнә алды.
Быйыл Башҡортостанда 2246 сертификат тапшырылған. Иң күбе – Баймаҡ, Иглин һәм Нуриман райондарында. Уны башлыса күп балалы ғаиләләр ала. 2022 йылға тиклем әлеге сертификат менән һигеҙ мең самаһы ғаиләне тәьмин итеү күҙаллана. Уны алыуға кемдәр хоҡуҡлы һәм ҡай-ҙа мөрәжәғәт итергә – бөгөнгө һүҙебеҙ ошо хаҡта.
Кем хоҡуҡлы?
Был сертификат Башҡортостанда йәшәгән, әлегәсә газ үтмәгән шәхси милек хужаһы йәки шәхси йортта өлөшкә эйә булған һәм «беренсе категория» тигән төркөмгә ҡараған кешеләргә бирелә. Категория «зәңгәр яғыулыҡ»ты тотоноу күләменә, йорттан газ бүлеү селтәренә тиклемге алыҫлыҡҡа, селтәрҙәге баҫымға ҡарап билдәләнә (үҙеңдең категорияңды «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең офистары аша белергә мөмкин).
Шулай уҡ түбәндәге категория- ларҙың береһенә ҡараған граждандар ҙа сертификат алыуға хоҡуҡлы:
* Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәт инвалидтары;
* аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр;
* аҙ тәьмин ителмәгән инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр һәм күп балалы ғаиләләр.
Тәүге ике пунктҡа ҡараған кешеләр – 100 мең, өсөнсө пункттағылар 60 мең һум алыуға хоҡуҡлы. Бер нисә категорияға тура килһәгеҙ ҙә, һеҙгә бер генә сертификат бирелә. Ҡайһыһы буйынса юллауҙы үҙегеҙ хәл итәһегеҙ.
Нисек алырға?
1. «Газпром газ бүлеү Өфө» йәм-ғиәтенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итеп, йортоғоҙға газ үткәреү техник йәһәттән мөмкинме икәнен асыҡлағыҙ. Әгәр барыһы ла яҡшы булһа, һеҙҙең менән газ үткәреү тураһында килешеү төҙөйҙәр.
2. Ошо килешеү һәм башҡа кәрәкле документтар менән Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йәки Күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итәһегеҙ.
Түбәндәге документтар кәрәк:
- паспорт, барлыҡ ғаилә ағзаларының тыуыу тураһында таныҡлығы;
- газ үткәреү тураһында ҡултамға ҡуйылған килешеү;
- льготаға хоҡуғығыҙҙы раҫлаған документтар;
- йортҡа шәхси милек хоҡуғын раҫлаған документтар;
- әгәр ғаилә аҙ тәьмин ителгән бул-һа, һуңғы өс айҙағы килем тураһында белешмә, эшләмәгән граждандарға – хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһе, 16 йәштән өлкән балаларға – мәктәптән йәки колледждан белешмә;
- йорттоң барлыҡ милекселәренән тап ошо кешенең сертификат алыуына яҙма ризалыҡ.
Ғаризағыҙҙы ун көн эсендә ҡарап, артабанғы биш көн дауамында яуап бирергә тейештәр.
«Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәте йәки подрядсы компания менән эш өсөн сертификат менән иҫәпләшеү тураһында өҫтәмә килешеү төҙөгөҙ.
Сертификатты нисек ҡулланырға?
Сертификаттың яраҡлылыҡ ваҡыты – бирелгән көнөнән алып ике йыл. Мәҫәлән, һеҙ уны 2020 йылдың сентябрендә алһағыҙ, 2022 йылдың сентябренә тиклем файҙаланырға тейеш-һегеҙ, юғиһә, ул сират буйынса артабанғы кешегә биреләсәк.
Сертификат менән ер участкаһының сигенә тиклем һәм биләмә эсендә газ үткәреү буйынса башҡарылған эштәр – газ үткәреү проекты, төҙөлөш-монтаж эштәре, газ ҡорамалдарын (плитә, ҡаҙанлыҡ, колонкалар, газ иҫәпләгес, газланыу кимәлен күр-һәткес) һатып алыу һәм монтажлау өсөн иҫәпләшергә мөмкин. Башҡа сығымдарҙы үҙегеҙ түләргә тейешһегеҙ.
Газға тоташҡанға тиклем һеҙгә йортоғоҙҙо әҙерләргә – йылылыҡ, елләтеү селтәре урынлаштырырға, төтөн сығыу юлын эшләргә, газ ҡорамалдары һатып алырға кәрәк. «Газпром межрегионгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов әйтеүенсә, тап ошо сәбәп – йорттоң тулыһынса әҙер булмауы арҡаһында сертификатҡа эйә булыусыларҙың 20 проценты ғына эштәрҙе аҙаҡҡаса еткерә алған.
Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташҡандан һуң Күп функциялы үҙәккә йәки Баш-ҡортостан Республикаһының торлаҡ программаларын ғәмәлгә ашырыу буйынса идаралығына (Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 101) түбәндәге документтар менән килергә кәрәк буласаҡ:
1. сертификатты алыусының паспорты;
2. эштәрҙе башҡарыусының билдәһе ҡуйылған сертификат;
3. газ селтәренә тоташтырыу, әгәр булһа, йортҡа газ үткәреү тураһында килешеү йәки уларҙың нотариус тарафынан раҫланған күсермәһе;
4. эштәрҙе башҡарыусы һәм сертификатты алыусы ҡул ҡуйған акт;
5. газ селтәренә тоташыу тураһында «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәте һәм сертификат хужаһы ҡул ҡуйған акт.
Тағы нимәләрҙе белергә кәрәк
- Быйылғы йылдан уртаҡ стенаға эйә йортта һәм льготаға эйә булыусы кеше менән өс йылдан ашыу бергә йәшәгән милек хужалары ла ғариза бирә ала.
- Йорттоң милексеһе нисәү булыуға ҡарамаҫтан, бер йортҡа бер генә сертификат бирелә. Уны бүләк итергә ярамай.
- Башҡа кеше – туғаның, күршең, дуҫтар һәм башҡалар исеменән дә ғариза бирергә мөмкин. Был осраҡта һеҙҙең законлы вәкил булыуығыҙ нотариус тарафынан раҫланырға тейеш.
- Әгәр быға тиклем монтаж эштәрен башҡарып, улар өсөн түләгән бул-һағыҙ ҙа, йортоғоҙға газ инмәгән осраҡта, сертификат юллай алаһығыҙ.
- Сертификат хужаһы вафат булған осраҡта, документтың яраҡлылыҡ ваҡыты уның яҡындары мираҫ хоҡуғына эйә булғанға тиклем туҡтатыла. Мираҫ эйәләре подрядсы компанияға мөрәжәғәт итеп, килешеүгә төҙәтмә индерергә тейеш. Әгәр кеше сертификатты алып өлгөрмәй үлеп ҡалһа, үкенескә ҡаршы, ғаиләгә барыһын да яңынан башларға – документтар йыйырға, сиратҡа баҫырға тура киләсәк.
- Ярҙам күләме эш хаҡынан ҙурыраҡ була алмай. Мәҫәлән, газ үткәреүҙең хаҡы 80 мең һум тәшкил итеп, һеҙгә 100 мең һумлыҡ сертификат тейеш булған осраҡта, республика барлыҡ сығымды түләй, ә ҡалған 20 мең һумды «дөйөм ҡаҙан»ға ҡайтара.