Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
3 Август 2020, 13:35

Урман янғындары һәм уларҙы һүндереү тураһында нимәләр белергә кәрәк?

Үткән аҙнала торған аномаль эҫелек һәм ҡайһы бер кешеләрҙең вайымһыҙлығы арҡаһында Башҡорт-останда урман янғындары хаҡында яңылыҡтар тағы ла көнүҙәккә әйләнде.

Ут йөҙҙәрсә гектар урманды юҡ итте. Янғындың иң ҙур усаҡтары Белорет районында һәм Башҡортостан дәүләт тәбиғи ҡурсаулығы биләмәһендә теркәлде.
– Тораҡ пункттарға янғын хәүефе юҡ, әммә ҡайһы бер урындарҙа ут ауылдарға бик яҡын килеп етте. Беҙ көрәшәбеҙ, утты һүндереүгә махсус техника йәлеп ителгән, ирекмәндәр ярҙамға ҡушылды, – тип яҙҙы социаль селтәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.
Хәл сетерекле ине, кешеләр етешмәне, урындағы халыҡ социаль селтәр-ҙәр аша ирекмәндәрҙе урманды ҡотҡарыу эшенә ҡушылырға саҡырҙы. Бөрйәнгә тиҫтәләрсә кеше юлланды. Улар тәүлек әйләнәһенә эшләне. Бәхеткә күрә, янғын һүндерелде.
Әммә әлегә оҙайлы ямғырҙар миҙгеле башланманы, шуға күрә бындай хәл ҡабатланыуы ла ихтимал.
Беҙ уттан зыян күрмәү өсөн кәрәкле һәм мөһим факттарҙы тупланыҡ.
Беренсе миф. Урман ҡоролоҡ һәм ҡояш арҡаһында яна
Урмандарҙағы янғындың төп сәбәпсеһе булып күптән инде кеше иҫәпләнә. Осраҡлы йәки махсус рәүештә ҡоро үләнгә ут төртһәң, эҫе, ҡоро йәки елле көндә янғын бик тиҙ тарала ла китә. Үләнгә үҙенән-үҙе ут тоҡанһын өсөн ул кәм тигәндә 50 градусҡа тиклем ҡыҙыр-ға тейеш. Тәбиғи шарттарҙа быны йәшен генә эшләй ала. Тап йәшен янғындар-ҙың икенсе киң таралған сәбәбе булып тора.
Икенсе миф. Авиация барыһын да ҡотҡарасаҡ
Яңылыҡтарҙа вертолеттың йылғанан һыу алып, юғары тиҙлектә уны урман өҫтөнә ҡойоуын йыш күрһәтәләр. Ҡарап тороуға шәп кеүек, әммә ғәмәлдә күренеүенсә, ерҙә килеш һүндереү күпкә һөҙөмтәлерәк: авиация ерҙәге подразделениелар менән хаҡ йәһәтенән дә, һөҙөмтә йәһәтенән дә ярыша алмай. Мәктәптә физика фәнен уҡынығыҙмы? Һыуҙы ҙур тиҙлектә һәм юғары бейеклектән ҡойған саҡта уны ел тарата һәм күпмелер өлөшө утҡа барып етмәйенсә парға әйләнә. Авиация ярҙамы янғындың хәрәкәтен кәметеү өсөн кәрәк.
Күп осраҡта утты туҡтатыу мөмкин түгел, шуға күрә урман янғындарын түбәндәгесә һүндерәләр: киң генә уттан һаҡлау һыҙатын ағастарҙан таҙарталар һәм ҡаршы ут ебәрәләр. Ҡайһы берҙә ут йылғаға етеп йәки көслө ямғырҙар арҡаһында үҙе туҡтай.
Өсөнсө миф. Мин усаҡ яҡмаясаҡмын һәм барыһы ла яҡшы буласаҡ
Күпселек осраҡта шулай. Ғәҙәттә янғындар кешеләрҙең урманда усаҡ яғыуы, уны ҡарап тормауы, еткерә һүндермәүе арҡаһында килеп сыға. Бер осҡондан ялҡын барлыҡҡа килә.
Әммә күп кенә башҡа сәбәптәр ҙә бар. Кемдер һүнеп етмәгән шырпыһын йәки тәмәке төпсөгөн ташлай йәки петарда, бенгаль уты ҡабыҙа. Автомобиль йәки мотоцикл менән ҡоро урманға, бигерәк тә мүк менән ҡапланғанына ингән саҡта, бәләкәй генә осҡондан да ут сығыуы ихтимал. Ташлап киткән шешә йәки быяла киҫәге лә янғын сәбәпсеһе булыуы бар. Улар лупа кеүек тәьҫир итеп, ҡояш нурын көсәйтә.
Әгәр һеҙгә бер нигә ҡарамай ут яғыр-ға кәрәк булһа, иң тәүҙә усаҡ урынында һәм уның тирәләй бер метр радиуста ерҙең ҡыртышын алығыҙ, бер секундҡа ла утты ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, ә ҡайтыр алдынан усаҡ өҫтөнә һыу ҡойоғоҙ, көлдөң аҫтында тере күмер ҡалыу-ҡалмауын ентекле тикшерегеҙ. Һыу ҡойғандан һуң төтөн йәки быу бөткәнсе көтөп тороғоҙ.
Дүртенсе миф. Яңы үлән яҡшы үҫһен өсөн иҫкеһен яндырырға кәрәк
Кешегә бәйле янғын сәбәптәре араһында тәүге урынды тап махсус рәүештә үлән яндырыу биләй. Әгәр ҡырҙағы иҫке үләнде яндырмаһаң, яңыһы үҫмәйәсәк йәки насар буласаҡ тигән фекер – уйҙырма ул. Был фантазия нигеҙһеҙ. Бының «файҙаһы» шунда ғына: һыйырҙар йәшел үләнде бер-ике көнгә иртәрәк ашай башлай. Кешеләр ҡайһы берҙә, үләнде сабырға иренеп йәки яғыулыҡ йәлләп, ҡый үләндәренән ҡотолоуҙы шырпы ярҙамында хәл итергә тотона.
Янғын хәүефһеҙлегенән тыш, был алым урман өсөн дә ҡурҡыныс. Ундай янғындар ваҡытында ҡош оялары йомортҡалары менән бергә юҡҡа сыға, утта йәнлектәр, һөйрәлеүселәр үлә. Яңы ғына тыуған ҡуяндар, терпеләр, тәлмәрйендәр, бөжәктәр, ямғыр ҡорттары һәм төрлө ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшкән һәм тупраҡ барлыҡҡа килтереүҙә ҡатнашҡан башҡа тереклек юҡҡа сыға.
НИМӘ ЭШЛӘРГӘ, ӘГӘР
Урманда ҙур булмаған янғын күрһәгеҙ:
- утҡа ылыҫлы ағастарҙың ботаҡтары менән һуғығыҙ;
- ялҡынға тупраҡ ташлағыҙ йәки аяҡ менән тапағыҙ;
- ут өҫтөнә һыу ҡойоғоҙ.
Янғын эсендә ҡалһағыҙ:
- янығыҙҙағы мөмкин тиклем ҙурыраҡ ерҙе япраҡтан, үләндән, ботаҡтарҙан таҙартығыҙ;
- тиҙ яна, ирей торған өҫ һәм аяҡ кейемдәрегеҙҙе сисегеҙ, ҡапыл тоҡаныусан әйберҙәрегеҙҙән ҡотолоғоҙ;
- мөмкин булһа, кейемегеҙҙе ныҡ итеп һыулағыҙ. Башығыҙҙы һәм тәнегеҙҙең асыҡ урындарын тиҙ янмай торған һыулы материал менән урағыҙ, әммә ныҡ итеп түгел – кәрәк саҡта тиҙ генә сисерлек булһын;
- ергә ятып тын алығыҙ, унда төтөн аҙыраҡ буласаҡ. Ауыҙығыҙҙы һәм танауығыҙҙы марля менән ҡаплағыҙ;
- кипкән кейемегеҙҙе даими рәүештә һыулап тороғоҙ. Әгәр эргәгеҙҙә һыу ятҡылығы булһа, шунда төшөгөҙ;
- телефон аша үҙегеҙҙең ҡайҙа булыуығыҙҙы яҡындарығыҙға һәм ҡот-ҡарыусыларға хәбәр итегеҙ;
- янғын ел йүнәлешендә хәрәкәт итә. Утҡа ҡаршы барыу үлемгә ба-рыуға тиң. Ҡаяға менергә, соҡорҙа йәшенергә, шулай уҡ янғындан ҡасырға ярамай – янғындың тиҙлеге ябай кеше хәрәкәт итә алған тиҙлектән шәберәк. Янғын башланған урындан ситкә, елгә арҡыры хәрәкәт итегеҙ.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.