Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Дүрт күңелһеҙ һәм бер яҡшы тарих. Улар менән танышҡандан һуң, һыуҙа шаярғығыҙ килмәҫ

Аномаль эҫе һауа торошо арҡаһында Башҡортостанда аҙна һайын ҡырҡтан ашыу кеше һыуға батып үлә – мәктәптәге тотош класс. Эҫелек яйлап кәмер, әммә халыҡ пляжға йөрөүҙән туҡтамаясаҡ, сөнки сиктәр ябыҡ, Ҡара диңгеҙгә билеттар үтә ҡиммәт, ә ҡайҙалыр ял итке килә.

Беҙ һуңғы бер-ике йылда Башҡортостандың йылға-күл буйҙарында бул-ған биш ваҡиғаны тупланыҡ. Уларҙы ҡотҡарыусыларҙың фекерҙәре менән бергә тәҡдим итәбеҙ һәм бындай хәлдәр бер ҡасан да ҡабатланмаҫ тигән өмөттә ҡалабыҙ.
1) Был осраҡ Комсомол күлендә була. 36 йәшлек ир менән 47 йәшлек ҡатын яр буйында ял итә, иҫерткес эсемлек эсә һәм һүҙҙән-һүҙ сығып, кем күлде шәберәк йөҙөп сығасаҡ, тип бәхәс ҡора. Ир күлде йөҙөп сыға, ә ҡатын хәле бөтөп бата башлай. Ир кеше кире әйләнеп килеп, уны ҡотҡармаҡсы була, әммә килеп сыҡмай. Һөҙөмтәлә икеһе лә һыу төбөнә китә... Былтыр эскән килеш Яҡтыкүлде йөҙөп сығырға маташҡан егетте һыуҙан сығарҙылар. Бәхеткә күрә, уны ҡотҡарып өлгөрҙөләр.
«Эскән килеш батҡан» – хәҙер был хәбәргә бер кем дә аптырамай. Ғәҙәттә, күптәр тап ана шул иҫерткес эсемлек арҡаһында батып үлә. Бында төп сәбәп хәрәкәт координацияһы юғалыуҙа тип уйлайһығыҙҙыр: иҫерек кеше тура ғына атламай, хәле тиҙ бөтә. Әммә эш унда түгел, ә температураның ҡапыл «һикереүендә».
Алкоголь ҡабул иткәндән һуң ҡан тамырҙары киңәйә, ә инде һыуға төшкәндә ҡапыл тартыла. Мәҫәлән, һыу аҡҡан шланг кинәт кенә ике тапҡырға тарайһын әле, нимә буласаҡ? Көсөргәнеш арҡаһында торба «иң нескә» урынында шартлаясаҡ. Кеше менән дә шул уҡ хәл: йөрәктәге берәй тамыр шартлаһа – инфаркт, мейелә булһа – инсульт. Был осраҡта координацияның яҡшы булыуы ла, көслө мускулдар ҙа ярҙам итмәйәсәк.
2) Өфөләге «Ҡояшлы» пляжында бала һыуға батты. Тиҫтәләгән бала бергә булған – кемдер биленә тиклем һыу кискән, кемеһелер муйынға тиклем барып ҡараған, ә был сумған сағында һыу йотҡан, ҡысҡырырға маташҡан һәм батҡан. Ярҙағылар хәлде күрмәй ҙә ҡалған. Ата-әсәһе баланың юҡлығын аңлап ҡалған мәлдә һуң булған...
«Балалар тауышһыҙ бата, һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Һыу йотто икән – ярҙамға саҡыра алмаясаҡ», – тип һөйләй республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров. Балаларҙы биш минутҡа ла ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай.
Тағы ла бер мөһим төшөнсә: һыуҙа сит балалар булмай! Әгәр ата-әсәһенең ниндәйҙер башҡа мәшәҡәт менән булышыуын күрһәгеҙ, балаларға күҙ һалып тороғоҙ. Күп балалар тап ололарҙың эскелек табыны ҡороуы, шешлек бешереүе, ҡысҡыртып музыка тыңлауы арҡаһында бәләгә тарый.
3) Быныһы инде күптән түгел булған хәл: Өфөлә, паром туҡталышы янында үҫмер батып үлде. Малай йөҙә белмәгән, шуға күрә яр ситенән һыу кисеп кенә йөрөгән. Паром ярға туҡтаған урынға еткәс, ул ҡапыл һыу аҫтына китә. Бындай урындарҙа йылға төбө тигеҙ булмай, ҡапыл тәрәнәйгән урындар күп. Үкенескә ҡаршы, уға ярҙамға килеүсе булмай, үҫмерҙең кәүҙәһен һуңғараҡ ҡотҡарыусылар сығара.
Һыу ятҡылығының ниндәй серҙәр һаҡлауын бер кем дә белмәй. Бөгөн төбө таҙа булһа, иртәгә ағым берәй ағас ботағын килтереп һалыуы бар. Йылға-күл төптәрендә соҡорҙар, ағас ботаҡтары, сәнәғәт сүп-сары күп булыуы ла ихтимал. Ә инде причалдар һәм суднолар туҡталышы тирәһендә йөрөү айырыуса хәүефле! Ҡала һәм райондарҙа рәсми пляждарҙы һыу инеү миҙгеленә ентекле әҙерләйҙәр – дезинфекциялайҙар, төбөн быяла ҡалдыҡтарынан, ылымыҡтан таҙарталар. Иң мөһиме – унда һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер профессионал ҡотҡарыусылар эшләй.
4) Бер нисә ғаилә Ҡандракүлгә ял итергә бара. Киске аштан һуң компанияның бер өлөшө яр буйында ҡала, кемдер күләгәлә серем итергә ята, ә бер атай улы менән өрҙөрмәле матраста йөҙөп килергә була. Матрас ҙур – икегә ике метр. Балаң менән шунда ултырып, күлдә йөҙөүҙән дә яҡшыраҡ тағы нимә булыуы бар, тип уйлағандыр атай кеше.
Әммә ҡапыл сыҡҡан ел матрасты бер нисә секунд эсендә күл уртаһына алып китә һәм әйләндерә һуға. Ә ундағы тәрәнлекте беләһегеҙме? 16 метр-ҙан ашыу, йәғни биш ҡатлы йорт тиклем. Үкенескә ҡаршы, уларҙың икеһен дә ҡотҡара алмайҙар.
Бындай ҙур матрастар йоҡлау өсөн тәғәйенләнгән. Улар менән һыуҙа йөҙөү тыйыла, был бик хәүефле. Был хаҡта хатта инструкцияһында ла яҙылған. Эш шартлау ихтималлығында түгел. Ҙур һәм ҡалын булыуы арҡаһында уны бөгөп, үҙеңә ҡулайлаштырып булмай. Саҡ ҡына ел иҫһә лә ул елкән кеүек алыҫҡа йөҙөп китә.
5) Былтыр 17 йәшлек Наталья Толстолуцкая Йылы күленең ярына фотосессияла ҡатнашыу өсөн килә. Ҡыҙ матур итеп кейенә, сәсенә прическа яһай, әммә күпмелер ваҡыттан һуң ул баштан аяҡ һыуланған килеш өйөнә ҡайта. Наташаға был көндө кеше ғүмерен ҡотҡарырға тура килә.
Бер ҡатын ныҡ тәрәнгә йөҙә һәм ағым уны һыу йыйылған урынға һөйрәй башлай. Наташа һыуға ташлана, оҙаҡ ҡына ҡатынды тота алмай, сөнки ағым ысынлап та көслө була. Шулай ҙа бәләгә тарыусыны ярға сығарыуға өлгәшә.
«Әсәйемде ҡотҡарған өсөн рәхмәт!» – бәләкәй генә ҡыҙыҡайҙың был һүҙҙәрен ул ғүмерҙә онотмаҫ, моғайын.
Ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Наташа «Беҙҙең заман геройы» йәмәғәт премияһының «Ҡыйыу йөрәк» статуэткаһы һәм Рәсәй ҡотҡарыусылар союзының грамотаһы менән бүләкләнә.
Балаларҙы йөҙөргә һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәтегеҙ. Әгәр был белем бер ҡасан да кәрәк булмаһа – яҡшы, әлбиттә, әммә мохтажлыҡ тыуғанда, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.
Батып барыусыны һыуҙан дөрөҫ сығара белергә кәрәк. Әгәр дөрөҫ эшләмәһәгеҙ, ҡазаға тарыусы берәү түгел, икәү булыуы ихтимал. Уға арт яҡтан йөҙөп барып, күкрәге тәңгәленән ҡосаҡларға һәм ярға табан йөҙөргә кәрәк. Үҙең менән өрҙөрмәле мендәр, ҡотҡарыу ҡулсаһы алһаң, тағы ла яҡшыраҡ, йөҙөп барып еткәс, уны батып барыусыға ташлағыҙ.
Ҡотҡарылған кешегә шунда уҡ тороп китергә рөхсәт итмәгеҙ. Уны ергә ҡырын һалығыҙ һәм «Ашығыс ярҙам» саҡыртығыҙ. Күп осраҡта үпкәлә һыу ҡала. Әгәр кеше ҡапыл торһа, хәрәкәтләнһә, һыу тын юлына эләгә һәм ул һығыла. Икенсе тапҡыр ҡотҡарыу күп осраҡта мөмкин түгел.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.