Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда тауыш биреү рекордлы күрһәткестәр менән үтте. Был нимәне аңлата?

Республика һәм федераль кимәлдәге эксперттар менән бергә үткән шаршамбыла уҙған Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнөнөң төп һөҙөмтәләрен барлайбыҙ.

Бындай әүҙемлектең сәбәбе нимәлә?
Быйылғы йылдың ғинуарынан алып көткән Дөйөм Рәсәй тауыш биреү көнө үтеп китте. Республика былтыр төбәк Башлығын һайлауҙағы рекордты ла үтеп китеп (сағыштырыу өсөн: былтыр 72% булһа, быйыл – 90,83%), иң әүҙем тауыш биргән төбәктәрҙең береһе булып танылды. Тауыш биреүселәрҙең әүҙемлеге ҡалалар буйынса уртаса – 88,28%, райондарҙа 93,73% тәшкил итте. Гражданлыҡ бурысын үтәүселәрҙең 89 проценты яңы Конституцияға – «Эйе», 10,6 проценты «Юҡ» тип тауыш бирҙе.
– Беҙҙең республика халҡы һәр ваҡыт юғары сәйәси һайлау мәҙәниәте һәм әүҙемлеге менән айырылып торҙо. Был юлы ла шулай булды. Ошоға өҫтәп беҙ, коронавирус инфекцияһы шарттарында ла, кешеләрҙе тауыш биреү өсөн килеүгә ҡыҙыҡһындырырлыҡ башланғыс-тар булдырҙыҡ. Мәҫәлән, ҡалаларҙа фермерҙар ҙур ғына йәрминкәләр ойошторҙо. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә республика халҡының 90 проценты үҙ тауышын бирҙе, – тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй 24» телеканалының тура эфирында.
Беҙҙең менән әңгәмәләшкән политологтар һәм эксперттар ҙа юғары әүҙемлек менән яҡшы һөҙөмтәнең осраҡлы хәл булмауы менән риза.
– Был күренеш йәмғиәттә патерналистик кәйеф үҫешеүе хаҡында һөйләй (бындай мөнәсәбәттәр ваҡытында власть граждандарҙың ихтыяжын үтәй, ә халыҡ шуға яуап итеп, власҡа үҙ моделен алға ебәрергә рөхсәт итә – мөхәрририәт иҫкәрмәһе). Әлеге һөҙөмтә – республика Башлығының юғары абруйы күрһәткесе һәм күптән түгел уҙғарылған күләмле социаль акцияларҙың йоғонтоһо, – ти политолог, «Социс-эксперт» социология үҙәге идаралығы рәйесе Рөстәм Латипов.
– Республикала йәшәгән һәр кем үҙе тауыш биргән төҙәтмәләр араһынан кәрәклеһен тапты. Берәүҙәр төҙәтмәләр властың парламент формаһына күсеү алымын нығыта тип иҫәпләй, икенселәр дәүләтте барлыҡҡа килтергән халыҡ йәки Аллаһ тураһында һүҙ булыуын хуплай. Күптәр Конституцияға индереләсәк төҙәтмәләргә ярашлы пенсия һәм эш хаҡы күләменең индексацияланыуын яҡшы яңылыҡ тип билдәләй, – ти Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының кафедра доценты, юридик фәндәр кандидаты Игорь Кузнецов.
«Папкалы башҡорттар» яңы мөмкинлектәр алды
Бында рәсми рәүештә әйтеү ҡулай тип һаналмаған тағы ла бер нәмә бар. Асылда, уҙған тауыш биреү – федераль власҡа ғына түгел, республика етәкселегенә лә ышаныс күрһәткесе, йәғни халыҡтың Радий Хәбировты яҡлау-яҡламауы тураһында үҙенсәлекле һорау алыу ул. Тауыш биреүҙең Кремль өсөн принципиаль булыуын аңларға кәрәк, шуға күрә үткән шаршамбыла беҙ үҙ тауышыбыҙҙы Конституция өсөн генә түгел, бәлки юғары кимәлдә туплана белгән төбәк өсөн дә бирҙек. Был федераль ярҙам саралары бүлгәндә һәр ваҡыт иҫәпкә алына. Хәҙер Мәскәү министрҙарының кабинеттарына субсидия юллап йөрөгән «папкалы башҡорттар» яңы юлдар, ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, яңы мәктәптәр, дауаханалар һәм стадиондар төҙөүгә аҡса һорағанда яңы өҫтөнлөктәргә эйә булды. Беҙҙең сығанаҡтар аша билдәле булыуынса, яҡын арала республика коронавирус арҡаһында ҡаҡшаған иҡтисадты тергеҙеүгә өҫтәмә рәүештә 13 миллиард һум аласаҡ. Был мәсьәлә әле үк хәл ителгән, аҡса яҡын көндәрҙә киләсәк.
Бындай позиция менән Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Ростислав Мырҙағолов та килешә.
– Башҡортостан шулай тауыш бирҙе, сөнки беҙҙә сәйәсәтте бик яҡшы аңлаған кешеләр йәшәй. Улар һәр тауыш биреүҙең мөһим икәнен белә. Ә Конституцияға ҡағылышлыһы – бигерәк тә. Улар баштан уҡ, әгәр беҙ юғары әүҙемлек һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтһәк, Башҡортостандың тағы ла көслөрәк төбәккә әйләнерен аңлай ине. Беҙҙе тағы ла нығыраҡ хөрмәт итәсәктәр. Беҙгә ышанасаҡтар. Һөҙөмтәлә беҙҙең тарафҡа табан бер ҡасан да насар ел иҫмәйәсәк, – тип яҙҙы ул.
КӨНҮҘӘК ҺОРАУ
Төҙәтеүҙәр ҡасан ғәмәлгә инәсәк?
Төҙәтеүҙәр тураһындағы законды йыл башында уҡ барлыҡ төбәктәр-ҙең парламенттары, Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы хупланы. Ғәҙәти закондар ошонан һуң шунда уҡ ғәмәлгә инә, әммә Конституцияға ҡағылышлы закондың айырым шарттары бар – был осраҡта халыҡтың ихтыяры иҫәпкә алынырға тейеш.
Граждандарҙың күпселек өлөшө төҙәтмәләрҙе индереү яҡлы булыуын белдерҙе, тимәк, ҡарар ҡабул ителде. Улар рәсми рәүештә баҫылып сыҡҡандан һуң ғәмәлгә инәсәк. Был хаҡта Президенттың махсус Указы буласаҡ.
ФЕКЕР
Александр Дегтярев, Башҡортостан Фәндәр академияһының вице-президенты, иҡтисад фәндәре докторы:
– Тауыш биреү барышында өс фактор билдәләнде. Беренсеһе – федераль, айырыуса төбәк власына ышаныс. Кешеләр вәғәҙәләр менән һөҙөмтәләр айырмаһын бик тиҙ һиҙә. Бөгөн Башҡортостандағы төбәк власы социаль өлкәләге һәм иҡтисадтағы сәйәсәтте әйтелгәнде һәр ваҡыт үтәүгә ҡора. Әгәр яңы эш урындары тураһында әйтелде икән – улар барлыҡҡа килә. Ошоно уҡ социаль гарантияларға ҡарата ла әйтеп була. Икенсе фактор күп милләтле Башҡортостан халҡының көслө традициялары менән бәйле – төбәк халҡы бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Был традиция бөтә ил менән мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәккәндә айырыуса асыҡ сағыла. Һәм өсөнсө фактор – аңлы ҡараш, Конституцияға төҙәтмәләр өсөн тауыш биргәндә өс быуындың ҡараштары берләште.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.