Бөтә яңылыҡтар

Ысын геройҙар

Коронавирус башланыу менән беренсе көндән беҙҙең иғтибар ил етәкселеге халыҡты ҡотҡарыу өсөн нимә эшләр тигән һорауға йүнәлтелде. Карантинды ваҡытында иғлан итерҙәрме һәм ғәмәлдән сығарырҙармы? Дауаханаларҙа койка-урындар, битлектәр, дарыуҙар һәм һаҡлағыс костюмдар, үпкәне елләтеү ҡорамалдары етерме? Табиптар был бәләне йырып сыға алырмы?

Коронавирус эпидемияһы оҙайлы ваҡыт дауамында йәмғиәттең медицина өлкәһенә етерлек иғтибар биреп еткермәүен күрһәтте. Беҙҙе табиптарҙың нисек йәшәүе, уларҙы нимәләр борсоуы, медицинаның ҡатмарлы хәлдәргә әҙер булыу-булмауы ҡыҙыҡһындырманы. Улар урынына һәр төрлө янъял тыу- ҙырған геройҙарҙың, үҙҙәрен «йондоҙ» тип иғлан иткән әҙәмдәрҙең яҙмышы мауыҡтырғысыраҡ тойолдо. Ә инде әлеге ҡатмарлы хәл килеп тыуғас, ил етәкселегенең һәр һүҙен көтөп ала башланыҡ. Ауырыған саҡта участка табибы, «Ашығыс ярҙам» фельдшеры, укол ҡаҙай белгән йәш кенә шәфҡәт туташы тотош «дәүләтте» алмаштыра.
Был көндәр беҙгә ысынды ялғандан, мөһимде ваҡ-төйәктән айырырға өйрәтте. Һәр төрлө сүрәткә ингән «йондоҙҙар» йәки интернет-янъялсылар түгел, ә аҡ халаттағы кешеләрҙең ни тиклем кәрәкле булыуын аңланыҡ.
Бына кемдәр улар – ысын геройҙар! Медицина колледжы директорының етди костюмын һәм галстугын иҫ киткес уңайһыҙ шәхсән һаҡланыу сараһы кос-тюмына алмаштырып, инфекция госпиталендә ике аҙналыҡ вахтала булған Азат Хамматов.
Бер ай дауамында ял итмәйенсә, көнөнә 12-шәр сәғәт «ҡыҙыл зона»ла эшләгән 5-се Өфө ҡала клиник дауаханаһының терапия бүлеге мөдире Люция Ейәнгирова.
Үҙенең бригадаһы менән һуңғы ике аҙналыҡ эш вахтаһы барышында ғына ла 30 сабыйға тыуырға ярҙам иткән Өфөнөң Дим районы клиник дауаханаһының обсервациялағы бала табыу бүлеге акушер-гинекологы Юлиә Ғарифуллина.
Ғаиләһендә алтынсы сабыйы тыу-ғандан һуң бер аҙнанан эшкә сыҡҡан, 17 кешенән торған Өфө бригадаһы менән Ҡарасәй-Черкес Республикаһы табиптарына коронавирус инфекцияһы йоҡторған пациенттарҙы дауалау өсөн ярҙамға йүнәлгән табип-терапевт Руслан Ғүмәров.
Ике аҙналыҡ эш сменаһында тәүлек әйләнәһенә тиерлек инфекционист булып эшләп, терапия хеҙмәтенең барлыҡ бүлексәләрендә пациенттарҙы кардиолог булараҡ ҡараған Әлфирә Рәхмәтуллина.
Дауаханала дежурҙа булып, көрсөктөң тәүге көндәрендә үк меңдәрсә пенсионерға аҙыҡ-түлек алып килеүҙә ярҙам иткән медицина хеҙмәткәре, ирекмән Ләйсән Хазырова.
Уларҙың һәм йөҙҙәрсә башҡа табиптың ярҙамы менән меңдәрсә сирле яңынан үҙенең балалары, ата-әсәһе менән күреште, ә башҡалар эшләй һәм ҡәҙимге тормошон дауам итә алды. Әлбиттә, әлегә битлектә килеш.
Конституцияға индереләсәк үҙгәрештәр хөкүмәткә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, кешеләр сәләмәт тормош алып барһын һәм үҙ һаулығына яуаплы ҡараһын өсөн шарттар булдырыу бурысы ҡуя. Һәр ауыл һәм ҡасабала уңайлы медицина пункты булырға, «Ашығыс ярҙам» тиҙ генә килеп етеп, ауырыуҙы тейешле урынға алып барыр-ға, ә ҙур дауаханалар бөтә йүнәлештәге табиптар менән тәьмин ителергә, заманса ҡорамалдарға һәм улар менән эш итә белгән белгестәргә эйә булырға тейеш.
Беҙ барыбыҙ ҙа киң яланда ай ярым эсендә донъя кимәлендәге госпиталь төҙөлөүҙең шаһиты булдыҡ. Эпидемия тамамланғас та, ул инфекция дауаханаһы булараҡ ауырыуҙарҙы ҡабул итәсәк. Дәүләт кешеләргә йәшәргә, ял итергә һәм эшләргә ярҙам итергә тейеш, һәм ул быны булдыра ала. Рәсәй Федерацияһының яңы Конституцияһы – ошо хаҡта.
ӘЙТКӘНДӘЙ,
Табиптарға коронавирус менән эшләгән өсөн өҫтәмә түләүҙе һаҡланылар...
Ковид-сирлеләрҙе дауалаған медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләүҙәр йәй аҙағына тиклем оҙайтыла. Был хаҡта Владимир Путин иғлан итте.
«Коронавирус йоҡторған сирлеләр менән эшләүҙе дауам иткән медицина хеҙмәткәрҙәренә барлыҡ федераль һәм төбәк кимәлендәге өҫтәмә түләүҙәрҙе тағы ике ай – июль һәм августа һаҡларға тәҡдим итәм», – тине ул.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, апрель айынан «ҡыҙыл зона»ла эшләгән табиптарға – 80 мең һум, урта медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм «Ашығыс ярҙам» табиптарына – 50 мең һум, кесе медицина персоналына, фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына, водителдәргә 25-әр мең һумлыҡ өҫтәмә түләү тәғәйенләнгәйне. Медицина хеҙмәткәрҙәре уларҙы теүәл килеш алһын өсөн был түләүҙәр физик шәхестәр килеменә һалынған һалымдан азат ителә, ә отпуск өсөн түләүҙәр мәлендә иҫәпкә алына.
ТАСС хәбәр итеүенсә, Владимир Путин эпидемия осоронда өлкән коллегалары менән бергә 15 меңдән ашыу студенттың-ординатор һәм аспиранттарҙың да эшләүе хаҡында әйтте. Был йәштәр ысын хәрби сынығыу үтеп, үҙҙәрен буласаҡ һөнәренә тоғролоҡта һынап ҡараны. Үҙ йүнәлештәре буйынса артабан уҡыған осраҡта, уларға ташламалар һәм өҫтөнлөктәр ҡараласаҡ.
...яңы дәүләт наградалары барлыҡҡа килде
Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Президент ике төрлө яңы дәүләт наградаһын раҫланы: Пирогов ордены һәм Лука Крымский миҙалы. Был наградаларға тәүге лайыҡ булыу-сылар араһында Башҡортостандан 15-тән ашыу табип бар. Федераль кимәлдәге юғары дәүләт наградаларына – 80-дән ашыу, республиканыҡына йөҙҙәрсә кеше лайыҡ булды.