Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү тураһында нимәләр белергә кәрәк?

Илебеҙҙең Төп Законына үҙгәрештәр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнө 1 июлгә билдәләнде. Был ҡарарҙы Владимир Путин сығар-ҙы. Беҙ иң көнүҙәк һорау-ҙарға яуаптар әҙерләнек.

Ҡасан һәм ҡайҙа тауыш бирергә?
Тауыш биреү 1 июлдә үтәсәк. Был көн тотош ил буйынса ял көнө тип иғлан ителде. Үҙ фекерен тауыш биреү көнөнә 18 йәше тулған һәр Рәсәй гражданы белдерә ала. Сарала суд ҡарары нигеҙендә иректән мәхрүм ителеү урындарында булыусылар ҡатнашмай.
Үҙ тауышыңды алдан – 25 июндән алып бирергә лә мөмкин. Һайлау участкалары Өфө ваҡыты менән иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләйәсәк.
Әгәр башҡа ҡалаға йәки төбәккә китергә кәрәкһә, «Мобиль һайлаусы» хеҙмәте ярҙамында үҙегеҙ өсөн уңайлы участканы һайлай алаһығыҙ. 5 июндән быны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы, Күп функциялы үҙәктәр йәки территориаль һайлау комиссиялары ярҙамында, ә 16 июндән үҙеңдең һайлау участкаңа мөрәжәғәт итеп эшләргә мөмкин. Ғаризалар 21 июндең 14.00 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә.
Әгәр участкаға килә алмаһаң, нимә эшләргә?
Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән һеҙ өйөгөҙҙән сығып йөрөй алмаһағыҙ:
- «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ғариза ҡалдырығыҙ (21 июндең 14.00 сәғәтенә тиклем),
- үҙегеҙҙең һайлау участкаһына шылтыратығыҙ йәки берәй танышығыҙҙың шылтыратыуын һорағыҙ (16 июндән 1 июлдең 17.00 сәғәтенә тиклем).
Комиссия ағзалары тауыш биреү өсөн тәғәйенләнгән мобиль йәшник менән өйөгөҙгә киләсәк һәм һеҙ үҙ фекерегеҙҙе белдереү мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ. Яҡын арала физик йәһәттән мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ғына түгел, уларҙы ҡараусылар ҙа өйҙән тауыш биреү хоҡуғына эйә буласаҡ, тип күҙаллана.
Бынан тыш, 25 июндән һуң һайлау комиссияһы ағзалары участкалар булмаған торама пункттарға сығасаҡ һәм унда теләге булған һәр кем тауыш бирә аласаҡ.
Тауыш биреү нисек үтә?
Барыһы ла һайлауҙарҙағы кеүек буласаҡ. Һайлау комиссияһына паспортығыҙҙы күрһәтәһегеҙ һәм бюллетень алып, тауыш биреү кабинаһына үтәһегеҙ. Үҙегеҙгә ҡулай яуап тапҡырындағы буш шаҡмаҡҡа ниндәй ҙә булһа билдә ҡуяһығыҙ. Әгәр бер шаҡмаҡҡа ла билдә ҡуйылмаһа йәки билдәләр берәүҙән күберәк булһа, бюллетень ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табыла. Тултырыл-ған бюллетенде тауыш биреү йәшнигенә төшөрөргә кәрәк.
Тауыш биреү барышын тотош ил буйынса 500 меңдән ашыу кеше күҙәтәсәк. Был эшмәкәрлектә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланған, яҡын арала сәйәси партиялар ҙа үҙҙәренең вәкилдәрен тәҡдим итәсәк.
Конституцияға ниндәй үҙгәрештәр индерелә?
Улар йөҙҙән ашыу, бына шуларҙың иң мөһимдәре:
- Конституция минималь хеҙмәт хаҡының күләме йәшәү минимумынан түбән булмаясағын, ә пенсияның йылына кәм тигәндә бер тапҡыр индексацияланыуын туранан-тура гарантиялай.
- Сифатлы медицина ярҙамы, граждандарҙы социаль яҡлау, кешеләргә сәләмәт тормош алып барыу өсөн шарттар булдырыу – хәҙер дәүләттең туранан-тура бурысы.
- Дәүләт иң ҙур ҡиммәттең балалар булыуын таный һәм етемдәр өсөн ата-әсә хәстәрлеген үҙ иңенә ала.
- Чиновниктарға, парламентарий-ҙарға һәм судьяларға сит ил гражданлығы алыу, сит илдә торлаҡҡа эйә булыу һәм сит ил банкыларында иҫәп асыу тыйыла.
- Конституцияға Рәсәйҙең меңәр йыллыҡ тарихҡа эйә булыуы, ата-бабалар тарафынан тапшырылған изге ҡиммәттәрҙе һәм Аллаһҡа ышаныуҙы һаҡлауы, тарихи дөрөҫлөктө яҡлауы һәм Ватанды һаҡлауҙа халыҡ күрһәткән ҡаһарманлыҡты боҙоуға юл ҡуймауы тураһында яҙыласаҡ.
Бюллетень нисегерәк буласаҡ?
Бюллетендә бер генә һорау буласаҡ: «Һеҙ Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хуплай-һығыҙмы?». Һәм ике төрлө яуап бирелә: «эйе» йәки «юҡ».
Ә коронавирусҡа бәйле хәл нисек? Тауыш биреүҙә ҡатнашыу хәүефле түгелме?
Белгестәр, хәүефһеҙ, ти. Беренсенән, участкала сәғәтенә 8-12 кешенән артыҡ кеше булмаясаҡ. Тауыш биреү алдынан һайлау комиссияһы ағзалары, кәрәк тип табылһа, коронавирусҡа тест тапшырасаҡ. Өйҙә тауыш биреү осраҡтарында комиссия ағзаларының һәм күҙәтеүселәрҙең береһе лә йорт эсенә инмәйәсәк.
Участкаға ингән саҡта һәр кемдең температураһы (тәнгә теймәйенсә) тикшереләсәк, әгәр талап ителһә, медицина битлеге биреләсәк. Биләмәгә даими рәүештә дезинфекция үткәреләсәк.
Ә бына Роспотребнадзор ниндәй кәңәштәр бирә:
- һайлау участкаһына йыйынғанда үҙегеҙ менән паспорт, битлек, бирсәткә һәм яңы ручка алығыҙ;
- 1,5-2 метр ара һаҡлағыҙ;
- документты тикшергән саҡта битлекте сисеп торорға тура киләсәк. Паспортты участка комиссияһының ҡулына бирергә кәрәкмәй;
- тауыш биреү урынында 15 минуттан артыҡ булмағыҙ;
- сыҡҡан саҡта ҡулланылған битлек менән бирсәткәне сүп-сар һауытына ташлағыҙ, ҡулығыҙҙы антисептик менән эшкәртегеҙ.

Участкаларҙа йолаға әйләнгән сауҙа буласаҡмы?
Эйе, тауыш биреү өсөн килгән граждандарҙы төрлө саралар көтә: урын-дарҙа фермерҙарҙың тауарҙарын ташламалы хаҡ менән һатыу, партнерҙар тарафынан әҙерләнгән бүләк сертификаттары таратыу, киноға билеттар биреү (әлбиттә, уларҙы кинотеатрҙар асылғас ҡулланыу мөмкин буласаҡ) күҙаллана. Был акциялар хаҡында, тауыш биреү көнө яҡынлашҡас, ентеклерәк һөйләрбеҙ.
Һөҙөмтәләр ҡасан билдәле буласаҡ?
Законға ярашлы, тауыштар биш көн эсендә һаналырға тейеш. Шунан һуң өс көн эсендә Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарҙы баҫтырып сығара.
Һорауҙарығыҙ ҡалдымы? Ҡайҙа шылтыратырға?
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт-белешмә үҙәге телефоны: 8-800-200-00-20.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһының тауыш биреүҙә ҡатнашыусылар менән бәйләнеш өсөн «ҡыҙыу линия» телефондары: (347) 280-95-06, (347) 280-96-34.
Эш көндәрендә – 10.00–13.00, 14.00–20.00,
ял көндәрендә 10.00–14.00 сәғәттәрҙә шылтыратырға.
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.