Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
30 Апрель 2020, 13:00

Геройҙар дәүере

Коронавирус эпидемияһы мәлендә ирекмәндәр һәм эшҡыуарҙар ниндәй ярҙам күрһәтә.

Боронғо әйтем хаҡлы: дуҫ бәлә килгәндә һынала. Барлыҡ донъяны солғап алған ҡатмарлы хәл шуны асыҡ күрһәтте: беҙ – ҙур ғаилә һәм бер-беребеҙҙе бәләлә яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ.
Хәл-торош ауырлашыу менән кешеләр берләшә алды, мохтаждарға ярҙам итергә тотондо. Республиканың төрлө мөйөштәренән меңдәрсә кеше ирекмәнлеккә яҙылды, улар көн һайын оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-ярағы алып бара, яңғыҙаҡтарға, күп балалы ғаиләләргә ярҙам итә.
Һеҙгә ярҙам кәрәкһә, нимә эшләргә
Ниндәйҙер ғаризалар яҙырға, ҡай-ҙалыр теркәлергә кәрәкмәй. Әгәр һеҙ 65 йәштән оло булһағыҙ йәки нин- дәйҙер сәбәп менән урамға үҙаллы сығып йөрөй алмаһағыҙ, «ҡыҙыу линия»ларҙың береһенә шылтыратып әйтеү ҙә етә. Бына уларҙың һандары:
8-800-200-34-11 (шылтыратыу бушлай) — Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты,
8-800-201-89-03 (шылтыратыу бушлай) — «Берҙәм Рәсәй» үҙәгенең колл-үҙәге,
8 (347) 268-28-88 — БДМУ-ның ирекмән-медиктарының колл-үҙәге.
Телефон аша һеҙгә кәрәкле аҙыҡ-түлек исемлеген, алып барыу ваҡытын аныҡлаясаҡтар һәм һеҙҙең ғаризаға шәхсән номер билдәләйәсәктәр. Ирекмән һеҙгә килгәс, ошо һанды әйтергә тейеш, был һәр төрлө мутлыҡ ҡылыу-сыларға юл ҡуймау өсөн эшләнә. Алып килеү – тулыһынса бушлай, һеҙ һатып алынған аҙыҡ-түлек өсөн чекта күр- һәтелгән сумманы ғына түләйһегеҙ. Ирекмән сифатлы һәм артыҡ ҡиммәт булмаған продукттар аласаҡ – быныһына шикләнмәгеҙ. Ул фатирға инмәй, бөтә әйберҙе ишек янында тапшыра. Был тәү сиратта оло кешене хәүефкә һалмаҫ өсөн шулай эшләнә.
Ирекмән һеҙҙе фотоға төшөрәсәк – бының өсөн дә ҡурҡырға кәрәкмәй, сөнки ошо алым менән улар башҡарылған эшенә отчет бирә.
Айырыуса мохтажлыҡта йәшәгән пенсионерҙарға һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә меценаттар һәм хәйриә проектында ҡатнашыусылар тарафынан әҙерләнгән аҙыҡ-түлек тупланмалары ҡаралған. Был осраҡта ирекмәндәр халыҡты социаль яҡлау хеҙмәте биргән исемлеккә ярашлы эш итә.
Әгәр ирекмән булырға теләһәгеҙ
Үрҙә бирелгән телефондар буйынса шылтыратып, ғариза ҡалдырығыҙ. Эш көсө һәр ваҡыт кәрәк. Әммә шуны белеү мөһим: был – йәмәғәт эше һәм уның өсөн бер кем дә аҡса түләмәйәсәк. Һәр кем үҙе өсөн уңайлы ваҡытта ярҙам итә ала. Ирекмәндәр мотлаҡ битлек һәм бирсәткәлә эшләй, антисептик әйберҙәр ҡуллана, хәүефһеҙ дистанцияны һаҡлай.
Тағы нисек ярҙам итергә мөмкин?
Предприятиелар һәм ведомстволар етәкселәре эш хаҡының бер өлөшөн ярҙам фондына күсерә. Был өлгөнө республика Башлығы Радий Хәбиров күрһәтте. Ул үҙенең шәхси сығымдарын һиҙелерлек ҡыҫҡартыуы һәм бер айлыҡ эш хаҡын халыҡҡа ярҙам фондына күсереүе хаҡында әйтте. Был башланғысҡа төбәк Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, беренсе вице-премьер Андрей Назаров, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай спикеры Константин Толкачев та ҡушылды. Уларға башҡа етәкселәр ҙә ҡушыласағы хаҡында бел- дерҙе.
Республикала мәктәп уҡыусыларын яҡлауға йүнәлтелгән «Өйҙә уҡыр-ға ярҙам ит» акцияһы иғлан ителде. Башҡортостанда ете меңгә яҡын баланың компьютеры ла, смартфоны ла, планшеты ла юҡ. Бөгөнгө осраҡта улар уйнау өсөн түгел, ә уҡыу өсөн кәрәк, сөнки белем алыу дистанцияла ойошторола. Әгәр өйөгөҙҙә төҙөк тороштағы кәрәкмәгән техника бар икән, уны Өфө ҡалаһында түбәндәге адрестарға алып килеп бирә алаһығыҙ: Достоевский урамы, 73 (тел. 8 (347) 276-12-90) һәм Коммунистик урам, 39 (тел. 8 (347) 298-04-62). Башҡа ҡала һәм райондарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәләрендәге «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәнлек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Күп кенә сауҙа нөктәләре аҙыҡ-түлек тупланмалары йыйыу буйынса акциялар иғлан итте. Һеҙ кәрәкле тип һаналған әйберҙе һатып алып ҡал-дырһағыҙ, уны мохтаждарға тапшыра-саҡтар.
Үҙҙәре ҡатмарлы осор кисереүгә ҡарамаҫтан, ярҙам сараларына эшҡыуарҙар ҙа әүҙем ҡушылды. «Арт-Моторс» компанияһы һәм «Приоритет» автомәктәбе ирекмәндәрҙе автомобилдәрҙә адрестар буйынса алып йөрөй, «Йәнле ауыл» предприятиеһы һөт продукцияһы менән тәьмин итә, Dasko Group һәм «Пышка» компаниялары ирекмәндәр өсөн туҡланыу ойоштора.
Йөҙәрләгән компания эшмәкәрлек йүнәлешен үҙгәртеп ҡора. Мәҫәлән, Өфө эшҡыуарҙары Анастасия Ғиниәтуллина менән Алина Токарева ирекмәндәргә күп тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр тапшырған.
– Беҙ туй бизнесы менән шөғөлләнәбеҙ, пандемия осоронда эшебеҙ туҡтап ҡалды. Саралар ойоштороуға, туй кәрәк-яраҡтарына һорау кәмене. Шул саҡта «Кешеләргә ярҙам итеү өсөн беҙ нимә эшләй алабыҙ?» тип уйландыҡ. Эйе, әлеге ваҡытта беҙгә лә еңел түгел, әммә кемдер тағы ла ауырыраҡ хәлдә бит. Шуға күрә күпме кәрәк – шул сама тегәсәкбеҙ! – ти Анастасия Ғиниәтуллина.
«Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәре» ауырыуҙарҙы ҡотҡарыу хаҡына йән аямай көрәшкән табиптарҙы яҡлауға йүнәлтелгән акция башланы. Улар көн һайын иртәнсәк һәм кискеһен табиптарҙы эшкә алып бара һәм ҡайта.
Пасха байрамы алдынан эшҡыуарҙар «Пышка» бешергән күмәстәрҙән, Бәләбәй һөт комбинаты етештергән сырҙарҙан торған аҙыҡ-түлек тупланмаһы, Dasko компанияһынан һаҡланыу саралары һәм рациялар, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан чумаға ҡаршы костюмдар һәм башҡа төрлө бүләктәр әҙерләне. Ә еңел авиация федерацияһы был әйберҙәрҙе Сибай дауаханаһына илтте, бер ыңғай дауахана тәҙрәләре алдында авиашоу күрһәтте.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла ситтә ҡалманы. Тимур Хәкимов шәхси аҡсаһынан һаҡланыу костюмдары, битлектәр, антисептиктар алыуға бер миллион һум һәм Республика балалар клиник дауаханаһына мебель алыуға 800 мең һум бүлде, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балалар-ға тапшырыу өсөн биш планшет, балалар йорто өсөн 50 һаҡланыу комбинезоны һатып алды. Ринат Райманов үҙ аҡсаһына ололарға аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар ташыу буйынса ирекмәнлек хәрәкәте ойошторҙо, щулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 2-се ҡала дауаханаһы инфекция госпиталенең ике ҡатын ремонтланы. Вадим Соколов республиканың айырыуса мохтаж халҡына ярҙам итеүгә тәғәйенләнгән «Туҡланыу продукттары фонды»на бер миллион һум аҡса күсерҙе, бер үк ваҡытта Баҡалы, Шаран, Саҡмағош дауаханаларына ярҙам итә.
Әгәр мохтаждарға ярҙам итергә теләгегеҙ һәм мөмкинлегегеҙ булһа – быны мотлаҡ эшләгеҙ! Бәләкәйме ул, ҙурмы – ярҙамдың бер ваҡытта ла артығы булмай!
Материалдар БР “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе [email protected] адресы йәки 8 (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.