Сараның талисманы нимә буласаҡ?Ә был беҙҙән тора! Яңыраҡ республикала фольклориаданың символына конкурс иғлан ителде. Белеүебеҙсә, Мәскәү олимпиадаһының символы – айыу, Сочилағыныҡы – леопард, ҡуян һәм аҡ айыу, футбол буйынса донъя чемпионатыныҡы Забивака бүре булғайны. Башҡортостанды һынландырған, донъяның төрлө мөйөштәренән килгән күп һанлы ҡунаҡтарҙың хәтерендә ҡалырлыҡ шундай символды һеҙ ҙә тәҡдим итә алаһығыҙ. Конкурс эштәрен аңлатма менән бергә 31 мартҡа тиклем түбәндәге электрон адресҡа ебәрергә кәрәк:
[email protected]. Еңеүсене сараны рәсми асыу тантанаһына саҡырасаҡтар.
«Ҙур төҙөлөштәр» буласаҡмы?
Фольклориадаға бер ниндәй ҙур төҙөлөштәр булғаны юҡ һәм булмаясаҡ та. Ойоштороусы булараҡ сығыш яһаған республиканы сара үтәсәк урындарҙың төҙөклөгө нығыраҡ борсой. Концерт уҙасаҡ райондарҙа майҙандарҙы һәм мәҙәниәт йорттарын ремонтлайҙар. Мәҫәлән, февраль аҙағында фестивалде ҡабул итәсәк майҙандарҙың береһе буласаҡ Асҡар ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң 280 урынлыҡ тамаша залына эйә мәҙәниәт йорто үҙ ишектәрен асты. Бында 38 миллион һумға торошло эштәр башҡарылды.
Ә Өфөлә бынан ун йылдан ашыу элек ремонтҡа тип ябылып, әле булһа эшләмәгән «Бейеүсе торналар» фонтаны асыласаҡ. Ҡасандыр был майҙан ҡала халҡының яратып ял иткән урыны ине.