Төҙөкләндереү: ремонтҡа миллиард һум һәм иҫке автомобилдәргә штрафтар
Үткән йылда коммуналь хеҙмәттәргә бәйле өс мөһим яңылыҡ булды.
Беренсенән, Башҡортостан үҙ тарихында тәүге тапҡыр подъездарҙы ремонтлауға миллиард һум аҡса бүлде! Элек ремонт өсөн кешеләр үҙҙәре түләне һәм уны йылдар буйы көттө. Өфөлә генә мең ярым самаһы подъезд төҙөкләндерелде. Был һуңғы өс йылды бергә иҫәпләгәнгә ҡарағанда ла күберәк. Әгәр һеҙ ошоға тиклем был программа тураһында белмәгән һәм ғариза яҙмаған булһағыҙ, борсолорға кәрәкмәй: ул тағы бер нисә йыл эшләйәсәк. Үҙегеҙ йәшәгән биләмәнең хакимиәтенә мөрәжәғәт итһәгеҙ, программала ҡатнашыу нескәлектәре менән танышты- рырҙар.
Бер ыңғай ихатағыҙҙы комплекслы төҙөкләндереүгә лә ғариза ҡалдыра алаһығыҙ, был программа «Башҡорт ихаталары» тип атала. Йортта йәшәүселәр- ҙең теләктәрен иҫәпкә алып, ихатала балалар һәм спорт майҙансыҡтары, ял урыны, парковка эшләйәсәктәр, яҡтылыҡ менән тәьмин итәсәктәр. 2019 йылда – 400, киләһе ике йылда тағы 600-гә яҡын ихатаны төҙөкләндереү планға алынған.
Икенсенән, Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе тәжрибәһенә ярашлы, республикала автомобилде газонға ҡуйған өсөн штраф һалына һәм ихаталарҙа йылдар буйы торған иҫке машиналар сығарыла. Хәҙер газонды тапаған водителдәргә 30 мең һум штраф түләргә тура килә. Йыл дауамында яҡынса 30 миллион һум самаһы аҡса йыйылған. Бюджет өсөн әллә ни ҙур сумма түгел, әммә эштең төп асылы аҡсаға ғына ҡайтып ҡалмай. Ҡалаларҙа йәшеллектең артыуы күҙгә ташландымы? Ихаталарҙа торған тәгәрмәсһеҙ, тәҙрәһеҙ тиҫтәләрсә машинаны сығарыу һөҙөмтәһендә ҡалалар таҙараҡ буласаҡ.
Өсөнсөнән, 2019 йылдың көҙөндә Баш-ҡортостан, ниһайәт, йылылыҡ өсөн түләүҙең күпкә уңайлыраҡ, ғәҙелерәк алымына күсте. Хәҙер беҙ йыл әйләнәһенә түгел, ә торбалар эҫе булған осорҙа – яҡынса октябрҙән апрелгәсә генә түләйбеҙ. Яңылыҡтың бер «кире» яғы – ҡышҡыһын күберәк түләргә тура килә, ә инде ыңғай яғы – майҙан сентябргәсә йылылыҡ өсөн бөтөнләй түләргә кәрәкмәйәсәк. Тағы ла яҡшы яңылыҡ – идарасы компания артыҡ тотонолған йылылыҡ өсөн аҡса түләтә алмаясаҡ. Мәҫәлән, 2018 йылдың башында күптәр бер нисә мең һум өҫтәп түләргә мәжбүр булғайны.
Мәктәптәр. Биш көнлөк уҡыу, яңы меню һәм электрон көндәлек
Шәмбе мәктәпкә бармаһаң да була. 2019 йылда Радий Хәбировтың тәҡдиме менән Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәре лә биш көнлөк уҡытыуға күсте. Йәмәғәтселек тә был яңылыҡты хуплап ҡаршы алды. Ҡайһы бер шәмбе көндәрендә мәктәп үҙ башланғысы менән төрлө саралар үткәрә ала. Хәҙер инде мәктәптәрҙә икенсе сменаның тулыһынса бөтөрөлөүен көтәбеҙ. Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, бөгөн мәктәп уҡыусыларының һигеҙ проценты икенсе сменала уҡый.
2019 йылдың сентябренән бөтә республика буйынса мәктәп туҡланыуы реформаһы үткәрелде. Хәҙер бөтә балалар ҙа берҙәм менюға ярашлы туҡлана, ә ризыҡты берҙәм стандарттарға ярашлы дәүләт компанияһы әҙерләй. Яңылыҡ бик күп һорауҙар тыуҙырҙы: ҡайһы бер ата-әсәләр һәм балалар тәүҙә яңы ризыҡтар-ҙың сифаты менән риза булманы. Әммә бөтә республика буйынса мәктәп ашханаһында туҡланыусылар һаны һиҙелерлек артты.
2019 йылдан барлыҡ мәктәптәр ҙә электрон көндәлектәргә күсә башланы. Хәҙер ата-әсәләр балаларының өлгәше, өйгә бирелгән эштәр менән онлайн режимда таныша ала.
Транспорт. Һәр ауылға – яңы автобус
«Башавтотранс» йәмғиәте бер йыл эсендә бер нисә йөҙ яңы һәм уңайлы автобустарға эйә булды. Уларҙың бер өлөшө Өфөлә ҡалды, ә ҡалғандары район һәм ҡалаларға ебәрелде. Бөгөн пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән дәүләт предприятиеһы алдында бик етди бурыс тора: мотлаҡ һәр ауылдан район үҙәгенәсә, ә район үҙәгенән Өфөгә тиклем автобус йөрөргә тейеш. Быны дәүләт ҡарамағындағы ойошманан башҡа бер кем дә эшләмәйәсәк, сөнки шәхси ташыусылар төшөмлө маршруттарҙы ғына хеҙмәтләндерә. Ә бәләкәй ауылдар халҡына нимә эшләргә? Уларға автобус йөрөтөү табыш та килтермәүе ихтимал.
Ҡала эсендә пассажир ташыу менән шөғөлләнеүселәр ҙә тәртипкә өйрәнә башланы: «Алға» һәм банк карталарын ҡулланған компаниялар һаны арта, күптәр «күләгәнән» сығып, рәсми рәүештә теркәлә, һалым түләй, водителдәргә мотлаҡ медицина тикшереүе үткәрә, яңы автобустар һатып ала.
Яңы етештереү тармаҡтары
Һуңғы бер нисә йыл дауамында Баш-ҡортостанда тәүге тапҡыр инвестициялар үҫеше күҙәтелде һәм ул 15 процент тәшкил итте. Инвестициялар абстракт күрһәткес йәки отчет һандары түгел. Улар – яңы цехтар, фермалар һәм предприятиелар, йәшәгән төйәгеңдә яңы эш урындары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн яңы заказдар һәм эш күләмдәре. 2019 йылда Нефтекама, Белорет һәм Благовещенск ҡалалары йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре статусына эйә булды. Унда үҙ производствоһын башлап ебәргән эшҡыуарҙар ярайһы уҡ ҙур һалым ташламаһы менән файҙалана аласаҡ. Башҡортостанда был башланғысҡа быға тиклем дә юл һалынған ине: бынан бер нисә йыл элек Күмертау һәм Бәләбәй ҡалалары ошо нигеҙҙә эш башлағайны. Һөҙөмтәлә уларҙа көнбағыш майы, мал аҙығы, цемент һәм башҡа етештереү тармаҡтары асылды. Тиҙҙән Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалаларында «Алға» тип аталған махсус иҡтисади биләмә эш башлаясаҡ. Әле үк улар-ҙа һалым ташламалары алырға һәм миллиард һумдарға торошло проекттарын ғәмәлгә ашырырға теләүселәрҙән сират барлыҡҡа килгән.
Иң эре инвестиция проекттарының береһе – Хәйбулла районында яңы рудник һәм байыҡтырыу фабрикаһы төҙөү. Мәғдән табыу күләме буйынса ул Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе буласаҡ. УГМК был башланғысҡа 50 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтә. Яңы предприятие 1500 самаһы яңы эш урыны булдырыуға мөмкинлек бирәсәк.
Эскелеккә һәм янғындарға ҡаршы көрәш
Бер йыл эсендә Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаларына тарып, һыуға батып, үҙ-үҙенә ҡул һалып, ялған алкоголь менән ағыуланып үлеүселәр һаны һиҙелерлек кәмене.
«Ысынында беҙ 2600 ғүмерҙе ҡотҡарып ҡалдыҡ. Әгәр һәр кеше өсөн, уның сәләмәтлеге өсөн маҡсатлы көрәшһәк, тағы ла меңдәрсә замандашыбыҙҙы бәләнән йолоп алып ҡаласаҡбыҙ», – тине Радий Хәбиров.
Һабантуй мәлендә, 1 сентябрҙә, Яңы йыл байрамының ҡайһы бер көндәрендә алкоголь һатыуҙы тыйыу, законһыҙ рәүештә спиртлы эсемлектәр менән сауҙа итеүселәрҙе фашлаған өсөн ҙур ғына күләмдә премиялар биреү ҙә үҙенсәлекле яңылыҡ булды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: халыҡтың өстән ике өлөшө был башланғыс-ты хуплап ҡаршы алды. Моғайын, кешеләр яҡындарының, күршеләренең мәғәнәһеҙ рәүештә эсеүенән арығандыр. Полиция хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, айыҡ байрам көндәрендә тәртип боҙоуҙар бер нисә тап-ҡырға кәмей! Быйылғы Яңы йыл каникулының ҡайһы көнөндә ниндәй күрһәткес булыр – тиҙҙән белербеҙ.
Ә янғындар буйынса һандар әҙер. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, уларҙың һаны – 25 процентҡа, ә һәләк булыусылар былтырғы менән сағыштырғанда 80 процентҡа кәмегән! Бында янғын хаҡында хәбәр иткән ҡоролмалар ҙа үҙ ролен уйнамай ҡалмай. Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләргә, 55 йәше тулған яңғыҙ йәшәгән граждандарға һәм 2018 йылдан һуң сабыйы тыуған ғаиләләргә ул бушлай бирелә. Ә башҡалар янғын иҫкәрткесте үҙҙәре һатып алып ҡуя ала, хаҡы 250 һум ғына тора.