Программа хаҡында тәүҙә республика Башлығы Радий Хәбиров белдергәйне.
– «Зәңгәр яғыулыҡ» барып еткән ауылдарҙа ла кешеләрҙең газды тоташтырмауын асыҡланыҡ. Сәбәбе – был эш ярайһы уҡ ҡиммәт, барлыҡ эштәре менән 150 мең һумғаса барып етә. Газ үткәреүгә сертификаттар биреү тураһында ҡарар ҡабул иттек, – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.
Был ярҙам кемгә тейеш, уны нисек алырға, нимәгә тотонорға? Бөгөнгө яҙмабыҙ ошо хаҡта.
1. Мөрәжәғәт иткәнгә ҡәҙәр нимәләрҙе белергә кәрәк?
- Сертификат республикала даими йәшәгән, газ үткәрелмәгән шәхси йортҡа эйә булған, льготалы категорияға ҡараған Рәсәй граждандарына бирелә.
- Ғариза биреүселәр рәсми рәүештә бер нисә төргә бүленә. Бында ҡулланылған газдың күләме, йорттан газ бүлеү селтәренә тиклемге ара, селтәрҙәге баҫым һәм башҡалар иҫәпкә алына. Был хаҡта ентеклерәк итеп «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең офисында аңлатырҙар. Белешмәләр өсөн телефон: 8-987-471-71-04.
- Бер йортҡа бер сертификат ҡына алырға мөмкин. Әгәр ғаиләлә ташламаға хоҡуҡлы бер нисә кеше йәшәһә, улар бер нисә сертификат алып, уларҙың суммаһын бергә ҡуша алмай.
- Газ үткәреүгә ҡағылышлы килешеү төҙөп, аҡсаһын түләгән булһағыҙ, әммә әлегәсә йортоғоҙ «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тоташмаған булһа, сертификат юллай алаһығыҙ.
- Сертификат ярҙамында ер участкағыҙҙың сигенә тиклем башҡарылған хеҙмәттәрҙе лә, шәхсән һеҙҙең ер биләмәһендә алып барылған эштәрҙе лә түләргә мөмкин. Бында проект эшләү, төҙөлөш-монтаж эштәре, газ ҡорамалдарын – плита, ҡаҙанлыҡ, колонкалар, газ иҫәпләгес, газ кимәлен күрһәткесте урынлаштырыу инә. Башҡа мәшәҡәттәрҙе үҙ аллы түләргә тейеш булаһығыҙ.
- Дәүләт ярҙамы башҡарылған эш сығымдарынан күп була алмай. Мәҫәлән, һеҙҙең өйгә газ үткәреү өсөн 90 мең һум кәрәк, был осраҡта сертификат буйынса ҡаралған 100 мең һумдың 10 меңе дөйөм иҫәпкә китәсәк һәм ярҙамға мохтаж икенсе кеше өсөн тотоноласаҡ.
- Газға тоташҡанға тиклем һеҙ йортоғоҙҙо әҙерләргә тейешһегеҙ: йылылыҡ, елләтеү системалары, төтөн юлы эшләнә, газ ҡорамалдары һатып алына (әгәр был эш газ үткәреү тураһында килешеүҙә билдәләнмәһә).
2. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә һәм ниндәй документтар кәрәк буласаҡ?
- Тәү сиратта «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең һеҙгә яҡын урынлашҡан бүлексәһенә барырға кәрәк (уның адрестарын
www.bashgaz.ru сайтының «Бәйләнештәр» бүлегендә табырға мөмкин). Шунда уҡ йортоғоҙға газ үткәреүгә техник мөмкинлектәр бармы-юҡмы икәнен белешәһегеҙ. Әгәр яуап ыңғай булһа, һеҙҙең менән килешеү төҙөйәсәктәр.
- Артабан Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йәки Күп функциялы үҙәк бүлексәһенә бараһығыҙ. Үҙегеҙ менән түбәндәге документтарҙы алырға:
а) паспорт йәки нотариус тарафынан раҫланған ышаныс ҡағыҙы (әгәр сертификатты башҡа кеше исеменә юллаһағыҙ);
б) газ үткәреү тураһында ҡултамғалар ҡуйылған килешеү;
в) милек (йорт) хужаһы булыуығыҙҙы раҫлаған документтар;
г) сертификатты тап ошо кеше алыуға йорттағы башҡа милекселәрҙең риза булыуы тураһында яҙма рөхсәт;
д) льготаға хоҡуҡты раҫлаусы документтар (ташламаға хоҡуҡ тураһында танытма, инвалидлыҡ билдәләү тураһында белешмә, балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлығы), туғанлыҡты билдәләүсе документтар (мәҫәлән, атайлыҡты билдәләү тураһында таныҡлыҡ);
е) әгәр ғаилә аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына ҡараһа, һәр ғаилә ағзаһының һуңғы өс айҙағы килеме тураһында белешмә, эшләмәгәндәр өсөн хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһе һәм 16 йәше тулған балалар өсөн мәктәптән йәки колледждан белешмә.
Ғариза биргәндән һуң 10 көн эсендә халыҡты социаль яҡлау үҙәге белгестәре документтарығыҙҙы өйрәнә һәм барыһы ла тәртиптә булһа, һеҙҙе сертификат алыу өсөн сиратҡа ҡуя. Ҡарар хаҡында биш эш көнө дауамында хәбәр итәсәктәр.
- Документтарығыҙ теүәл булһа, бер ни тиклем ваҡыттан сертификат тапшырасаҡтар. Уның ҡулланылыу ваҡыты – бирелгән көнөнән алып ике йыл. Йәғни, быйыл декабрҙә сертификат алһағыҙ, уны 2021 йылдың декабренә тиклем ҡулла-нырға тейешһегеҙ.
3. Сертификатты нисек тотонорға?
- Сертификатты ҡулға алғас, «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенә йәки подрядсы компанияға барып, эш өсөн сығымдар-ҙы сертификат ярҙамында түләү хаҡында килешеү төҙөйһөгөҙ.
- Һеҙҙең йортҡа газ үткәрәсәктәр. Эштәрҙе башҡарыусы был хаҡта сертификатҡа билдә ҡуя.
- Артабан түбәндәге документтар менән Күп функциялы үҙәккә бараһығыҙ:
а) сертификат алыусының паспорты;
б) эштәрҙе башҡарыусы билдә ҡуйған сертификат;
в) йортто газға тоташтырыу тураһында килешеүҙәр. Әгәр булһа, йортҡа газ үткәреү тураһындағы килешеү йәки уның нотариус тарафынан раҫланған күсермәһе;
г) башҡарылған эштәр хаҡында акт, унда газ үткәреүсе яҡ менән сертификат хужаһы ҡултамға ҡуйырға тейеш;
д) йорттоң газға тоташтырылыуы тураһында акт, уға «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәте һәм сертификатты алыусы ҡул ҡуя.
Белгестәр документтарҙы тикшерә һәм барыһы ла тәртиптә булһа, ике аҙна эсендә аҡсаны подрядсының иҫәбенә күсерә. Сумманың ҡалған өлөшөн нисек түләү килешеүҙә алдан билдәләнергә тейеш.
Әгәр сертификат эйәһе мәрхүм булһа, документтың яраҡлылыҡ ваҡыты ярты йылға – уның яҡындары мираҫҡа хоҡуҡлы булғансы туҡтатылып тора. Вариҫтар подрядсы компанияға мөрәжәғәт итеп, килешеүгә төҙәтмәләр индерергә тейеш. Әгәр кеше сиратҡа тороп та, сертификат алып өлгөрмәй вафат булһа, үкенескә ҡаршы, ғаилә ағзаларына яңынан документтар тупларға тура киләсәк.
4. Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
* Газ селтәренә тоташыу тураһында килешеүгә бәйле –
8-987-471-71-04 телефонына йәки «Газпром газ бүлеү Өфө» йәм-ғиәтенең рәсми сайтына:
www.bashgaz.ru
* Нисек сиратҡа торорға һәм сертификат алырға:
1) Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгендә: 8 (347) 282-40-35, сайт – rcspn.mintrudrb.ru
2) Йәшәгән ерегеҙгә яҡын урынлаш-ҡан Күп функциялы үҙәктә. Телефон: 8 (347) 246-55-33, сайт – mfcrb.ru
Сертификатты нисек тотонорға – Башҡортостан Республикаһының торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралығы. Телефон 8 (347) 218-15-19, сайт – zhilprog. bashkortostan.ru.