Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
7 Ноябрь 2019, 14:00

Республиканы таҙа итәбеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала 2020 йылды Зауыҡлы биләмәләр йылы тип иғлан итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы


мөрәжәғәттәрен ҡарап сығып, уларҙы нимә борсоуын билдәләнек. Беҙҙе уратып алған донъя – ҡала һәм ауылдарҙа төҙөкләндерелгән уңайлы мөхит бик мөһим, – тип билдәләне республика Башлығы оператив кәңәшмә барышында.


Әлегә аныҡ саралар планы юҡ, ул әҙерләнеү өҫтөндә, әммә Радий Хәбиров маҡсат һәм бурыстарҙы асыҡ итеп билдәләне: йылдың иң төп һөҙөмтәһе тулыһынса таҙа республика булырға тейеш.

Ябай халыҡ өсөн был нимә аңлата? Тәү сиратта, ысынлап та матур һәм заманса булған яҡшы өлгөләргә «йәшел юл» асылыуы хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, автошинанан эшләнгән ваҡ-төйәккә, «аҡҡоштар»ға түгел, ә күркәм һәм ыҡсым ихата скульптураларына, ҡаты сынйырлы ҡурҡыныс бәүелсәктәр урынына – хәүефһеҙҙәренә, балалар май-ҙансығы биләмәһенә асфальт түшәүгә түгел, ә резина япмаға өҫтөнлөк бирергә кәрәк.


Яҡтыраҡ, таҙараҡ, матурыраҡ

– Ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы – газондарҙы, тротуарҙарҙы, ҡоймаларҙы, яҡтыртыу ҡорамалдарын яҡшыртыуға сығымдарҙың һиҙелерлек артыуын күҙалларға мөмкин. Үҙенең яңы тарихында Башҡортостан тәүге тапҡыр подъездарҙы ремонтлауға йыл һайын миллиард һум бүлә алды. Элек кешеләр был ремонтҡа аҡсаны үҙҙәре түләне һәм йылдар буйы уның эшләнеүен көттө. Ябай миҫал: быйыл Өфө ҡалаһында ғына һуңғы өс йылды бергә иҫәпләгәнгә ҡарағанда өс тапҡыр күберәк подъезд ремонтланған! Ихаталар менән дә шул уҡ хәл.

Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау, «Башҡорт ихаталары» комплекслы төҙөкләндереү программалары киләсәктә лә дауам итәсәк. Ауыл урамдарын яҡтыртыу буйынса программа ҡайтанан тергеҙелде. Быларҙың барыһы өсөн дә республика миллиардлап аҡса бүлә һәм бүләсәк.

– Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә бысраҡлыҡҡа ғына түгел, туҙанға ҡаршы көрәш алып барыу бурысы ла ҡуйыла. Өфө ҡалаһы хакимиәте был йүнәлештә эш башланы ла инде: махсус техника һатып алды. Йылдың һәр миҙгелендә баш ҡала ялтырап ятырға, ә үҙәк урамдарҙан «ап-аҡ ойоҡ кейеп үтһәң дә бысрамаҫлыҡ» булырға тейеш.

– Шул уҡ ваҡытта башҡарылған эштәрҙең сифатына талап арта. Өҫтәмә рәүештә бер, ике, хатта биш миллион бүлергә мөмкин, әммә подрядсы ойошмалар яңыса ҡараш менән эшләргә өйрәнмәһә, бер нимә лә үҙгәрмәйәсәк. Әлегә ҡайһы подрядсылар намыҫлы эшләү зарурлығын һәм уларҙың эш сифатын даими контролдә тотоуҙарын аңлап етмәй. Радий Фәрит улы быны үҙе лә эшләгәне бар, кәрәкһә, ҡаты тәнҡит утына ла тота. Бына шундай визиттарҙың береһенән һуң, аҡсаны бүлеү һәм подрядсы ойошмалар һайлап алыу менән шөғөлләнгән дәүләт структураһы ҡарамағындағы бер төбәк операторы етәкселеге тулыһынса отставкаға китте.

– Йәмәғәт биләмәләрен – парктар, скверҙар, баҡсалар һәм башҡаларҙы үҫтереүгә иғтибар артасаҡ һәм ярайһы уҡ ҙур аҡса бүленәсәк. Киләһе йыл республика ҡала һәм райондарында эштәр алып барыласаҡ объекттар әле үк билдәләнде.

– Кешеләр тәҡдим иткән башлан-ғыстар хупланасаҡ. Радий Хәбиров халыҡ менән тура бәйләнеш әүҙем бул- ған муниципалитеттарға финанслау күләмен арттырыу бурысын ҡуйҙы. «Әгәр кешеләр үҙ теләге менән ҡойманы яңыртырға сыҡҡан икән, уларға башҡа идеяларын тормошҡа ашырыуға ла аҡса бүләсәкбеҙ», – тине ул. «Йәшел Баш- ҡортостан» йәки «Урындағы башлан- ғыстарҙы яҡлау программаһы»ндағы кеүек халыҡтың башланғысы – мөһим. Дөрөҫөн әйткәндә, бәхетле булыу өсөн ҡайҙа нимәне эшләү кәрәклеген кешеләр чиновниктарға ҡарағанда яҡшыраҡ белә.


Бер, ике, өс – беҙҙә бөтә көс

Яҡын арала тормошҡа ашырыла башлаясаҡ тағы бер яңылыҡ: урамдар һәм ихаталар йылдар буйына торған иҫке, боҙоҡ машиналарҙан арынасаҡ. Беренсенән, бының өсөн кәрәкле юридик база булдырылды: һәр муниципалитетта «эвакуациялау» сараһын баш-ҡарыу ҡағиҙәләре билдәләнгән документ ҡабул ителде. Икенсенән, һәр хакимиәттә махсус комиссиялар төҙөлдө, һәм улар урам-ихаталарҙағы ташландыҡ автомобилдәрҙе барлап, фотоға төшөрҙө. Башҡортостан Республикаһының вице-премьеры вазифаһын баш-ҡарыусы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, Өфө, Бөрө, Нефтекама, Күмертау, Октябрьский, Туймазы, Учалы ҡалаларында һәм Шишмәлә 542 хужаһыҙ автомобиль тороуы асыҡланған (шуның 452-һе – баш ҡалала). Етәкселәр, был – проблеманың күҙгә күренгән өлөшө генә, тип билдәләй. Тикшереүҙәр дауам итәсәк һәм контролерҙар һәр ихатаға барып етәсәк.

Ташландыҡ автомобиль хужаларына комиссия рәсми рәүештә иҫкәрмә яһай. Йәғни, ун көн эсендә машинағыҙҙы алығыҙ, кире осраҡта, мәсьәләне үҙебеҙ хәл итәсәкбеҙ.

Тиҙҙән комиссия тағы берҙе ихаталар буйлап йөрөп сығасаҡ һәм, хужаһы табылмаған осраҡта, машиналарҙы махсус туҡталҡа урынына алып китәсәк. Унан инде автомобилеңде һаҡ өсөн аҡса түләгәндән һуң ғына алыу мөмкин буласаҡ. Беренсе тәүлек – бушлай, артабан көнөнә яҡынса бер мең һум. Республикала 32 махсус туҡталҡа урыны әҙерләнде, уларҙың 22-һе – ҡала округтарында, бишәүһе – Өфөлә.

Әле үк һөҙөмтә бар. Рейдтарҙан һуң 131 автомобиль хужаһы урам буйынан, ихатанан машинаһын алды.

Был автомобилдәр кемгә ҡамасаулай, тиһегеҙме? Бөтәһенә лә, тип әйтергә мөмкин. Урамда ҡалдырылған иҫке машиналар ҡышҡыһын ҡар таҙартыу техникаһына бихисап мәшәҡәт тыуҙыра, сүп-сар тупланған һәм теләһә кем эйәләшкән урынға әйләнә, ә иң мөһиме – улар матурлыҡты, дөйөм күренеште боҙа!

Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, был эште уның командаһы Красногорск ҡалаһында ла башҡарған, һөҙөмтәлә ул Мәскәү өлкәһенең иң таҙа ҡалаһына әйләнгән. Һәм был алым эшләй. Әлбиттә, ризаһыҙҙар, суд аша эш итергә теләүселәр ҙә табылған, әммә хәҡиҡәт улар яғында булмай сыҡҡан.

Ташландыҡ автомобилдәрҙе асыҡлау менән коммуналь хеҙмәттәр, полиция, предприятиелар, шулай уҡ битараф булмаған граждандар шөғөлләнәсәк. Бының өсөн үҙең йәшәгән урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итергә кәрәк.


Республика урамдарҙы, ихаталарҙы, подъездарҙы төҙөкләндереүгә миллиардлап һум аҡса бүләсәк.