Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
17 Сентябрь 2019, 13:00

Башҡортостан халҡына нисек ипотека каникулы алырға

Ауыр тормош хәлендә ҡалып, ипотека өсөн түләй алмаған Башҡортостан халҡы 1 августан «каникул» алып, ярты йылға бурысын кисектереп тороу мөмкинлегенә эйә булды. Каникул осоронда ипотекаға фатир алыусы бар йәһәттән яҡлана: банк ваҡытынан алда килешеүҙе өҙә лә, торлаҡты тартып ала ла алмай. Бөгөнгө яҙмабыҙ – ошо каникулды нисек алыу тураһында.

1. Каникулға кем «сыға» ала?

Быны эшләү анһат ҡына түгел. Каникул алыу өсөн дүрт шартты үтәү мотлаҡ:

- Ипотекаға алынған фатир берҙән-бер торлаҡ булырға тейеш.

- Кредиттың дөйөм суммаһы 15 миллион һумдан күберәк булмауы шарт.

- Һеҙ быға тиклем әлеге кредит килешеүенә һәм күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы каникул алмаған булырға тейешһегеҙ.

- Финанс хәлегеҙҙең насарайыуын дәлилләргә кәрәк буласаҡ. Мәҫәлән, эш урынығыҙҙы юғалтһағыҙ; инвалидлыҡ йәки берәй йәрәхәт алып, ике айҙан ашыу эшләй алмаһағыҙ; сабыйығыҙ тыуһа; һеҙҙең һуңғы ике айҙағы килемегеҙ былтырғы ошо осорҙағы эш хаҡы менән сағыштырғанда өстән бер өлөштән күберәккә кәмеһә һәм хәҙер ипотека кредитына килемдең яртыһынан күбеһе китеп торһа, каникул тураһында уйларға мөмкин. Шарттарҙың тулы исемлеге ипотека каникулы тураһында федераль закондың (2019 йылдың 1 майында ҡабул ителгән 76-сы-ФЗ) 4-се статьяһының 2-се пунктында бирелгән. Мотлаҡ танышып сығығыҙ!


2. Нисек ғариза бирергә?

Иң тәүҙә банк өсөн документтар пакеты йыйырға кәрәк:

- Яҙма ғариза. Унда ипотека каникулы юллауҙың сәбәбе, ваҡыты (иң күбе ярты йыл), ай һайын күпме түләй алыуығыҙ (бер тин дә түләмәҫкә мөмкин) һәм ҡасандан каникулға сығырға теләүегеҙ күрһәтелергә тейеш.

- Росреестрҙан ипотеканың бер-ҙән-бер торлаҡҡа алыныуын раҫлаусы белешмә. Уны ведомствоның рәсми сайты (rosreestr.ru) аша ла юлларға мөмкин.

- Ауыр тормош хәлен раҫлаған документтар. Ниндәй хәлгә тарыуығыҙға ҡарап, ул мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә тороуығыҙ һәм эш эҙләүегеҙ тураһында белешмә, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы, инвалидлыҡ, килемегеҙ тураһында белешмәләр, бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ булыуы мөмкин. Һәр осраҡта – айырым.

- Әгәр ипотеканы залог (мәҫәлән, атай-әсәйегеҙҙең фатиры) менән алған булһағыҙ, уларҙан һеҙҙең каникулға сығыуығыҙға яҙма рөхсәт талап ителәсәк.

Банк ғаризаны биш эш көнө барышында ҡарай. Әгәр бөтә документтар-ҙы ла теүәл йыйһағыҙ, банк кире ҡаға алмай. Әгәр ниндәй ҙә булһа белешмә етмәһә, банк өҫтәмә һорау ебәрә, был осраҡта тағы биш эш көнө көтөргә тура килә. Әгәр ғаризағыҙға ваҡытында яуап бирмәһәләр йәки каникул-ға ебәреүҙән баш тартһалар, түбәндәге һылтанма буйынса Рәсәй банкына ялыу яҙырға мөмкин: www.cbr.ru/Reception/


3. Ипотека каникулы кредит тарихында сағылыш табамы?

Бер нисек тә сағылыш тапмай. Ипотека каникулы тураһында мәғлүмәтте кредит тарихына мотлаҡ индерәсәктәр, әммә был уны боҙоу өсөн сәбәп була алмай, йәғни һеҙ ышаныслы клиент булып ҡалаһығыҙ һәм башҡа банктарҙан кредит ала алаһығыҙ. Әгәр каникул шарттарын боҙһағыҙ – уныһы инде икенсе мәсьәлә. Мәҫәлән, ай һайын 30 мең һум урынына 10 мең түләргә вәғәҙә итеп, үтәмәһәгеҙ, был хәл кредит тарихын насарайтасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәйҙең һәр гражданы йылына ике тапҡыр бушлай үҙенең кредит тарихы менән таныша ала. Бының өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» сайты аша үҙеңдең кредит тарихының ҡайҙа һаҡланыуын белергә һәм улар-ҙың рәсми сайтына һорау ебәрергә кәрәк.


4. Каникулдан һуң бурыс менән нимә буласаҡ?

Барыһы ла элеккесә ҡаласаҡ, бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк. Бары тик банк менән төҙөгән килешеүҙең ваҡыты һеҙ каникулда булған осорға ярашлы оҙайтыласаҡ.

Әйҙәгеҙ, быны аныҡ миҫалда ҡарайыҡ. Мәҫәлән, һеҙ ай һайын 40 мең һум түләйһегеҙ, һуңғы түләү 2021 йылдың 1 сентябренә тура килә. Көтмәгәндә һеҙ эшләгән компания көрсөккә төшә һәм килемегеҙ кәмей. Ярты йылға ипотека каникулы алып, банк менән ай һайын 40 түгел, ә биш мең һум түләү тураһында килешәһегеҙ.

Каникул тамамланғас, һеҙ элеккесә 40 мең һум түләй башлайһығыҙ, әммә килешеүҙең ваҡыты ярты йылға – 2022 йылдың мартына тиклем оҙоная. Ә һуңғы түләү 10 мең һум ғына буласаҡ, сөнки каникул осоронда 30 мең һум (6х5мең) түләнегеҙ.

Ташламалы осорҙа һеҙ үҙегеҙ теләгән сумманы өҫтәп һала алаһығыҙ, әммә каникул алмаған мәлдәге кеүек һалһағыҙ, банк автоматик рәүештә һеҙҙең финанс хәлегеҙ яҡшырған тип иҫәпләйәсәк һәм каникулды туҡтатасаҡ. Шуға күрә ҡапыл ҙур суммала килем алһағыҙ, ләкин хәлегеҙ тулыһынса тотороҡланмаған булһа, был аҡсаны каникулдан һуң түләүгә ҡалдырыу хәйерле.

Каникул осоро тамамланыуға банк яңы түләүҙәр графигы әҙерләп бирә, унда барыһы ла асыҡ күрһәтелгән була.


5. Каникул тамамланды, ә проблема хәл ителмәне. Нимә эшләргә?

Үкенескә ҡаршы, бер кредитҡа ҡарата бер генә тапҡыр каникул алыр-ға рөхсәт ителә. Ташламалы осорҙо оҙонайтыу йәки түләүҙәр күләмен кәметеү мөмкин түгел. Шуға күрә рөхсәт ителгән максималь ваҡытты һәм минималь түләүҙе һайлағыҙ. Әгәр аҡса килеп инһә, киләсәккә тип туплай барығыҙ.

Әгәр ярты йыл эсендә хәлегеҙҙе бер нисек тә яҡшырта алмаһағыҙ, башҡа юлдар эҙләргә тура киләсәк: ҡайһы берҙә банктар реструктуризация яһар-ға ризалыҡ бирә йәки әлеге фатирҙы һатып, бәләкәйерәген алырға мөмкин.


БЕЛЕШМӘ

Башҡортостан ипотека кредитлауы буйынса тотороҡло рәүештә тәүге ун төбәк араһына инә һәм Волга буйы федераль округында икенсе урын биләй. 2019 йылдың алты айында республика халҡы 37,4 млрд һумға торошло 20,5 мең ипотека килешеүе төҙөгән. Башҡортос-тан халҡының ипотека кредиттары буйынса бөтәһе 198,3 млрд һум бурысы бар. Беренсе ярты йыллыҡта ваҡытында түләнмәгән ипотека кредиттары 0,6 процент тәшкил иткән.