Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
5 Сентябрь 2019, 16:02

Ул көн етте

Һайлау көнөндә Башҡортостан халҡын ниҙәр көтә

2019 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан халҡы төбәк Башлығын һайлаясаҡ. Был – бик мөһим ваҡиға, сөнки республикабыҙҙың алдағы биш йылдағы тормошо беҙҙең һәр беребеҙҙең тауышына бәйләнгән. Һайлау тураһында нимәләр белергә кәрәк – ошо хаҡта беҙҙең бөгөнгө күҙәтеүҙә.


Тауыш биреүселәргә – бүләктәр һәм ташламалар

Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Октябрьский һәм Нефтекама ҡалаларының эшҡыуарҙары һайлау көнөндә бик елле акциялар үткәрергә ҡарар итте. Күп урындарҙа ул «Рәхмәт» тип атала. Был сараларҙың маҡсаты бик ябай – төшкә тиклем тауыш биргән әүҙем граждандарҙы дәртләндереү. Улар-ҙың барыһы ла төрлө ташлама һәм бүләктәргә хоҡуҡ бирәсәк браслеттар һәм купондар аласаҡ. Бүләктәр исемлегендә – транспортта бушлай йөрөүгә, кино һәм аттракциондарға билеттар, аҙыҡ-түлек магазиндарында, шиномонтаж оҫтаханаларында, мунсаларҙа, бөҙрәханаларҙа ташлама менән ҡулланыу һәм башҡалар. Акцияла ҡатнашырға теләүсе эшҡыуарҙар һаны көн һайын арта бара. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте үҙең теркәлгән һайлау участкаһында алырға мөмкин.


Бюллетендәр өс телдә буласаҡ

Төбәк Башлығын һайлауға республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы 3 054 003 бюллетень баҫтыра. Улар өс телдә: 2 450 200-ө – рус, 398 меңе – башҡорт һәм 205 503-ө татар телендә буласаҡ. Башҡорт һәм татар телдәрендәге бюллетендәрҙә русса тәржемә лә бар. Бюллетендәр баҫыу – ҡатмарлы, бер нисә этаптан торған процесс, сөнки һаҡлыҡ билдәләрен дөрөҫ баҫырға һәм һәр этапты етди контролдә тоторға кәрәк.


225 участкала «аҡыллы урналар» урынлаштырыласаҡ

Республиканың 225 участкаһында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) – һайлаусыларҙың тауышын автоматик рәүештә иҫәпләгән электрон ҡорамалдар ҡуйыласаҡ. Ябай итеп әйткәндә, улар бюллетенде сканерлай, тауыштарҙы һанай һәм һөҙөмтә протоколын сығара.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко әйтеүенсә, КОИБ-тар 1000-дән ашыу һайлаусы теркәлгән участкаларҙа урынлаштырыласаҡ. Комплекстар һайлаусыларҙың яҡынса 11 процентын, йәғни 335 мең кешене хеҙмәтләндерәсәк.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы аппаратының мәғлүмәт үҙәге начальнигы Йыһанур Алтынбаев аңлатыуынса, КОИБ билдәле бер участкаға беркетелгән бюллетенде генә эшкәртә ала. Бер нисә ҡағыҙҙы бер юлы йәки башҡа участканың бюллетенен эшкәрттереү мөмкин түгел.

Шулай итеп, бындай комплекстар ҡуйылған биләмәләрҙә һайлау һөҙөмтәһен кемдеңдер файҙаһына үҙгәртеү мөмкин булмаясаҡ, бюллетендәрҙе ҡулдан һанау ихтыяжы ла юҡҡа сыға. Бер КОИБ-тың хаҡы яҡынса 200-250 мең һум тора.


410 урында видеокүҙәтеү

Һайлау көнөндә 69 территориаль һайлау комиссияһына ҡараған 410 участкала видеокүҙәтеү эшләйәсәк. Әлеге көндә уларҙың барыһы ла тест һынауы үткән. 3435 участканың барыһында ла камера ҡуйылмаясаҡ. Беренсенән, был бик ҡиммәткә төшә, икенсенән, бының өсөн юғары тиҙлекле интернет, техник мөмкинлектәр булыуы шарт.


Теркәү урынынан башҡа ерҙә йәки өйҙә лә тауыш биреп була

Һәр кем ҡайҙа тауыш биреүен үҙе хәл итергә хоҡуҡлы. Бының өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» сервисы йәки:

– 4 сентябргә тиклем Күп функциялы үҙәк, территориаль һәм участка һайлау комиссияһы;

– 5 сентябрҙән 7 сентябрҙең 14.00 сәғәтенә тиклем теркәү урыны буйынса участка һайлау комиссияһы (ғәҙәттә үҙегеҙ тауыш биргән урын) аша ғариза бирергә кәрәк.

Быйылғы йылдан Мәскәүҙә лә тауыш биреп була. Рәсәйҙең баш ҡалаһында «Һанлы участка» сервисы ғәмәлгә инә, әле уға 30 нөктә тоташҡан.

Барлыҡ һайлау комиссияларының адресын bashkortostan.izbirkom.ru сайтының «Үҙ участкаңды тап» бүлеге йәки 8-800-347-54-54 телефоны аша белешергә мөмкин.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова әйтеүенсә, «Мобиль һайлаусы» аша өс меңгә яҡын ғариза алынған.

Мәскәүҙәге һанлы һайлау участкаларында Башҡортостандың 28 кешеһе тауыш бирергә теләк белдергән. Әммә был һан ошо көндәрҙә, Мәскәүҙең юғары уҡыу йорттарында белем алған, уҡырға ингән студенттар барыу менән, бермә-бер артасаҡ тип күҙаллана.

Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән һайлау участкаһына бара алмайһығыҙ икән, өйҙә, дауаханала, шифаханала һәм баш-ҡа урындарҙа тауыш бирергә хоҡуҡлыһығыҙ. Бының өсөн һеҙгә участка һайлау комиссияһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә йәки шылтыратырға кәрәк. Быны 29 августан һуң эшләргә мөмкин, әммә 2019 йылдың 8 сентябренең 15.00 сәғәтенән һуңға ҡалмаҫҡа кәрәк. Тауыш биреү көнөндә һеҙгә участка һайлау комиссияһы ағзалары күсмә йәшник менән килеп, гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәүгә мөмкинлек бирәсәк.


Участкаларҙы инвалидтар өсөн уңайлы иттеләр

Республиканың күп кенә һайлау участкалары пандустар, махсус юл япмалары, саҡырыу ҡоролмалары, өҫтәмә яҡтыртыу һәм тактиль плиталар менән тәьмин ителгән.

Тауыш биреү көнө алдынан һайлау комиссияһы ағзалары урындағы хакимиәт вәкилдәре менән берлектә участкаларҙы тағы бер тапҡыр ҡарап, уңайлыҡтарҙы барлап сығасаҡ. Һайлауға ирекмәндәрҙе лә йәлеп итергә уйлай- ҙар, улар инвалидтарҙы бина янында ҡаршы алып, тейешле урынғаса оҙатып ҡуясаҡ.

Бынан тыш, республикала күреү һәләте буйынса инвалидтар өсөн алты махсуслашҡан һайлау участкаһы эшләйәсәк. Улар трафареттар, эре шрифтлы мәғлүмәт материалдары менән тәьмин ителгән.

Бына уларҙың адрестары:


Өфө: Кустар урамы, 17 (Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы инвалидтарҙың ижад йорто), Рихард Зорге урамы, 27 (Өфө медицина колледжы);


Стәрлетамаҡ: Революцион урам, 9А (2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе);


Бәләбәй: Морозов урамы, 2 (Башҡорт гимназия-интернаты), Революционер-ҙар урамы, 24/1 (17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе);


Белорет: Тюленин урамы, 38 (Белорет ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәтенең 9-сы территориаль йәмәғәт үҙидараһы).