Мәсетле тормошо
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
29 Август 2019, 12:00

Башҡортостан халҡына фатир һатып алғанда нисек итеп алданмаҫҡа

2019 йылдың 1 июленән «Күп фатирлы йорттар төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер төҙөлөштә ҡатнашыусылар фатирҙы яңы ҡағиҙәләргә ярашлы эскроу-иҫәптәр аша һатырға тейеш.

Эскроу буйынса кире ҡайтарылған сумманың иң ҙур өлөшө — 10 миллион һумға тиклем.


Төҙөлөш менән булышыусы бәғзе бер намыҫһыҙ әҙәмдәр кешеләрҙең аҡсаһы менән нисек теләй, шулай ҡуллана. Мәҫәлән, йыйылған аҡсаға коттедждарҙан торған ҡасаба төҙөп, уны яйлап һатып, килгән аҡсаға тәүге күп ҡатлы йортто күтәрә башлай. Беренсеһен төҙөүгә аҡсаһы бөтһә, икенсеһенә тотона һәм тағы аҡса йыйып, тәүге төҙөлөшөн саҡ тамамлап ҡуя. Бына ошоноң ише аңлайышһыҙ схемалар арҡаһында аҡса тулыһынса сарыф ителеп бөтөлә, төҙөлөш туҡтай, компания банкротлыҡҡа тарый.

Намыҫһыҙ эшҡыуарҙарҙы яңынан тәрбиәләү, ғәҙел эшләргә өйрәтеү мөмкин түгел, шуға күрә дәүләт эскроу алымын ҡулланырға ҡарар итте.

Эскроу – ул банкта асылған махсус иҫәп, уның ярҙамында ҙур суммалағы алыш-бирештәрҙе максималь рәүештә хәүефһеҙ башҡарырға мөмкин. Был осраҡта банк аралашсы һәм гарант сифатында сығыш яһай. Һатып алыусының эскроуға кәрәкле сумманы һалыуын, ә һатыусының килешеүҙә күрһәтелгән барлыҡ талаптарҙы теүәл үтәүен тап ул күҙәтеү аҫтында тота. Барлыҡ ҡағиҙәләр үтәлгән осраҡта ғына банк иҫәп менән файҙаланырға, аҡсаны алырға рөхсәт бирә.

Быны миҫал рәүешендә ҡарайыҡ. Мәҙинә Вәсилдән фатир һатып ала. Улар бер-береһе менән таныш түгел, шуға күрә банкка барып бер айға эскроу-иҫәп астыралар. Түбәндәгесә шарттар билдәләнә: Мәҙинә иҫәпкә өс миллион һум аҡса һалырға, ә Вәсил фатирҙы Мәҙинәнең исеменә күсереп, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН) күсермә йәки Росреестрҙа теркәлгән алыш-биреш килешеүе килтерергә тейеш. Барлыҡ документтарҙы теүәлләгәндән һуң Вәсил уларҙы банкка тапшыра. Банк уға иҫәп менән ҡулланыуға рөхсәт бирә, артабан аҡса Вәсилгә бирелә йәки уның иҫәбенә күсерелә.

Әгәр билдәләнгән ваҡыт арауығында алыш-биреш аҙағынаса еткерелмәһә, Вәсил документтарҙы банкка алып килмәһә, банк иҫәпте яба һәм аҡсаны Мәҙинәгә кире ҡайтара. Документтар теүәлләү эше һуҙылып китһә, килешеүҙең ваҡытын оҙайтырға мөмкин, әммә, ғәҙәттә, бының өсөн банк өҫтәмә комиссия ала.

Эскроу-иҫәп астырыуҙың иң оҙайлы ваҡыты – биш йыл. Ошо ваҡыт үткәндән һуң аҡса һатып алыусыға кире ҡайтарыла.

Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыу-сылар осрағында был алым нисек эшләй:

– Һеҙ өлөшләтә төҙөлөш хаҡында килешеү төҙөп, уны Росреестрҙа теркәтәһегеҙ.

– Һеҙҙең тәүге иғәнәгеҙ, айлыҡ түләүҙәрегеҙ, шул иҫәптән ипотека түләүҙәре төҙөлөштө алып барыусыға түгел, ә банктағы эскроу-иҫәпкә күсә бара. Төҙөлөш компанияһы иҫәптәге аҡсаны йортто тулыһынса төҙөп бөтөп, торлаҡ хужаларына тапшырғандан һуң ғына алыу хоҡуғына эйә.

Ә төҙөлөш эштәрен ниндәй аҡсаға алып барырға?

Әлеге банк төҙөлөш компанияһына ҙур булмаған процент менән кредит бирәсәк. Банктар ул сумманың нисек тотонолоуын контролдә тота, сөнки ойошма уны аныҡ торлаҡ комплексы өсөн генә тотона ала. Һөҙөмтәлә, төҙөлөш ойошмаһы артыҡ проценттар түләмәү һәм өлөшсөләрҙең аҡсаһын тиҙерәк алыу маҡсатында төҙөлөштө ваҡытында тамамларға тырышасаҡ. Йәғни, объект төҙөлөп бөтмәгән осраҡта һатып алыусыға түгел, ә төҙөлөш компанияһы менән банкка зыян күреү хәүефе янай. Әгәр ойошма банкротҡа әйләнһә, банк иҫәпкә рөхсәт аса һәм кешеләр үҙ аҡсаһын кире ала. Әгәр инде банк менән берәй хәл булһа, аҡсаны Иҫәптәрҙе страховкалау агентлығы ҡайтарасаҡ. Эскроу башҡа ғәҙәти иҫәптәр кеүек үк страховкалана, уның буйынса кире ҡайтарылған сумманың иң ҙур өлөшө 10 миллион һумға тиклем тип билдәләнә.

Банктар хаҡында ла айырым әйтеп үтергә кәрәк: иҫәпте ҡайҙа астырыуҙы төҙөлөш ойошмаһы етәкселеге үҙе хәл итә, әммә ул Үҙәк банк тарафынан булдырылған исемлеккә ингән, кредит биреү йәһәтенән юғары рейтингҡа эйә банк булырға тейеш. Башҡортостанда эскроу буйынса биш банк эшләй. Улар – Һаҡлыҡ банкы, «Банк Дом.рф», ВТБ, «Открытие» һәм «Газпромбанк». Июль башынан төҙөлөш ойошмалары тарафынан 36 ғариза бирелеп, 14 килешеү төҙөлгән.

Фатирҙы ипотекаға алған осраҡта мотлаҡ төҙөлөш ойошмаһы һайлаған банкка мөрәжәғәт итеү шарты юҡ, быны һеҙ үҙегеҙ өсөн ҡулай башҡа банк аша ла эшләй алаһығыҙ. Әммә шуныһы бар: ипотека кредитын башҡа банкка күсергән өсөн комиссия түләргә тура килеүе ихтимал.

Әлеге көнгә төҙөлөш эштәре тамамланыуға яҡынлашҡан объекттар-ҙы элекке ҡағиҙәләр менән һатырға мөмкин. Башҡортостанда бындай төҙөлөштәр һаны яҡынса дүрт йөҙҙән ашыу, уларҙың дөйөм майҙаны йыллыҡ торлаҡ төҙөлөшө күләменә тиң. Йәғни, киләһе бер-ике йылда элекке шарттар менән дә, хәҙерге ҡағиҙәләр буйынса ла фатир һатып алырға мөмкин. Ҡайһы алымдың хәүефһеҙерәк булыуын хәҙер инде беләһегеҙ.


ӘЙТКӘНДӘЙ

Башҡортостанда йыл дауамында 600-гә яҡын алданған өлөшсө фатирлы булды

Республикабыҙҙа алданған өлөшсөләр һаны яҡынса һигеҙ мең кеше тәшкил итеүе хаҡында яҙып үткәйнек инде. Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Төҙөлөш сәғәте» барышында: «Алданған өлөшсөләр булған һәр йортто төҙөп бөтәсәкбеҙ. Республикала ундай бер йорт та ҡалмаясаҡ», – тип белдергәйне.

Былтырғы йылдың октябренән 568 ғаилә фатир мәсьәләһен ыңғай хәл итеүгә өлгәшкән. «Көмөш шишмә», «Яңы Булгаков» торлаҡ комплекстарынан фатир алыусылар күптән көткән бәхеткә эйә булды, башҡа объекттар буйынса ла эш бара, проблема ыңғай хәл ите- ләсәк.