2019 йылдың 24 июлендә «Мобиль һайлаусы» механизмы үҙ эшен башланы. Ул федераль һәм төбәк кимәлендәге һайлауҙарҙа теркәүҙән төшөрөү танытмаһын алмаштырҙы һәм үҙең булған урын буйынса тауыш биреүҙе уңайлыраҡ итте. Был алым ярҙамында үҙең ҡараған һайлау округы биләмәһендә, ҡайҙа теркәлгән булыуыңа ҡарамаҫтан, тауыш бирергә мөмкин. Тик һайлау көнөндә буласаҡ урындағы исемлеккә индереүҙе һорап, алдан ғариза яҙырға ғына кәрәк.
1. Һайлау көнөндә булған урында тауыш биреү кемдәр өсөн көнүҙәк?
«Мобиль һайлаусы» системаһы менән 2019 йылдың 8 сентябрендә теркәү урынында була алмаған, әммә Баш-ҡортостан Республикаһы биләмәһенән ситкә сыҡмаған граждандар ҡуллана ала. Улар:
– командировкала булыусылар;
– башҡа ҡалала уҡыусылар;
– теркәү урыны буйынса йәшәмәүселәр;
– башҡа һайлау участкаһында тауыш бирергә теләүселәр, мәҫәлән, физик йәһәттән хәрәкәтләнеүе сикле граждандар үҙҙәре өсөн махсус йыһазландырылған урындарҙа тауыш бирә ала (был осраҡта инеү, йәйәүлеләр өсөн йөрөү урындары, шәхси автотранспортыңды ҡуйыу урындары, тауыш биреү урынының беренсе ҡатта урынлашыуы, киң ишекле лифттар-ҙың, пандустарҙың, махсус япмалар-ҙың, тактиль күрһәткестәрҙең, яҡтылыҡтың етерлек кимәлдә булыуы иҫәпкә алыныуы ихтимал).
2. Башҡортостан Республикаһында ниндәй һайлауҙарҙа «Мобиль һайлаусы» алымы менән ҡулланырға мөкин?
2019 йылдың 8 сентябрендә – Бер-ҙәм тауыш биреү көнөндә һайлаусы үҙе булған урында түбәндәге шарттар-ҙа тауыш бирә ала:
• Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа – Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге үҙегеҙ теләгән һайлау округында;
• Бер мандатлы һайлау округтары буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау-ҙарҙа – үҙеңдең һайлау округың биләмәһендәге ниндәй ҙә булһа һайлау участкаһында. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау 9-сы Октябрь (Өфө ҡалаһы ҡала округының Октябрь районы) һәм 16-сы Комсомол (Нефтекама ҡалаһы ҡала округы) бер мандатлы һайлау округтарында үтә.
3. Ғаризаны ҡайҙа һәм ҡасан бирергә мөмкин?
2019 йылдың 24 июленән 4 сентябренә тиклем һайлау көнөндә буласаҡ урындағы исемлеккә индереүҙе һорап ғариза яҙырға мөмкин:
– Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге 69 территориаль һайлау комиссияларының береһендә;
– Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе Күп функциялы үҙәктәрҙең 97 филиалының һәм бүлексәһенең береһендә;
– Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында – иҫәп яҙмаһы булған осраҡта, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында.
Ә 28 августан 4 сентябргә тиклем республиканың 3397 участка һайлау комиссияһының береһендә ғариза ҡалдырырға мөмкин.
Һәр кем шәхсән рәүештә Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты менән үрҙә әйтеп үтелгән ғариза ҡабул итеү пунктының береһенә мөрәжәғәт итеп, 2019 йылдың 8 сентябрендә тауыш бирәсәк һайлау участкаһын билдәләргә тейеш. Үҙегеҙгә кәрәкле участканың адресын Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтына (
www.cikrf.ru) инеп, «Рәсәй картаһында территориаль һайлау комиссиялары һәм участка һайлау комиссиялары» һайлау инфраструктураһы объекттары интерактив картаһы ярҙамында табырға мөмкин. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында «Үҙеңдең һайлау участкаңды тап» сервисы булдырылған, ул һайлау участкаһын йәшәгән урындың адресы йәки участканың һаны буйынса табырға булышлыҡ итә. Әгәр үрҙә телгә алын- ған сайттарға мөрәжәғәт итергә мөмкинлегегеҙ юҡ икән, һайлау участкаһын асыҡлау йәһәтенән ғариза ҡабул итеү пункты операторы ярҙам итә ала. Ғариза биргәндән һуң һайлаусыны йәшәгән урыны буйынса һайлаусылар исемлегенән төшөрөп, 8 сентябрҙә буласаҡ урыны буйынса исемлеккә индерәсәктәр. Ғаризала граждандың паспорт мәғлүмәттәре күрһәтелә. Пункт операторы барлыҡ мәғлүмәтте тикшергәндән һуң ғаризаны теркәй, уның төп өлөшөн ҡабул итеү пунктында ҡалдыра, ә йыртма талонды һайлаусыға тапшыра. Был талонда һайлаусы 2019 йылдың 8 сентябрендә тауыш бирәсәк участканың һаны, адресы күрһәтелгән була. Ғариза бер генә тапҡыр яҙыла. Әгәр граждан бер нисә ғариза яҙһа, уның иң тәүгеһе генә ғәмәлдә буласаҡ, башҡалары иҫәпкә алынмаясаҡ.
4. Хәлдәр үҙгәреп китһә, мәҫәлән, ғариза биреп тә, командировка кисектерелһә, нимә эшләргә? Яңы урын-ға барып етмәгәнһең, ә үҙ участкаңдан һине «һыҙып» өлгөргәндәр...
Бындай осраҡта һайлау көнөндә һәр кем үҙ участкаһына килә ала. Әммә тауыш биреү бер аҙ ҡатмарлашасаҡ: бының өсөн тейешле тикшереү үтергә кәрәк буласаҡ.
Һайлаусының алдан планлаштыр-ған, йәғни ғаризала күрһәтелгән участкала тауыш бирмәүе раҫланған осраҡта ғына уға үҙ биләмәһендә гражданлыҡ бурысын үтәргә рөхсәт итәсәктәр. Участка һайлау комиссияһы быны һайлаусы мөрәжәғәт иткәндән алып ике сәғәт эсендә эшләргә бурыслы.
Гражданды йәшәү урыны буйынса һайлаусылар исемлегенә яңынан индереү өсөн паспорт йәки шәхесте танытыусы башҡа төрлө документ кәрәк буласаҡ.
5. 4 сентябргә тиклем ғариза яҙып өлгөрмәһәң йәки 4 сентябрҙән һуң командировкаға барыу зарурлығы тыу-һа, нимә эшләргә?
Әгәр һайлаусы 24 июлдән 4 сентябргә тиклем территориаль һәм участка һайлау комиссияларының ғариза ҡабул итеү пункттары, Күп функциялы үҙәктәр йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза биреп өлгөрмәһә, 5 сентябрҙән 7 сентябрҙең 14.00 сәғәтенә тиклем теркәү урыны буйынса участка һайлау комиссияһына килеп, тауыш биреү көнөндә буласаҡ урындың һайлаусылары исемлегенә индереүҙе һорап махсус ғариза яҙырға тейеш. Был ғариза һайлаусының үҙендә була, тауыш биреү көнөндә ул уны гражданлыҡ бурысын үтәгән һайлау участкаһында ҡалдыра. Төрлө мутлашыуҙарға юл ҡуймау өсөн бындай ғаризаларға һаҡлау билдәһе – марка ҡуйылған.
6. Бер ҡайҙа ла теркәлмәгән һайлаусылар нимә эшләргә тейеш?
Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә йәшәү урыны буйынса теркәүе булмаған граждандар 2019 йылдың 8 сентябрендә үтәсәк Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа Өфө ҡалаһындағы 119-сы участкала тауыш бирә ала. (участка һайлау комиссияһының адресы: Өфө ҡалаһы, Посадская урамы, 26).
7. 2019 йылдың 8 сентябрендәге һайлауҙа кемдәр һанлы һайлау участкаларында тауыш бирә ала?
2019 йылдың 8 сентябрендәге һайлауҙа һанлы һайлау участкалары Мәскәү ҡалаһы биләмәһендә генә эшләйәсәк. Уларҙа Берҙәм тауыш биреү көнөндә етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына өҫтәмә рәүештә депутаттар һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының юғары вазифалы шәхестәрен һайлаған төбәктәрҙең граждандары тауыш бирә ала.
Башҡортостан Республикаһында 2019 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау үтә.
Һанлы һайлау участкаһында тауыш биреү өсөн нимәләр кәрәк:
– Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән урын буйынса теркәүҙең булыуы;
– Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша һанлы һайлау участкаһы һайлаусылары исемлегенә индереүҙе һорап яҙған ғариза (бының өсөн порталда раҫланған иҫәп яҙмаһына эйә булыу мотлаҡ);
– Берҙәм тауыш биреү көнөндә Мәскәү ҡалаһында эшләйәсәк һанлы һайлау участкаһына килеү.
Ғариза һайлаусы тарафынан алдан – 2019 йылдың 24 июленән 4 сентябренә тиклем «Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы ярҙамында электрон вариантта бирелергә тейеш. Йәғни, һанлы һайлау участкаһының эш алымы «Мобиль һайлаусы» системаһыныҡына оҡшаш, тик был осраҡта ғариза биреү «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ғына бо-йомға ашырыла.
Һайлаусы «Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы» ярҙамында ғаризаһын кире алыу хоҡуғына эйә, тик быны тауыш биреү көнөнә тиклем өс көн алдан – 2019 йылдың 4 сентябренә тиклем эшләргә кәрәк. Был осраҡта ул йәшәү урыны буйынса һайлаусылар исемлегенән төшөрөлмәйәсәк.
Һанлы һайлау участкаһында тауыш биреүҙең артыҡ ҡатмарлығы юҡ. Тауыш биреү көнөндә ул 30 һанлы участканың үҙе һайлағанына килә, паспортын күрһәтә. Уның әүҙем һайлау хоҡуғын тикшергәндән һуң комиссия ағзаһы тауыш биреү ҡоролмаһына инеү өсөн карточка бирә. Уға тейешле һайлауға ярашлы электрон бюллетень бирелә. Һайлаусы үҙ бурысын үтәй.
2019 йылдың 8 сентябрендә Мәскәүҙә эшләйәсәк һанлы һайлау участкаларының исемлеге менән Рәсәй һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссиялары сайтында танышырға мөмкин.