Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
1 Август 2019, 13:06

Үтә аҡыллы поликлиника

Башҡортостанда нисек табиптарға сират менән көрәшәләр Бер ерең дә ауыртмаған саҡта йәшәү ни тиклем рәхәт! Табиптар тураһында ла оноторға, меңәрләгән һумды дарыуҙар өсөн тотонмаҫҡа, бушҡа ыҙаламаҫҡа һәм ғазапланмаҫҡа мөмкин. Йәл, йылдар үтә барған һайын беҙ генә үҙгәрәбеҙ, йә теге, йә был урында нимәлер сәнсә, ауырта, борсой, хатта, ҡойола башлай кеүек.

Һаулыҡ һаҡлау тармағы – бик нескә өлкә, уның мәнфәғәтендә миллиардлаған һум аҡса тотонола, ә һөҙөмтә шунда уҡ күренмәй: барлыҡ процестарҙы яйға һалыу өсөн ваҡыт кәрәк.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы граждандарҙың медицина уреждениеларында хеҙмәтләндереүгә ҡағылышлы ялыуҙарын анализланы. Ғәҙәттә, дәғүә белдереү өсөн төп дүрт сәбәп бар (йыш ҡына улар нигеҙле):

1. Табипҡа яҙылыу мөмкин түгел.

2. Сиратта сәғәттәр буйы ултыралар.

3. Кәрәкле белгес һәм ҡоролма юҡ.

4. Насар шарттар (тар, уңайһыҙ).

Ошоларҙы нисек хәл итергә? Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса баш-ҡарыусы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин һөйләне. Шулай итеп:
Дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа «һаҡсыл производство» индереләсәк.

Заман технологиялары һәм алымдары процестарҙы барыһына ла уңайлы булырлыҡ итеп ойоштороу мөмкинлеген бирә. Икенсе тармаҡтан ябай миҫал: маршрут автобустары иртәнге етенән туғыҙға тиклем һәм киске биштән етегә тиклем рейсҡа күберәк сыға, сөнки тап ошо ваҡытта кешеләр эшкә бара һәм ҡайта. Көндөҙ иһә ул тиклем күләмдәге автобустарға ихтыяж юҡ.

Ошоноң һымаҡ күрһәткесте (тик медицина тармағында был күпкә ҡатмарлыраҡ) ведомство белгестәре иҫәпләп сығарған: кешеләр һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына шаршамбы көнө аҙыраҡ йөрөй, тимәк, ошо көндә халыҡты диспансерлаштырыу үткәреү уңайлыраҡ буласаҡ. Хәҙер уның айырым ваҡыты бар: 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем. Шәмбелә өҫтәмә эш сәғәттәре бар: 8.00 – 15.00 сәғәттәрҙә.

Шулай уҡ барлыҡ учреждениеларҙа бер юлы булмаһа ла, яйлап табипҡа тиклемге ҡабул итеү, ашығыс ярҙам күр- һәтеү кабинеттары барлыҡҡа киләсәк, сәләмәт бала көнө үткәреләсәк, медицина иҫкәртеүе блогы ойоштороласаҡ. Был ғәмәлдәр төп белгестәрҙең эшен еңеләйтәсәк.

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ҡай-һы бер пациенттар табипҡа яҙыла, әммә ҡабул итеүгә килмәй, бәғзеләре был хаҡта регистратураға хәбәр итеп тә тормай. Ундайҙарҙың һаны 25 – 55 процентҡа етә, ә бит улар урынына башҡа кеше килә алыр ине.

Баҡһаң, был проблеманы өлөшләтә хәл итергә ябай иҫкәртеүҙәр ярҙам итә икән: дауаханалар пациент килерҙән бер көн алда йәки шул уҡ көндө шылтыратып белешәләр: мәҫәлән, хөрмәтле Иван Иванович, иртәгә хирургка яҙыл-ғанһығыҙ, онотмағыҙ. Әгәр ҙә ниндәйҙер ваҡыт бушай икән, тимәк, башҡа кешене яҙырға була, ул табипҡа иртәрәк эләгеүе ихтимал.
Берҙәм стилдәге ремонт

Тәү ҡарамаҡҡа был күренеш матурлыҡ өсөн тип тойолоуы бар. Нисек ремонт хеҙмәтләндереү сифатында сағылыуы мөмкин? Баҡһаң, тәьҫир итә икән.

Берҙәм дизайн – бер төҫтәге стеналар һәм бер төрлө ултырғыстар ғына түгел, ә табип-белгестәрҙе тиҙ генә эҙләп табырға ярҙам иткән уңайлы һәм аңлайышлы навигация системаһы ла. Шулай уҡ был –стендтарҙы, табличкаларҙы һәр яҡтан уйланылған, аңлайышлы, аныҡ итеп яҙыу, биҙәү.

Килешерһегеҙ: табипҡа килгәнһегеҙ икән, матур һәм яҡты бинала, уңайлы ултырғыстарҙа ваҡыт уҙғарыу күпкә күңелле. Кәрәк саҡта иркен, таҙа булған үҙеңде тәртипкә килтереү бүлмәһенә инеп сығыу ҙа кәйефте күтәрә.
Дауаланыу өсөн мотлаҡ Өфөгә барыу кәрәк түгел

Яҡын киләсәктә сифатлы дауаланыу өсөн баш ҡалаға барып тороу кәрәкмәйәсәк. Республика ҡаҙнаһы иҫәбенә, шулай уҡ, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә медицина учреждениеларына унарлаған миллион һумлыҡ заман ҡоролмалары һатып алына башлаған да инде. Был яңылыҡ район дауаханаларын республика һаулыҡ һаҡлау учреждениелары кимәленә күтәрәсәк.

Миҫал өсөн, был кварталда Туймазы дауаханаһында рентген ҡоролмаһын ремонтлаясаҡтар, Аҡъярға иһә видеоколоноскоп һатып алынасаҡ (эсәк трактын тикшереү өсөн). Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се, Борай, Малаяҙ дауаханаларына флюорография ҡоролмалары һәм башҡа кәрәкле йыһаздар һатып алынасаҡ.

Унан тыш, «тегендә ҡоролмаға сират ярты йылға һуҙылған, ә бындағыһы эшһеҙ тора» килеп сыҡмаһын өсөн район-ара көсөргәнеште тигеҙ итеп бүлеү планлаштырыла. Шулай уҡ, халыҡҡа барып етеү өсөн дә уңайлы булыу фарыз, шул иҫәптән «ашығыс ярҙам» менән сиргә йә бәләгә тарыусыны алып барыу өсөн ара ҙур булмаҫҡа тейеш.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ҡайтанан тергеҙеү ҙә башланды. Быйыл уҡ ихтыяж булған ауылдарҙа кирбестән – 17, 19 модулле ФАП төҙөләсәк, шулай уҡ бер модулле ауыл табип амбулаторияһы сафҡа индереләсәк.
Йәш белгестәр ярҙам аласаҡ

Быға тиклем билдәле булыуынса, быйыл Башҡортостанда, оҙаҡ йылдар үткәндән һуң, табиптар һәм медперсонал дефицитын һындырыуға өлгәшелде.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың өс айында төбәктәге тбиптарҙың һаны 185-кә артҡан, ә урта белемле медицина хеҙмәткәрҙәренең дөйөм һаны – 216-ға. Көҙ иһә, йәш белгестәр юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, был күрһәткес тағы ла күтәреләсәк.

Районға күсеү – файҙалы. «Ауыл табибы» федераль программаһы буйынса 99 йәш белгес федераль ҡаҙнанан берәр миллион һум аласаҡ, ә элекке йылдарҙа программаға эләкмәгән 150 кеше, муниципаль-ара үҙәктәргә эшкә урынлашҡан 125 дефицитлы белгестәр иһә – республиканан. Улар өсөн бихисап башҡа льготалар ҙа ҡаралған: торлаҡ, коммуналь хеҙмәттәр өсөн компенсация, транспортҡа ташлама, баланы мәктәпкә урынлаштырыу һәм башҡалар. Килегеҙ генә.


Диспансерлаштырыу үтеү ваҡыты:

шаршамбы 08.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем

шәмбе 08.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем