Ул барлыҡ килешеү һәм тикшереү- ҙәрҙе үтте, шуға күрә депутаттар уны өс уҡыуҙа ла шунда уҡ ҡабул итте.
Шулай уҡ Йәштәр көнөндә (27 июнь), Белем көнөндә (1 сентябрь, әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә, 2 сен- тябрҙә лә) спиртлы эсемлектәр һатырға ярамаясаҡ.
Бер нисә йыл элек Дәүләт Думаһы төбәктәргә ерле байрамдар мәлендә йәки халыҡтың теләге буйынса айырым биләмәләрҙә алкоголь продукцияһы һатыу ҡағиҙәләрен үҙ аллы билдәләү хоҡуғын биргәйне. Быға тиклем бындай тыйыу «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһына ғына ҡағылып килде. Һуңғы өс йылдағы практика күрһәтеүенсә, мәктәп менән хушлашыу сараһы мәлендә иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыуҙы ябай халыҡ та, ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа хуплай.
– Халыҡтың күпселек өлөшө Һабантуй ише милли байрамдарҙы йылы мөхиттә, төрлө спорт ярыштары һәм йыр-бейеү солғанышында үткәреү яҡлы. Хакимиәт башлыҡтарына һәм урындағы етәкселәргә шуны еткергем килә: ҡунаҡтарҙы һыйлаған тирмәләрҙә лә спиртлы эсемлектәр булмаһын. Юғиһә, беҙ халыҡтың именлегенә һәм сәләмәтлегенә йүнәлтелгән матур идеяны юҡҡа сығарасаҡбыҙ, – тине төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Байрам көндәрендә райондарҙағы магазиндар буйлап рейдтар ойоштороласаҡ, контролерҙар эшҡыуарҙар тарафынан закон талаптарының нисек үтәлеүен тикшерәсәк. Законды һанға һуҡмаусылар- ға ярайһы уҡ ҙур штрафтар ҡаралған: вазифа биләгән кешеләргә – 20 меңдән 40 мең һумғаса, предприятиеларға – 100 меңдән 300 мең һумға тиклем. Мәҫәлән, быйыл тыйыуҙы үтәмәгән 170 эшҡыуар тотолдо, улар яҡынса 900 шешә спиртлы эсемлек һатҡан.
Быны нисек белеп була? Барыһы ла бик ябай: беҙҙең илдә алкоголь айырым иҫәпкә алына, йәғни һәр шешәгә һан һуғыла, һәм ул «Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы»на (ЕГАИС) индерелә. Ә унда ниндәй эшҡыуарҙың ҡасан нимә һатыуы, ул тауарҙың нисә һум тороуы асыҡ күренә.
Граждандарҙың сауҙа өлкәһенә бәйле һорауҙарын хәл итеү өсөн республикала «Хәүефһеҙ мөхит» тип аталған сайт булдырылды. Уның адресы: safety.openrepublic.ru. Унда йәшерен рәүештә алкоголь менән сауҙа итеүселәр хаҡында мөрәжәғәттәр ҡабул ителә башланы.
Бының өсөн сайт менән ҡулланыусы мөрәжәғәттең формаһын тултырырға, уны төбәк картаһындағы аныҡ нөктәгә бәйләргә тейеш. Артабан хәбәр тикшереүгә алына һәм һеҙгә рәсми яуап ебәрелә. Шулай уҡ сайтта рөхсәт ителмәгән урындарҙа сауҙа ойоштороу, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу, көнкүрештәге системаларҙағы өҙөклөктәр тураһында ялыуҙар ҙа ҡабул ителә.
– Яңы хеҙмәт тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәлелеген арттырырға булышлыҡ итәсәк. Уның «Хәүефһеҙ мөхит» сайтында булдырылыуы юҡҡа түгел. Сауҙа өлкәһендәге тәртип халыҡтың именлегенә, уңайлы йәшәйешенә туранан-тура тәьҫир итә, – ти республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Асылова.
Ведомство етәксеһе белдереүенсә, алкоголь баҙарында хәлдәр тотороҡло. Ағымдағы йылдың ғинуарынан мартына тиклем республикала спиртлы эсемлек менән осраҡлы ағыуланыуҙың 36 осрағы теркәлгән. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән биш тапҡыр аҙыраҡ.
Римма Үтәшева, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– Алкоголь – бик зыянлы эсемлек. Бигерәк тә эҫелә уны эсеү ҡурҡыныс һәм хәүефле, сөнки ҡанды ҡуйырта, инфаркт һәм инсультҡа килтереүе бар, ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәренең, мәҫәлән, панкреатиттың аҙыуына булышлыҡ итеүе ихтимал. Тағы ла шуныһы ҡурҡыныс: алкоголь кешелә агрессия тыуҙыра, һөҙөмтәлә төҙәтеп булмаҫлыҡ эҙемтәләргә юлығыуың бар. Эҫе көндә шыйыҡлыҡты күберәк эсергә кәрәк. Һыу, ҡымыҙ, морс, ә иң яҡшыһы – традицион рус эсемлеге – кеүәҫ! Балалар бәләкәйҙән айыҡ байрамдарға өйрәнһен.
Марат Абдуллин, «Айыҡ Башҡортостан» төбәк хәрәкәтенең рәйестәше:
– Беҙ ябай халыҡтың власть органдарына үҙҙәре йәшәгән ерҙә һырахана йәки араҡы-шарап магазины асыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүенә бәйле бер генә осраҡ та белмәйбеҙ, ә бына ябыуҙы һораған йәки талап иткән мөрәжәғәттәр һәр ваҡыт булды һәм буласаҡ.
Дамир МОСТАФИН, Әлшәй районы хакимиәте башлығы:
– Минеңсә, милли байрамда иҫерек кешеләрҙең булыуы һис тә килешкән эш түгел. Мин 16 йыл хакимиәт башлығы булып эшләйем һәм 16-сы тапҡыр район һабантуйын үткәрәм. Әлбиттә, байрамдар бик матур уҙа, әммә көтөлмәгән күңелһеҙ хәлдәр ҙә булып ҡуя һәм күп осраҡта тап ана шул алкоголь арҡаһында. Мәҫәлән, бер йыл иҫерек водитель юлдан төшөп китеп мәрхүм булды. Айыҡ кеше менән дә ундай хәл булыуы ихтимал, ләкин һаҡланғанды – һаҡлармын, тиҙәр бит.
Айнур БИРҒӘЛИН, Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе:
– Был бик яҡшы башланғыс, бындай закон күптән кәрәк ине. Республикала изге маҡсат менән үткәрелгән халыҡ байрамдарының күбеһе күмәкләп иҫерткес эсемлек эсеү «фестиваленә» әйләнә. Күптәр уларға ғаиләһе, балалары, ейәндәре менән бара. Байрам ҡарап ҡыуанаһы, бер-береһе менән аралашаһы, уйындарҙа һәм спорт ярыштарында ҡатнашаһы урын-ға, улар иҫерек кешеләрҙең алйотланыуын ҡарап ҡайтырға мәжбүр. Минеңсә, байрамдарҙа ғына түгел, урамда ла иҫерткес эсемлектәр эсеүгә юл ҡуйырға ярамай. Шуға күрә депутаттарҙың әлеге ҡарарын хуп- лайым.
Роман ТАРАСОВ, Рус православ сиркәүенең Өфө епархияһының наркоманияға һәм алкоголизмға ҡаршы көрәш бүлеге етәксеһе, протоиерей:
– Сиркәү Һабантуй, Йәштәр көнө, Белем көнө кеүек күмәк халыҡ ҡатнашҡан байрамдарҙа алкоголь һатыуҙы сикләүҙе хуплай. Тап шундай байрамдар мәлендә күп кенә йәш кешеләр бер-береһенә эйәреп, иҫерткес эсемлек ҡулланып ҡарай. Беҙ сиркәүгә йөрөүселәрҙе айыҡ, сәләмәт тормош алып барырға өндәйбеҙ. Диндар кеше өсөн тормошта иң мөһиме – Аллаһҡа яҡын булыу һәм ул ҡушҡанса йәшәү.