Бөтә яңылыҡтар

Еңеү хаҡында ете тарих

Башҡортостан ветерандарынан фәһемле иҫтәлектәр

Республикала Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең 74 йыллығы уңайынан «Еңеү тарихтары» тип аталған күләмле проект әҙерләнде. Ил тарихына битараф булмаған 8-11-се класс уҡыусылары ветерандар-ҙың иҫтәлектәренә арналған 170-тән ашыу видео төшөрҙө. Был үҙенсәлекле яҙмаларҙан фильм эшләнде, ул 9 май көнө БЮТ каналында «Еңеү тарихтары» марафоны сиктәрендә күрһәтеләсәк. Бына шуларҙың бер нисәүһенән өҙөк.

Ғәйзулла Әблүзин,

Баймаҡ районы:

– Мин бандеровсыларға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаштым. Бреслав ҡалаһы янындағы алыштарҙың береһендә минең һәм Арыҫланов Таһир исемле егеттең янында ғына снаряд шартланы, мин иҫемде юғалтҡанмын. Үлгән тип уйлап, туғандар ҡәберлегендә ерләргә булғандар. Ярай әле, ваҡытында иҫемә килеп, тауыш биргәнмен һәм бер һалдат ишетеп ҡалған. Мине шунда уҡ госпиталгә ебәрҙеләр. Ә тыуған яғыма «ҡара ҡағыҙ» китеп өлгөргән, шуға күрә исемем «Хәтер» китабына ла ингән.
Владимир Пискарев,

Салауат ҡалаһы:

– Күк йөҙөндә төньяҡ балҡышы күҙәтелде, ололар: «Был яҡшыға түгел, ниндәйҙер бәлә, хатта һуғыш сығыуы ихтимал», – тип хәүефләнде. Был хәл һуғышҡа тиклем бер, бәлки, ярты ай элек булды. 20 июндә мин мәктәпте тамамланым, беҙҙе клубҡа йыйып, бурыс-тар, йәғни бесән мәлендә кем ниндәй техникала эшләйәсәк икәнен билдәләнеләр. Эш башланып ҡына киткәйне, директор барыбыҙҙы ла ашығыс йыйылышҡа саҡырҙы. Шунда беҙгә һуғыш башланыуы, дошмандың бик көслө, мәкерле булыуы хаҡында әйттеләр.

Тракторсылар курсына уҡырға ебәр-ҙеләр, әммә минең фронтҡа барыу – танкист булыу теләге көслө ине. «Юҡ, танкист була алмайһың, уның өсөн кәм тигәндә ете класс белемгә эйә булырға кәрәк», – тинеләр хәрби комиссариатта һәм мин уҡырға юлландым. Имтихандарҙы тапшырып, бер көн ял иттем дә эшкә тотондом.

Тиҙҙән миңә лә саҡырыу килде. Уссурийскиға ебәрҙеләр. Рота минометының беренсе һаны итеп тәғәйенләнеләр. Артабан элемтә батальонына күсереп, радисҡа уҡырға ебәрҙеләр. Шунда Еңеү көнөн ҡаршыланым.

9 майҙа һалдаттарҙы бер сәғәткә һуңыраҡ уяттылар. Ғәҙәттә, тороу менән барыбыҙ ҙа иртәнге күнекмәгә йүгерәбеҙ, ә был юлы плацҡа теҙелергә ҡуштылар. Бына шунда беҙгә һуғыштың тамамланыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Пилоткалар һауаға осто, ҡосаҡлашабыҙ, офицерҙар шәхси ҡоралынан атып, Еңеүҙе сәләмләне.
Мария Суздаль,

Шишмә районы:

– Мин Волгоградта йәшәй инем. Беҙҙе ике йөҙ көн буйы бомбаға тоттолар, һуңынан әсиргә алып, концлагерға алып киттеләр. Мин, кеше араһында аҙашмаҫ өсөн, әсәйемә сат йәбештем. Фашист лагерҙары тотҡондары күргән михнәтте һөйләп бөтөрлөк түгел.

Уйнап ҡына йөрөр сағыбыҙҙа шул тиклем ыҙа сиктек. Ике йыл да ете ай көн һайын эшкә йөрөнөк, полицайҙар эт менән тикшереп үткәрә торғайны.

Был мәхшәр тамамланған көндө урман һыҙатында ултыра инек. Ҡараһаҡ, беҙҙең танкылар килә! Беҙ йүгереп сыҡтыҡ, улар беҙҙе – бәләкәй балаларҙы ҡосаҡлай, үбә, икмәк таратып бирҙеләр. Барыбыҙҙы бергә йыйып, ашханаға алып киттеләр, шунда туйғансы ашаныҡ.

Артабан Волгоградҡа алып килделәр. Ҡала емерек, йорттар ҙа, фатирҙар ҙа – бер нәмә лә юҡ. Ҡайҙа йәшәргә? Нисек йәшәргә? Шулай итеп Башҡортостанға килеп эләктем.
Николай Семёнов,

Бөрө ҡалаһы:

– Бер көнө ихатала уйнап йөрөйбөҙ. Өҫтөбөҙҙән генә 13 немец самолеты осоп үтте. Улар Өфөгә – нефть эшкәртеү заводын шартлатырға осҡан икән. Әммә юлдан яҙып, ниндәйҙер ауылға үтеп киткәндәр. Унда ҙур ғына авария булып, поездар рельстан осто. Шул һәләкәттә минең кейәүем үлде, йәғни хәбәрһеҙ юғалды.

1944 йылдың майынан Подольск ҡалаһының 20-се НКВД дивизияһында, 2-се Украина фронтында хеҙмәт иттем. Күпте күрелде. Бер мәл машинабыҙ боҙ аҫтына төшөп китте. Шофер егет кабина тәҙрәһен ярҙы, беҙҙе шундағы балыҡсылар ҡотҡарҙы. Икенсе юлы күнекмә мәлендә бер һалдат һыу эсергә теләгән, тегенең мылтығын йылға ағымы алып киткән. Ул саҡта ҡорал юғалтҡан өсөн үлем язаһына тарттыралар ине. Саҡ ҡотҡарып алып ҡалдыҡ.
Ғәсим Ғайсин,

Краснокама районы:

– Батальон командиры, подполковник Свистков ике яугирҙе алып, эргәләге ауылда дошман көстәренең нисбәтен белергә ҡушты. Беҙ полковникты әсиргә алып, полкка алып килдек. Ошоноң өсөн тәүге наградама – «Хәрби ҡаҙаныштар өсөн» миҙалына лайыҡ булдым. Әммә уны алып өлгөрмәнем, күҙем яраланды. Миҙалды миңә 66 йыл үткәс, Мәскәүгә саҡырып, Дмитрий Медведев үҙе тапшырҙы.
Илья Войновский,

Мәләүез ҡалаһы:

– Мин Белоруссияла тыуҙым. Беренсе класты тамамлағас, Германияға «Освенцим» лагерына алып киттеләр.

Китаптарҙа яҙғандар – барыһы ла дөрөҫ. Мәйеттәрҙе яндыралар ине. Хатта яндырып өлгөрмәйҙәр ине. Балаларҙы донор урынына ҡулландылар. Күберәк ҡан алдылар. Бер төндә сәнскеле тимер сым аҫтын ҡаҙып сығыуға өлгәштем. Ниндәйҙер йәшелсә баҡсаһына тиклем йүгерҙем дә, ултырып, өлгөрөп етмәгән помидор ашай башланым.

Ҡапыл ныҡ итеп башыма һуҡтылар. Иҫемә килгәндә ҡайҙалыр ята инем, эргәмдә бер ир ултыра, немецса өндәшә. Мин унда ҡол урынында йәшәй башланым: баҡсаһына һыу һибәм, утайым. Берәй ҡайҙа юлланһа, ҡулымдан бәйләп китә ине. Бер мәл артыма типте лә: «Бынан кит, бүтәнсә киләһе булма!» – тине. Мин киттем.

Мине тағы тоттолар. Әллә күпме ҡас-тым, әллә күпме тоттолар. Лагерҙан өйгә ҡайтҡайным, минән уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡтылар. Барыһы ла «һатлыҡйән» тип ҡараны. Хатта атайым менән әсәйем дә сит күрҙе. Белоруссияла йәшәгән инәйем ҡотҡарҙы, ауылға, үҙенең янына йәшәргә алып ҡайтты.
Заһит Әхтәриев,

Борай районы:

– Владивостокка тиклемге 75 километр оҙонлоҡтағы марш айырыуса ныҡ хәтерҙә һаҡлана. Беҙ, ете кеше һәм бер ат, ат арбаһына миномет тейәгәнбеҙ. Мин расчетта беренсе һанлы булғас, тәүге булып атлайым, артымдан сылбыр кеүек бер-беребеҙҙең ҡайышына йәбешеп, башҡалар эйәргән. Бер мәл йоҡлап киткәнмендер инде, ҡулды ат арбаһынан ысҡындырғанмын һәм танкка ҡаршы соҡорға ҡолағанмын. Миңә йәбешеп килгән иптәштәрем дә шунда ҡолап төштө. Атлап барған ерҙә йоҡлағас, шул тиклем арыған булғанбыҙҙыр инде.

Йәш быуынға иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем, Тыуған илде яратығыҙ, берҙәм булығыҙ! Беҙ был һуғышты тап ана шул берҙәмлек менән еңә алдыҡ.