Бөтә яңылыҡтар
Бөгөн республикала
25 Апрель 2019, 12:02

Башҡортостанды тағы ла таҙараҡ итәйек

Республикала яҙғы өмәләр гөрләй. Алда – ағас ултыртыу Уҙған һандарҙың береһендә яҙып үтеүебеҙсә, төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала таҙалыҡ һәм төҙөкләндереү айлығы иғлан ителде. Барлыҡ саралар ҙа «Бергәләп республикабыҙҙы таҙараҡ итәйек!» девизы аҫтында үтә.


Әйткәндәй, ҡала һәм район хакимиәттәре үҙ биләмәләрендә өҫтәмә көндәрҙә лә өмәләр ойоштора ала. Өфөлә бындай саралар 13 һәм 20 апрелдә үтте.

– Өмәләр – иҫкелек ҡалдығы, таҙалыҡ булдырыу – урам йыйыштырыу-сыларҙың эше, тигән фекер ишетергә тура килә ҡайһы саҡ. Әммә урам йыйыштырыусылар ғына ҡыйламай бит. Беҙ әле булһа дөйөм биләмәне үҙебеҙҙең яуаплылыҡтағы өлкә тип ҡарарға өйрәнә алмайбыҙ. Либераль ҡарашлы ҡалалаштар әрләһә-әрләр, әммә өмәләр киләсәктә лә үтәсәк. Әйткәндәй, көнбайыш илдәрҙә лә халыҡ бергәләп, таҙалыҡ булдырыу өсөн бушлай көрәшә. Хакимиәттәге һәм Хөкүмәттәге коллегаларым бөгөн, барлыҡ ирекмәндәр кеүек, бик яҡшы кәйеф менән эшләне. Бөтә ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт, – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә Радий Хәбиров.

Үткән өмәләге кеүек, етәкселек кешеләргә уңайлы шарттар булдырырға – эш фронтын бүлергә, ҡорамалдар менән тәьмин итергә вәғәҙә итә. Һәр кемгә байрамса кәйеф өҫтәү өсөн йәмәғәт урындарында мотлаҡ музыка уйнарға тейеш.

Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер күптәр кемдеңдер ситтән килеп ойошторғанын көтмәй, үҙҙәре тота ла ихатаһын һәм йәмәғәт урындарын таҙарта. Мәҫәлән, Өфөлә «Фейсбук» социаль селтәре ҡулланыусылары бергә йыйылып, паркта тәртип урынлаштырҙы, ә 27 апрелдә «Таҙа Өфө» йәмәғәт ЭКОхәрәкәте «Төҫлө өмәләр» — урман һәм яр буйҙарында сүп-сарҙы айырып йыйыу ойоштора. Өфөнән тыш, был сара Салауат ҡалаһында һәм Булгаков ауылында үтәсәк. Йыйылған һәм сорттарға бүленгән ҡый-ҙы артабан эшкәртеүгә тапшырасаҡтар, ә аҡсаһын мохтаж балаларға йүнәлтергә уйлайҙар. Бынан тыш, Торлаҡ-эксплуатация участкалары менән килешеү нигеҙендә йөҙҙәрсә ихата хужалары үҙ биләмәһендә өмәләр уҙғарҙы. Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыт ҡорамалдар менән ярҙам итә – тырмалар, һеперткеләр, сүп-сарҙы һалыу өсөн пакеттар бирә. Эш барышынан күренеүенсә, йыйылған ҡыйҙы һәр ваҡыт шунда уҡ сығарып түгеү мөмкин түгел, сөнки торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өлгөрә алмай. Шуға күрә борсолмағыҙ, хеҙмәтегеҙ юҡҡа сыҡмаясаҡ – бер нисә көн дауамында барлыҡ сүп-сар тулы ҡапсыҡтар йыйып алынасаҡ.

«Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!»

Апрелдең һуңғы шәмбеһендә бөтә республика буйынса «Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!» девизы аҫтында барлыҡ ҡала һәм район биләмәләрендә тағы ла бер ҙур экологик сара – ағас ултыртыу үтәсәк.

– Беҙ йыл һайын ағас ултыртабыҙ. Беҙ ултыртҡандың яҡынса 90 проценты үҫеп китә алмай, тип әйтергә батырсылыҡ итәм. Был эш күрһәтеү генә, ә мәғәнә һәм файҙа юҡ. Мин ваҡ ағастар ултыртыуҙы тыйыр инем, ҙурайғандарын ултыртығыҙ, был йүнәлештә питомниктар эшләһен. Аҙыраҡ, әммә сифатлыраҡ булһын, — тине Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә.

Республиканың Урман хужалығы министрлығы һәм район хакимиәттәре әле үк административ үҙәктәр янында 400 гектар майҙанға тиң 120 урман участкаһы әҙерләп ҡуйҙы. Акцияла ҡатнашыусылар 1,6 миллион үҫенте ултыртырға йыйына. Республиканың Урман хужалығы министрлығында белдереүҙәренсә, уларҙың күпселек өлөшө ылыҫлы ағастар – шыршылар һәм ҡарағайҙар.

Акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Урман хужалығы министрлығы белгестәре ағас ултыртыу урындарының интерактив картаһын әҙерләгән. Уның менән посадкалесарб.рф сайтында танышырға мөмкин. Үҙегеҙгә уңайлы урынды һайлағыҙ ҙа, рәхим итегеҙ. Үҙең менән эш ҡорамалдары, үҫенте алып килергә кәрәкмәй, уларҙы урында бирәсәктәр.

Шулай уҡ картала һәр райондағы ойоштороусылар, уларҙың

телефондары тураһында ентекле мәғлүмәт бар.

һорауҙар булһа – мөрәжәғәт итегеҙ.

Ҡыҙыу линияға шылтыратырға ла мөмкин: 8-800-100-94-00.

Кеҫә телефонынан

шылтыратыу бушлай.



ӘЙТКӘНДӘЙ

Өмәгә сығып, мамонт теше тапҡандар

Дәүләкән районының Яңы Тормош ауылы халҡы һәм «Асылыкүл» тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре, матур йолаға әйләнгән яҙғы өмәгә сығып, үҙенсәлекле табышҡа юлыҡҡан. Улар күл ярында ысын мамонттың тешен тапҡан. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының «Генераль йыйыштырыу» проекты координаторы Морат Шафиҡов «Аргументы и факты» баҫмаһына табылған теште артабан өйрәнеү өсөн ғалимдарға бирәсәктәре хаҡында белдергән.